Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Сифатлы мәҡәләләргә кандидат}}
'''Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы''' — башҡорт [[СССР|совет]] рәссамы, 1937 йылдан СССР Художниктар союзы ағзаһы, башҡорт рәссам сәнғәтенә нигеҙ һалған [[Дәүләткилдиев Ҡасим Сәлиғәсҡәр улы]] әҫәре<ref>Касим Девлеткильдеев — первый художник из башкир (К 130-летию со дня рождения выдающегося мастера живописи)[http://www.bashinform.ru/news/983982-kasim-devletkildeev-pervyy-khudozhnik-iz-bashkir-k-130-letiyu-so-dnya-rozhdeniya-vydayushchegosya-ma/. Касим Девлеткильдеев — первый художник из башкир (К 130-летию со дня рождения выдающегося мастера живописи)]</ref>.
 
[[Файл:Девлеткильдеев Девушка-башкирка в голубом.jpg|thumb|Ҡасим Дәүләткилдиев. Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы]]
22 юл:
1928 йылдың йәйендә рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдиев, [[Блюменталь Юлий Юльевич|Юлий Блюменталь]], [[Тюлькин Александр Эрастович|Александр Тюлькин]] республика буйлап ижади сәфәргә сығалар. Улар Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге [[Белорет районы]]ның) [[Инйәр]] ҡасабаһына киләләр, өс саҡрымда ғына урынлашҡан [[Уҫманғәле]] ауылында уҡытыусы Зәйнулла Хажиәхмәтовҡа фатирға төшөләр. Зәйнулла Хажиәхмәтов ауылдың беренсе уҡытыусыһы, педагогия институтын тамамлаған юғары белемле кеше була. Ҡасим Дәүләткилдиевтың «Башҡорт йортоноң болдоро» тигән әҫәре — тап ошо йортҡа ҡарап яҙылған да инде.
 
Ҡасим Дәүләткилдиев бер нисә портрет әҫәре лә яҙа. Шулар араһында — «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һүрәте<ref>ИСТОРИЯ КАРТИНЫ ДЕВЛЕТКИЛЬДЕЕВА «ДЕВОЧКА-БАШКИРКА В ГОЛУБОМ» [http://ufa-gid.com/ocherki/istoriya-kartiny-devletkildeeva-quotdevochkabashkirka-v-golubomquot.html ИСТОРИЯ КАРТИНЫ ДЕВЛЕТКИЛЬДЕЕВА «ДЕВОЧКА-БАШКИРКА В ГОЛУБОМ»]</ref>. Ул юғары сәнғәт кимәлендә ижад ителгәнлеге менән айырылып тора. Әҫәр 1929 йылдың башында [[Мәскәү]]ҙәге Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелгән. Шулай уҡ 1929 йылда [[АҠШ]]-та Сан-Диегола «Милли төбәктәр рәссамдары» тип аталған Бөтә донъя күргәҙмәһенә Юлий Блюменталь, Василий Сыромятников , Александр Тюлькин, Ҡасим Дәүләткилдиевтың әҫәрҙәре ҡатнаша Улар араһында «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һәм «[[Һунарсы башҡорт]]» әҫәрҙәре була.
 
Әҫәрҙең героиняһы — ошо ауыл ҡыҙы, Йомағолова Мәрйәм Йомағол ҡыҙы. Уларҙың ғаиләһе хәлле йәшәгән, малды күп тотҡан. Тау-ташлы, урманлы [[Инйәр]] төбәгендә бесән эшләү еңелдән түгел, шуға ата-әсәһе һуңлап ҡына ҡайта торған булған, ә ҡыҙыҡай өйҙә донъя көтөп ҡалған. Ул саҡта Мәрйәмгә 12 генә йәш булған.
28 юл:
Мәрйәмдәрҙең өйөнә ике кеше килеп инә, улар башҡортса һөйләшәләр. Оҙон, ҡаҡсаһы Дәүләткилдиев була ла инде. Өйҙә яңғыҙ ғына ултырған ҡыҙҙың ҡурҡып төшкәнен күреп, шаяртып һөйләшә, тынысландыра.
 
Рәссам баҫалҡы, инсафлы, һөйкөмлө, өркәк кенә ҡыҙҙың портретын эшләргә була. Көн буйына ҡуҙғалмай ултырырға мәжбүр булған ҡыҙ һуңынан, атай-әсәйем ҡайтып, өй эштәрем эшләнмәй ҡалғанына асыуланыр инде, тип ҡурҡып бөттөм, тип иҫләй торған була<ref>[https://www.ufa.kp.ru/daily/26563/3579062/ Касим Девлеткильдеев писал свою знаменитую картину с 12-летней девочки из Белорецкого района[https://www.ufa.kp.ru/daily/26563/3579062/].</ref>.
 
Һүрәттәге шул тиклем тәбиғи матурлыҡҡа эйә, тартынсаҡ, иманлы, шул уҡ ваҡытта эске рухи көскә эйә икәне күренеп торған ҡыҙ бала, Инйәр-ҡатай йортондағы яҫтыҡ-ҡаралды, килен бирнәһе, көнкүреш әйберҙәре фонында һынландырылып, шул осор тарихында мәңгеләштереп ҡалдырылған. Был — шул осор башҡорт ҡыҙҙары образы ла, ҡатай көнкүрешенең бер сатҡыһы ла булып һүрәтләнеп ҡалған.