Ҡытай-ҡала: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Һайланған мәҡәләләргә кандидат}}
[[Файл:Moscow_05-2017_img33_Kitay-Gorod.jpg|мини|280x280пкс|Хәҙерге заман күренештәре (һауанан ҡарағанда), алғы планда — Богоявленский монастыры]]
'''Ҡытай-ҡала'''<ref>{{Cite web|url=http://orfo.ruslang.ru/|title=Кита́й-го́род|author=|website=Электронный «Орфографический академический ресурс АКАДЕМОС»|date=|publisher=[[Институт русского языка имени В. В. Виноградова]] Российской академии наук|lang=en|accessdate=2017-12-13}}</ref><ref>{{Cite web|url=https://bigenc.ru/geography/text/2232312|title=МОСКВА • Большая российская энциклопедия - электронная версия|publisher=bigenc.ru|accessdate=2017-12-13}}</ref> — [[Мәскәү|Мәскәү ҡалаһының]] тарихи районы, Китайгородский ҡәлғә диуары эсендә урынлашҡан. 1538 йылда мөйөштә торған һыу манараһы (башняһы) Мәскәү Кремленең Беклемишев һәм Арсенал мөйөшлө манараларына терәтеп һалынған. ХIХ—XX быуаттарҙа емерелгәндән һуң боронғо Ҡытай-ҡаланың ҙур булмаған участкалары ғына һаҡланып ҡалған.
 
Ҡытай—ҡала [[Ҡыҙыл майҙан]]дан башланып китә, төньяҡтан Охотный Ряд, Театр майҙаны һәм уның үткәүеле менән, көнсығыштан Лубянка һәм Иҫке майҙан менән, көньяҡтан майҙандамайҙан театр һәм театрға йөрөргәйөрөү юлы менән, көнсығыштан Мәскәү-йылғаһы менән сиктәш.
 
Ҡытай-ҡала территорияһы [[Тверь өлкәһе]] составына инә. Әлеге ваҡытта был Мәскәүҙең административ, эш һәм мәҙәни үҙәге. Үҙ эсенә Никольская, Ильинка, Варварка урамдарын һәм шулай уҡ Зарядье райондарын ала. [[1991 йыл|1991 йылға]] тиклем был территория Хамовники, Басманный һәм Таганский райондарына ингән.
12 юл:
Әлегә тиклем исемдәренең килеп сығышы аныҡ билдәләнмәгән. Иң киң таралған версия буйынса, райондың элекке атамаһы боронғо «кита» һүҙенән булған, ул һайғау бәйләмәһен аңлатҡан, бындай һпайғауҙар ҡаланың нығытмаларын төҙөгәндә ҡулланылған<ref>{{ССГН|Китай-город}}</ref>. «Словарь русского языка XI—XVII вв.» «кит» тигән һүҙҙе «сәс үреме, толом, бәйләм, шәлкем» тип аңлата<ref>(сравн. совр. укр. «китиця» (кытыця)). В частности, «кита» означало косичку, жгут, султан из перьев, часть воинского обмундирования, в частности, русского. Например, гусары носили киты — высокие султаны на шапках. Привычное сегодня слово «султаны» — это уже более позднее название кит, а в XVII в. они ещё назывались по-старому — китами. Это видно, например, из следующей цитаты, взятой из источника второй половины XVII в., где описывается воинское обмундирование: «Конь ездной, седло на нём гусарское… чапрак шит золотом, кита, перье то же (то есть кита из того же пера)». Автор [//ru.wikipedia.org/wiki/XVII_%D0%B2%D0%B5%D0%BA XVII века] пишет: «У шапок [янычары] имели киты». Таким образом, «кита» означала часть воинского снаряжения. Слово «кита» — с тем же смыслом — существует и в других славянских языках, например, в польском как kita (см. там же; в современном польском kita=''хвост'', то есть в том же смысле).</ref>.
 
Был һүҙ шулай уҡ итальян ''сitta'' (тулыһынса cittadelle — цитадель, нығытыу) йәки төрки һүҙе ''ҡатай'' — ҡала, ҡәлғә<ref>{{книга|заглавие=Москва: Архитектурный путеводитель|ответственный=И. Л. Бусева-Давыдова, [[Нащокина, Мария Владимировна|М. В. Нащокина]], М. И. Астафьева-Длугач|место=М.|издательство=Стройиздат|год=1997|страниц=512|страницы=25|isbn=5-274-01624-3|ref=Бусева-Давыдова и др.}}</ref>, инглиз һүҙе city йәки — ҡала үҙәге тигәндән килеп сыҡҡан тигән версиялар ҙа бар. Шулай уҡ элек ҡаланың был өлөшө Яңы йәки Икенсе ҡала тип аталған, һәм ХVI быуат аҙағында ул Урта ҡала йәки Ҡытай-ҡала тип атала башлаған, сөнки татар телендә «Ҡытай» урта тигәнде аңлата<ref>{{ВТ-ЭСБЕ|Китай-город, часть Москвы}}</ref>.
 
