Ҡытай-ҡала: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
20 юл:
== Ҡытай-ҡаланың нығытмалары ==
[[Файл:Vasnecov_ulica_v_Kitaj_gorode.jpg|слева|мини|Аполлинарий Васнецов. Ҡытай-ҡала урамы. XVII быуат.]]
1394 йылда, [[Аҡһаҡ Тимер|Тамерлан]] ябырылыуын көткән саҡта, посад әйләнәһенә ҙур соҡор ҡаҙый башлайҙар (хәҙерге Ҙур, Черкасск, Владимир, Псков тыҡрыҡтары һыҙатында) Был соҡор быуаттан артыҡ ваҡыт посадтың берҙән-бер һаҡланғысы була. Елена Глинская таш нығытма төҙөргә ҡарар ҡабул итә. 1534 йылдың яҙында ҙурыраҡ майҙанды эсенә алған яңы соҡор ҡаҙыла, был эштә бөтә [[Мәскәү]] халҡы ҡатнаша.
 
1535 йылдың 16 майында тантаналы рәүештә таш диуар һала башлайҙар, уның беренсе нигеҙ Даниил митрополит һалған. Стена төҙөү менән итальян Петрок Малый Фрязин етәкселек иткән. Ул диуарҙы фортификацияның үҙ заманы өсөн өр-яңы мөмкинлектәрен ҡулланып һалған, артиллерия үҫеше иҫәптә тотолған. Был бигерәк тә башҡа Кремль нығытмаларына ҡарағанда диуарҙың бейеклеге тәпәшәгерәк, ләкин ҡалыныраҡ булыуы, унда орудие лафеттары ҡуйырлыҡ майҙансыҡтар ҡуйылыуы менән айырылып тора.
26 юл:
Диуар төҙөү 1538 йылда тамамланған, ул 12 манаралы булған, оҙонлоғо 2567 м. Башта диуарҙа дүрт ҡапҡа була, улар Сретенский (ХVII быуат башында Никольский тип атала), Троицкий (XVII быуат аҙағында нигеҙ һалынған), Всехсвятский (XVII быуат — Варварҙар) һәм Космодемьянский (1616 йылда нигеҙ һалынған) ҡапҡалары тип атап йөрөтөлгән. 1583 йылда тәүге тапҡыр Ильинский ҡапҡаһы телгә алына. 1692 йылда Владимирская икона Богоматери сиркәүе төҙөлгәнлектән, Никольский ҡапҡаһы көпләнә, ә уның урынына манара янында диуарҙы тишеп яңы ҡапҡа яһайҙар һәм уны Владимир ҡапаһы тип атайҙар. Малый Черкасский тыҡрығындағы диуарҙы тишеп яһаған ҡапҡаны аҙаҡтан Никольский ҡапҡаһы тип йөрөтәләр.
 
Ҡыҙыл майҙанда ике ҡапҡа бар — көньяҡта Спасский ҡапҡаһы һәм төньяҡта Воскресенский ҡапҡаһы. Был ҡапҡаны Иверский тип тә атап йөрөтәләр, сөнки уның янында Иверская Божья Матерь сиркәүе бар (1669 й.йылдан алып).
 
XVIII—ХIХ быуатта мәскәүлеләргә уңайлы булһын өсөн, оборона әһәмиәтен юғалтҡан диуарҙа тағы ла бер нисә ҡапҡа тишәләр. Улар араһында иң билдәлеһе  — Третьяков ҡапҡаһы. Кремль стенаһына тейеп торған был диуарҙың участкалары [[XIX быуат]] башында һүтелә.
 
Китайгородский стеналары (бәләкәй генә өлөшөнән башҡа) [[1934 йыл]]да һүтелә. Боронғо ҡала стеналары һәм нығытмаларының бары тик бер участкаһы ғына хәҙерге Революция майҙанында тора. Шулай уҡ Варвара манараһының аҡ ташлы нигеҙенең бер киҫәге «Ҡытай-ҡала» метроһының ер аҫты үткәүелендә һаҡланған. [[1990 йыл]]дар аҙағында Воскресенский ҡапҡаһы һәм Театр майҙаны районы менән Третьяков үткәүеле (проезы) райондарында диуарҙың айырым участоктары тергеҙелә.
[[Файл:Kitay-Gorod_Panorama.jpg|центр|мини|800x800пкс|<center>Ҡытай - — ҡала панорамаһы, 1887 йыл</center>]]
 
== Тарих ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡытай-ҡала» битенән алынған