Немец теле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә clean up, replaced: өнъяҡ → өньяҡ using AWB
44 юл:
'''Немец теле́''' , ({{lang-de|Deutsch, Deutsche Sprache}}) — герман төркөмөнөң көнсығыш герман төркөмсәһенә ҡараған тел. Германияла, Австрияла, Швейцарияла немец теле дәүләт теле, ә Люксембургта, Лихтенштейнда һәм Көнсығыш Бельгияла рәсми тел булып һанала. 100 миллион тирәһе кеше өсөн немец теле- туған тел.
 
Хәҙерге немец теле үрге (әҙәби тел нигеҙе) һәм түбәнге диалекттарға(Германияның төнъяҡтөньяҡ- көнбайышында һәм ҡайһы бер илдәрҙә бер аҙ һаҡланған) бүленә. Яҙмаһы — [[латин әлифбаһы]]. Грамматик төрө буйынса немец теле флектив-аналитик тел була.
 
== Тарих ==
80 юл:
|}
 
Латин хәрефтәрен индергәнсе немец телендә рун тамғалары ҡулланылған, улар германдар христиан диненә күскәндән һуң бөтөнләй ҡулланылмай башлаған. XX башына тиклем рәсми ҡулланышта гот шрифты йөрөгән (башҡа илдәрҙә баҫтырылған һүҙлектәрҙә лә)<ref>{{cite web|url=http://inyazservice.narod.ru/german_general.html|title=Виды немецкого письма |author= |date= |work=|publisher=|accessdate=2011-11-06|lang=|archiveurl=https://web.archive.org/web/20120119121342/http://inyazservice.narod.ru/german_general.html|archivedate=2012-01-19|deadlink=404}}</ref>. Айырым гот ҡулъяҙмаһы һәм фрактура булған (1941 йылға тиклем мәктәптә өйрәтелгәндәр). Антиква XIX быуаттан башлап башта рәсми ҡулланышта булмай , 1918 йылғы ноябрь революцияһынан һуң рәсми рәүештә индерелә. Нацистар власҡа килгәс, гот шрифты рәсми рәүештә индерелә, һуңыраҡ нацист пропагандаһы гот шрифтын , еврейҙарҙың квадратлы яҙмаһына оҡшатып, эҙәрлекләй башлай, <ref>{{cite web|url=https://books.google.com/?id=zfT0Iam0q7AC&pg=PA165&vq=the+nazi+ban+on+gothic&dq=paul+renner+the+art+of+typography+1998|title=Paul Renner: the Art of Typography|author=Christopher Burke.|date=1998|work=|publisher=New York: Princeton Architectural Press|accessdate=2011-11-06|lang=}}</ref>. Хәҙерге заманда был шрифт биҙәү маҡсатында, йә иһә китап нәшер иткәндә ҡулланыла .
 
== [[Башҡортостан]]да немец теле ==
87 юл:
Һуғыштан һуң кафедраны Генрих Николавевич Классен һәм Яков Иосифович Гельблу етәкләй. Генрих Классен Рәсәй немецтары һөйләшкән (шулай уҡ Башҡортостан немецтары) түбәнге немец диалекты буйынса эҙләнеүҙәр алып бара, 1957 йылда Советтар Союзында йәшәгән немец балалары өсөн тәүге әлифбаны нәшер итә (Fibel), һуңыраҡ Башҡорт дәүләт педагогия институты (Башҡорт дәүләт педагогия университеты) доценттары Е.И.Гутрова, И.А. Сухова менән берлектә немец (әсә теле) теле буйынса башҡа дәреслектәр сығара.
 
2002 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, [[Башҡортостан]]да немец теле белгән кешеләр һаны — яҡынса 64,9 мең, уларҙың 8,2 меңдән ашыуы — немец милләтенән. Немец теле [[Башҡортостан]]дың байтаҡ урта һәм юғары уҡыу йорттарында мотлаҡ уҡытыла торған сит телдәр иҫәбенә инә; [[Благовар районы]]ның [[Алексеевка (Благовар районы)|Алексеевка]], [[Викторовка (Благовар районы)|Викторовка]], [[Яңы Никольский (Благовар районы)|Яңы Никольский]], [[Пришиб (Благовар районы)|Пришиб]], Таң ауылдары мәктәптәрендә, шулай уҡ [[Өфө]] ҡалаһының 86‑сы гимназияһында туған тел итеп өйрәнелә.
 
Һуңғы йылдарҙа немец теле Башҡортостан мәктәптәренең күбеһендә икенсе сит тел булараҡ уҡытыла башланы.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Немец_теле» битенән алынған