Гималай тауҙары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
40 юл:
=== Климаты ===
 
Гималай тауҙары Һинд уйһыулығын Тибет тауҙарынан айырып тора. Тауҙарҙың көнъяҡкөньяҡ һырты сезонлы муссон елдәре тәьҫиренә эләгә. Йәйгеһен бында бик көслө ямғырҙар була, көнсығыш яғында йылына 4 м, көнбайыш яғында— 1 м тиклем. Үҙ сиратында, төнъяҡ һырттары һыуыҡ һәм ҡоро континенталь климат тәьҫире аҫтында ҡала.
 
Йәй көнө бейектә, тау түбәләрендә температура −25 °C, ҡыш −40 °C тиклем төшә. Бында йыш ҡына көслө ел- дауылдар була ( тиҙлеге- 150 сәғ/км ) һәм һауа торомшо бик тиҙ үҙгәреүсән.
49 юл:
Боҙ тарлауыҡтары, боҙ шыуып төшөү һәм боҙлоҡтарҙағы ярыҡтар зонаһы гел үҙгәреп тора. Таралып торған фирн ҡары ҡырҙары бик һирәк осрай, сөнки уларҙың хасил булыуына бейек ҡаялар ҡамасаулай. Боҙлоҡтар ирегәндә һыу [[Ганг]], [[Һинд]] һәм [[Брахмапутра|Брахмапутра]]ға ағып төшә.
 
Гималай тауҙарының көнбайышында ҡар һыҙатының оҙонлоғо- көнъяҡкөньяҡ һырттарҙа - 5000 м һәм төнъяҡта- 5700—5900 м . Гималайҙың көнсығышында көнъяҡкөньяҡ һырттарҙа ҡар сиге 4500—4800 м , төнъяҡта — 6100 м бейеклектә урынлашҡан. Боҙлоҡтар башлыса дендрит (йәки Гималай) тибында, улар ҡар һыҙатынан 1300—1600 м түбәнерәк төшә<ref name="БСЭ"/>.
 
=== Үҫемлектәр донъяһы ===
62 юл:
3,5 км - 4 км бейеклектә - рододендрондар һәм кәрлә ҡыуаҡтар һәм бейек тауҙарҙа үҫеүсе мүктәр. 5 км бейеклектән башлап— гляциаль- ниваль бүлкәт ландшафты.
 
Мәңгелек боҙлоҡтар сиге- көнъяҡтакөньяҡта 4,5 км һәм төнъяҡта 6 км .
 
=== Хайуандар донъяһы ===
 
Гималай тауҙарындағы хайуандар донъяһы ландшафттың үҙенсәлегенә бәйле. Тераи бүлкәтендәге урмандарҙа Rhinoceros unicornis (һинд носорогы) йәшәй. Альп бүлкәтендәге яландар — юҡҡа сығып барған Uncia uncia (ирбис) төйәге. Көньяҡ һырттың итәгендә һинд фаунаһы. Тропик зонаһының көнъяҡкөньяҡ һырттарында хайуандар донъяһы төрлөрәк. Урманда эре һөтимәрҙәр, һөйрәлеүселәр һәм бөжәктәр йәшәй. Бейек тауҙарҙа фауна Тибеттағы кеүек . Гималай тауҙарының төнъяғында Гималай айыуҙары, мускус кабаргаһы һәм төрлө антилопалар, ҡырағай ат, ҡырағай кәзә, ҡырағай һарыҡ , як, тау кәзәләре осрай. Кимереүселәр күп.
 
{{Панорама|EverestMosaic.jpg|1000px|''Гималаи с борта [[Международная космическая станция|Международной космической станции]]. [[2004 год]]''}}