Кордова хәлифәлеге: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
9 юл:
Иң сәскә атҡан сағында хәлифәт Европалағы иҡтисади яҡтан алға киткән ил булған. Ҡол хеҙмәте киң ҡулланылған. Мөһим урында тау сәнәғәте һәм суднолар төҙөү торған . X быуатта һалымды аҡсалата түләтә башлағас, крәҫтиәндәр ауыр хәлдә ҡалған{{sfn|СИЭ|1961—1976}}.
 
Хәлифәттең дипломатик элемтәләре арта: Византияла (945,955), Германияла (955, 969) илселектәре булыуы билдәле. Ҡайһы бер Төньяҡ Африка кенәзлектәре менән сауҙа сюзеренитеты булдырыуға килтергән {{sfn|СИЭ|1961—1976}}. Хәлифәттә төрлө диндәргә ирек ҡуйылған. Шуға күрә мәҙәниәт һәм фән дөйөм мәнфәғәттә үҫешкән. X быуатта Кордовала күпләп төҙөлөш барған. Әл-Хәкәм II китапханаһында 400 мең том китап булған{{sfn|СИЭ|1961—1976}}.
 
Әл-Хәкәм II вафат булғас [[976]] хәлифәт ҡаҡшай башлай.Вариҫы булып ҡалған 10 йәшлек Хишам II ([[976]]-[[1008]]) ғәмлдә исем өсөн генә хәлифә тип һанала{{sfn|СИЭ|1961—1976}}..