Шумерҙар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Шумеры" битен тәржемә итеп төҙөлгән
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
[[Файл:Mesopotamia_male_worshiper_2750-2600_B.C.jpg|мини|201x201пкс|Эшнуннанан Адорант. Б.э.т.  2750—2600 йылдар]]
'''Шумерҙар''' ({{Lang-sux|sag-gig-ga}}sag-gig-ga «ҡарабаштар») — боронғо Көньяҡ [[Месопотамия|Месопотамияның]]ның шумер телендә һөйләшкән халҡына фәнни әҙәбиәттә бирелгән атама;  кешелек тарихындағы тәүге цивилизацияларҙың береһе — [[Месопотамия|Тигр һәм Евфрат үҙәнендә]] [[Шумер|цивилизация]] барлыҡҡа килеүҙе ғәҙәттә шумерҙар менән бәйләйҙәр. Был милли төркөмдөң барлыҡҡа килеүе һәм шумер теленең туғанлыҡ бәйләнештәре ҙур тарихи проблеманың бер өлөшө булып тора, фәнни әҙәбиәттә ул  «шумер проблемаһы» тип йөрөтөлә.
 
== Атамаһы ==
«Шумерҙар» этнонимы  —  [[Месопотамия|Месопотамияның]]ның шумер телендә һөйләшкән боронғо семит булмаған халҡын билдәләү өсөн  ҡулланылған фәнни абстракция.  «Шумерҙар» үҙҙәрен күршеләрендәге  семит төркөмөнә ҡараған аккадтарҙан аныҡ айырмай: тегеләре лә, былары ла үҙҙәрен «ҡарабаштар» ({{Lang-sux|sag-gig-ga}}sag-gig-ga, аккад.{{lang-akk|șalmat qaqqadim}}) тип йөрөтә. Атама боронғо [[Ассирия|ассирий]]  батшаларының «[[Шумер]] һәм [[Аккад]] батшаһы» тигән титулындағы ил атамаһынан алынған.  Месопотамияның семит телле халыҡтары — аккадтар, бабилдар һәм боронғо ассирийҙар — үҙҙәренең телен  «аккад теле» тип йөрөткәс, икенсеһен тикшеренеүселәр баштан уҡ «шумер теле» тип, ә ул телдә һөйләшеүселәрҙе  «шумер» тип атап алып киткән.
 
== Сығышы ==
Шумерҙарҙың сығышы   ҡатмарлы ғилми проблема һанала.  «Шумер мәсьәләһе»  [[XIX быуат]]  аҙағында Ф. Вайсбах тарафынан күтәрелә. Башта күп тикшеренеүселәр  «шумер тәүватанын» эҙләү менән мәшғүл була. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр уны  [[Ғәрәбстан ярымутрауы|Ғәрәбстанда]]  (У. К. Лофтус), [[Элам|Эламда]]да  (Г. Франкфорт, Э. Перкинс) булған тип һанай, ҡайһы берәүҙәр Хараппа  цивилизацияһы менән бәйләй. 
 
XX быуат уртаһынан шумер  проблемаһын тикшереүселәр   [[Тел белеме|лингвистика]] өлкәһенә ныҡлап инеп китә. Башлыса шумер теленең генетик бәйләнештәрен эҙләү менән булалар.  Телдең ике ҡаттапҡыр боҙолоуыбоҙолоуға дусар булыуы эҙләнеүҙәрҙе ҡатмарлаштыра: беренсенән, шумер шына яҙыуы   уның өсөн бөтөнләй ят булған аккад теле аша  сиселгән, әикенсенән,  аккад теле үҙ сиратында  уға туғанлығы булмаған башҡа телдәр, атап әйткәндә боронғо грек теле аша сиселгән. Шумер телен  Евразияның күп телдәре менән бәйләгән гипотезалар ҡуҙғатыла, әммә уларҙың береһе лә дөйөм танылыу алмаған.   
 
Шумерҙар үҙҙәре мифтарында кешелектең тәүватаны тип   Дильмун утрауын атай, уның тасуирламаһында алтын быуаттың һәм юғалтылған йәннәттең архетипик һыҙаттары бар. «Дильмун» топонимы тарихи осор текстарында ла осрай һәм хәҙерге  [[Бахрейн]] менән бәйләп ҡарала, ләкин Бахрейндағы  месопотам табылдыҡтары шумер табылдыҡтарынан йәшерәк. Икенсе яҡтан, һуңғы ваҡыттағы геологик һәм  археологик тикшеренеүҙәр   плейстоцен дәүерендә Фарсы ҡултығы  [[Һинд океаны]] һыуҙары менән баҫылғанға тиклем уның урынында бик ҙур оазис   (Gulf Oasis тигән исем бирелгән) булғанлығын ишаралай, әммә материал етешмәгәнлектән параллелдәр үткәреү әлегә мөмкин түгел.
 
