Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
23 юл:
}}
{{фамилиялаш|Аллаяров}}
'''Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы Аллаярова''' ([[15 июль]] [[1936)]] — йырсы, [[Башҡорт АССР-ы]]ның халыҡ (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты ([[Мәскәү]], 1960). [[Салауат Юлаев ордены]] кавалеры (2017)<ref name="БИ">[http://glavarb.ru/upload/iblock/ Официальный сайт Главы Республики Башкортостан. Список награждённых (2017.06.08). pdf]{{ref-ru}}{{V|08|06|2017}}</ref>.
 
== Биографияһы ==
Нажиә Һибәт ҡыҙы Аллаярова Башҡорт АССР-ының [[Учалы районы]]ның [[Яңы Байрамғол (ауыл)|Яңы Байрамғол]] ауылында 1936 йылда тыуған.
 
Мәктәптә генә уҡып йөрөгән сағында уға [[Мәскәү]]ҙә Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыу бәхете лә тейә. [[Өфө сәнғәт училищеһы]]нда һәләтле ҡыҙ [[Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы]] класына эләгә. Уҡытыу дәүерендә бик күп йондоҙҙар ҡабыҙасаҡ педагогтың тәүге уҡыусыларының береһе була ул. Нажиә Аллаярова училищены, артабан Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлап, сирек быуат [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]]нда эшләй. Сыңғырлап торған саф тауышлы артистка классик опера репертуарын да, [[башҡорт халыҡ йырҙары]]н да, композиторҙар әҫәрҙәрен дә берҙәй оҫта башҡарыуы менән билдәле. Тормош юлдашы — композитор Абрар Ғабдрахманов ижад иткән йырҙар һәм романстар уның репертуарының ҙур өлөшөн тәшкил итә.