Сүл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
21 юл:
 
[[Австралия]] һәм [[Төньяҡ Америка]] субтропик сүллектәренең үҫемлектәр ҡатламы байыраҡ (үҫемлектәрҙең күплеге буйынса улар Урта Азия сүллектәренә яҡын) — үҫемлектән мәхрүм булған участкалар бында юҡ тиерлек. Балсыҡлы түбән урындарҙа ҡом теҙмәләре араһында тәпәш акациялар һәм эвкалиптар өҫтөнлөк итә; ҡырсын-ташлы сүллеккә ярым ҡыуаҡлы тоҙуттар — билсән, сыбыҡлыҡтар һ. б. хас. Субтропик һәм тропик диңгеҙ яны сүллектәрҙә ([[Көнбайыш Сахара]], Намиб, Атакама, [[Калифорния]], [[Мексика]]) суккулент тибындағы үҫемлектәр өҫтөнлөк итә.
Уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрҙәге сүллектәрҙең тоҙло тупарҡтарында дөйөм төрҙәр күп. Был Был — галофиль һәм суккулент ярым ҡыуаҡлыҡтар һәм ҡыуаҡлыҡтар (тамарикс, селитрянка һ. б.), бер йыллыҡ тоҙуттар (тоҙут, сведа һ. б.).
 
Төп сүл үҫемлектәренән оазис, туғай, эре йылға үҙәндәре һәм дельта фитоценоздары ныҡ айырыла. Азияның сүлле-уртаса бүлкәтендәге үҙәндәрҙә япраҡ ҡойоусы ағастар ҡыуаҡлыҡтары — туранг тирәге, джида, тал, карама; субтропик һәм тропик бүлкәттәрҙә йылға үҙәндәре өсөн — йәшел үҫемлектәр — пальма, олеандр хас.
 
Сүллектә тереклек итеү шарттары бик ҡаты: һыу юҡлығы, һауаның ҡоролоғо, көслө ҡояш нурҙары, ҡар ҡатламының булмауы менән бергә ҡаты һыуыҡтар. Шуға күрә бында башлыса махсуслаштырылған формалар тереклек итә (морфо-физиологик ҡулланмалар менән дә, йәшәү рәүеше һәм ҡылыҡтары менән дә).
Сүллектәр өсөн тиҙ йөрөүсе сүл хайуандары хас, был һыу (һыулау юҡ) һәм аҙыҡ (үлән һирәк) эҙләү, шулай уҡ йыртҡыстарҙың эҙәрлекләүҙәренән һаҡланыу (йәшеренер урын юҡ) менән бәйле. Дошмандарҙан һәм ҡаты климат шарттарынан йәшеренеү өсөн ҡайһы бер хайуандарҙың ҡом ҡаҙыу өсөн ҡулайламалары көслө үҫешкән (оҙон һығылмалы сәстәрҙән щеткалар, аяҡтарҙа тырнаҡ һәм шырттар, улар ҡомдо тырмап алып ташлау өсөн хеҙмәт итә; ҡырҡҡыстар, шулай алғы тәпәйҙәрендә осло тырнаҡтар — кимереүселәрҙә). Улар ер аҫты һыйыныу урыны ҡора (өң), йыш ҡына бик ҙур, ҡатмарлы һәм тәрән (оло песчанка), йәки йомшаҡ ҡомға тиҙ генә күмелергә һәләтле. (круглоголовка кеҫәрткеһе , ҡайһы бер бөжәктәр). Тиҙ йүгерә торған формалар ҙа бар (бигерәк тә тояҡлылар). Күп сүл һөйрәлеүселәре (кәҫәрткеләр һәм йыландар) шулай уҡ тиҙ йөрөүгә һәләтле
 
[[Категория:Климат зоналары]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Сүл» битенән алынған