== Теле һәм яҙмаһы ==
Шумер теле — агглютинатив тел, һүҙ үҙгәртеү һәм һүҙ яһалыу  аффикстар ҡушыу юлы менән башҡарыла  (башҡорт телендәге кеүек). Агглютинация   урал, алтай, филиппин, дравид телдәренә, басктар теленә, ҡайһы бер индей телдәренә һ.б. хас.  Ҡылым актанттарын кодлаштырыу стратегияһы буйынса  шумер  теле  эргатив булып тора, йәғни уның грамматикаһында, номинатив төҙөлөшлө телдәрҙәгесәтелдәргә хас булғанынса, субъект менән объектты ҡаршы ҡуйыу түгел, ә  агенс  (эш-ғәмәлде башҡарыусы) менән пациенсты (эш-ғәмәлде йөрөтөүсе) ҡаршы ҡуйыу өҫтөнлөк итә.  Был үҙенсәлек кавказ халыҡтары, бурушаски, баск, папуас, австралий, чукот-камчат, эскимос-алеут, индей телдәренә хас. Фонология бик дөйөм һыҙаттарҙа ғына тергеҙелгән. Исем кластарға бүленгән, һан (1 берлек һәм  6 күплек), килеш (бөтәһе 9) һәм эйәлек категорияларына эйә булған. Ҡылымдың зат, һан, класс, видтөр, һөйкәлеш һәм ориентация  категориялары булған. Һөйкәлештәр һаны 12 булған.  Шумер телендә һүҙҙәр тәртибе  — SOV (эйә — тултырыусы — хәбәр). Ике диалект булғаны билдәле: эме-гир һәм эме-саль.
 
 
Юл 23 ⟶ 24:
Урук осоронда (б.э.т.  IV мең йыллыҡ) үҫеш дауам итә. Тикшеренеүселәрҙең күбеһе был ваҡытта Түбәнге  Месопотамияла шумерҙар йәшәгәнлегендә шикләнмәй. Урук —  халколитик убейдҡа алмашҡа килгән бронза быуаты мәҙәниәте. Шумер  цивилизацияһының  төп зонаһында дәүләтселек нигеҙҙәре һалына. Б.э.т. III мең йыллыҡ башына  шумер  цивилизацияһы формалаша.
 
Артабанғы Тәүге династиялар осоро  (яҡынса б.э.т. XXVIII—XXIV быуаттар) —  шумер цивилизацияһының сәскә атҡан сағы. Ул Түбәнге Месопотамияла  Ки-Энги[р] ({{Lang-sux|ki-en-ĝir}}ki-en-ĝir, [[Шумер]] үҙе) һәм Ки-Ури (һуңынан — [[Аккад]]) өлкәләрен биләй. Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында урук колонияһы йәшәүҙән туҡтай, һәм  шумерҙарҙың  Ки-Уриҙан төньяҡтараҡ булыу-булмауы бәхәстәр предметы булып тора. Иртә династиялар осоронда  Түбәнге Месопотамия бер-береһе менән һуғышыуҙан туҡтамаған ҡала-дәүләттәрҙән йәки номдарҙан тора.    Ур менән Урук — Шумерҙың (Ки-Энги),  Киш Ки-Уриҙың мөһим үҙәге була. Йәйрәп ятҡан Лагаш номы айырым әһәмиәткә эйә була.   Иртә династия осороноң ахырына  Шумер менән Ки-Ури номдарының күбеһе  Лугальзагеси хакимлығы аҫтында берләшә. Әммә аккад ихтилалы был  конфедерацияны тарҡата.
 
Борон замандарҙан шумерҙар эргәһендә көнсығыш  семиттар йәшәй. Уларҙың Түбәнге Месопотамияға килеү шарттары һәм ваҡыты тулыһынса асыҡланмаған.  Көнсығыш семиттар  Шумерҙа (Ки-Энги) әҙ һанлы, ә Ки-Уриҙа байтаҡ була. Беҙҙең эраға тиклем  XXIV быуатта Ки-Уриҙа  [[Аккад|Аккад батшалығы]] барлыҡҡа килә, уның хакимдары ла, халҡы ла  семит була. Аккадтар  Шумерҙың ҡала-дәүләттәрен буйһондора. Аккад батшаларының ихтилалдарҙы баҫтырыуы һәм халыҡты ҡырыуы һөҙөмтәһендә Шумер мәҙәниәте һүнә.  Беҙҙең эраға тиклем XXII быуатта Шумер менән Аккад ерҙәре Урҙың III династияһы аҫтынааҫтында берләштерелә, уның батшалары шумер мәҙәниәтен тергеҙә. Шуға ҡарамаҫтан,  ошо осрҙа  Ки-Енгир халҡының әүҙем семитлашыуы күҙәиеләкүҙәтелә: аккад теле аралашыу мөхитенән шумер телен йылдам ҡыҫырыҡлай.   
 
Урҙың III династияһы державаһы ҡыйратылғас, Шумер менән  Аккад ерҙәре  амориҙар ҡулына эләгә. Артабан был  территория Бабил батшалары тарафынан буйһондорола. Беҙҙең эраға тиклем  II мең йыллыҡта  шумерҙарҙың аккадтар һәм башҡа этник төркөмдәр менән буталыуы  һөҙөмтәһендә  бабил халҡы барлыҡҡа килә. 
 
== Мәҙәниәт ==
Шумер мәҙәниәте  [[Яҡын Көнсығыш|Яҡын Еөнсығыштағы]]тағы күп халыҡтарҙың мәҙәниәте үҫешенең нигеҙен тәшкил итә<ref>{{книга|автор=В. И. Уколова, Л. П. Маринович|заглавие=История Древнего Мира
издательство = «Просвещение»|год=2009|страницы=301|isbn=978-5-09-021721-7}}</ref>.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
== Cм. также ==
 
* [[История Древней Месопотамии|Боронғо Месопотамия тарихы]] 
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{примечания}}
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Шумерҙар» битенән алынған