Урыҫ яҙыусы-журналисы Владимир Гиляровский үҙенең «Москва и москвичи» тигән китабында, шулай уҡ байтаҡ тарихсылар был атаманы батша Иван Грозныйҙың әсәһе Елена Глинская үҙенең тыуған еренә ҡайтарылған өлөшөн билдәләү өсөн әйткән тип аңлаталар. Шулай уҡ Ҡытай-ҡала тип Пронск ҡалаһының посадтар йәшәгән өлөшөн һуңғараҡ атағандар, был урындағы ҡәлғәне Мәскәү Ҡытай-ҡалаһын төҙөгән архитектор Петрок Малый исеме менән бәйле булғанға күрәбулған<ref>{{публикация|книга||автор=Воротникова И.А., Неделин В.М.|заглавие=Кремли, крепости и укрепленные монастыри Русского государства XV-XVII веков. Крепости Центральной России|место=М.|издательство=БуксМАрт|год=2012|страниц=888|страницы=777-779|isbn=978-5-906190-01-7}}</ref>.
 
И. К. Кондратьев был исемдең тағы бер версияһын килтерә, ҡаланың был өлөшөн ябай халыҡ донъя баҙары менән бәйләгән, сөнки бындағы баҙарҙа сит илдәрҙән килтерелгән тауарҙар һатылған, ә сит илдән килтерелгән һәр туҡыма «китайка» тип аталған, сөнки Русь борон замандан уҡ Ҡытай менән сауҙа иткән<ref name="Кондратьев">{{публикация|книга|автор=Кондратьев И. К.|заглавие=Седая старина Москвы|ссылка=http://www.rusarch.ru/kondratiev1.htm|ответственный=|место=М|издательство=|год=1983|isbn=|ref=}}</ref>.
22 юл:
1394 йылда, [[Аҡһаҡ Тимер|Тамерлан]] ябырылыуын көткән саҡта, посад әйләнәһенә ҙур соҡор ҡаҙый башлайҙар (хәҙерге Ҙур, Черкасск, Владимир, Псков тыҡрыҡтары һыҙатында) Был соҡор быуаттан артыҡ ваҡыт посадтың берҙән-бер һаҡланғысы була. Елена Глинская таш нығытма төҙөргә ҡарар ҡабул итә. 1534 йылдың яҙында ҙурыраҡ майҙанды эсенә алған яңы соҡор ҡаҙыла, был эштә бөтә [[Мәскәү]] халҡы ҡатнаша.
 
1535 йылдың 16 майында тантаналы рәүештә таш диуар һала башлайҙар, уның беренсе нигеҙ Даниил митрополит һалған. Стена төҙөү менән итальян Петрок Малый Фрязин етәкселек иткән. Ул диуарҙы фортификацияның үҙ заманы өсөн өр-яңы мөмкинлектәрен ҡулланып һалған, артиллерия үҫеше иҫәптә тотолған. Был бигерәк тә башҡа Кремль нығытмаларына ҡарағанда диуарҙың бейеклеге тәпәшәгерәк, ләкин ҡалыныраҡ булыуы, унда орудие лафеттары ҡуйырлыҡ майҙансыҡтар ҡуйылыуы менән айырылып тора.
[[Файл:Vladimirsky_Gate_Kitai_gorod.jpg|мини|Владимирская Богоматерь сиркәүе һәм Никольский ҡапҡаһы. 1840 йй.]]
Диуар төҙөү 1538 йылда тамамланған, ул 12 манаралы булған, оҙонлоғо 2567 м. Башта диуарҙа дүрт ҡапҡа була, улар Сретенский (ХVII быуат башында Никольский тип атала), Троицкий (XVII быуат аҙағында нигеҙ һалынған), Всехсвятский (XVII быуат — Варварҙар) һәм Космодемьянский (1616 йылда нигеҙ һалынған) ҡапҡалары тип атап йөрөтөлгән. 1583 йылда тәүге тапҡыр Ильинский ҡапҡаһы телгә алына. 1692 йылда Владимирская икона Богоматери сиркәүе төҙөлгәнлектән, Никольский ҡапҡаһы көпләнә, ә уның урынына манара янында диуарҙы тишеп яңы ҡапҡа яһайҙар һәм уны Владимир ҡапаһы тип атайҙар. Малый Черкасский тыҡрығындағы диуарҙы тишеп яһаған ҡапҡаны аҙаҡтан Никольский ҡапҡаһы тип йөрөтәләр.
 
Ҡыҙыл майҙанда ике ҡапҡа бар — көньяҡта Спасский ҡапҡаһы һәм төньяҡта Воскресенский ҡапҡаһы. Был ҡапҡаны Иверский тип тә атап йөрөтәләр, сөнки уның янында Иверская Божья Матерь сиркәүе бар (1669 й. алып).
 
XVIII—ХIХ быуатта мәскәүлеләргә уңайлы булһын өсөн, оборона әһәмиәтен юғалтҡан диуарҙа тағы ла бер нисә ҡапҡа тишәләр. Улар араһында иң билдәлеһе Третьяков ҡапҡаһы. Кремль стенаһына тейеп торған был диуарҙың участкалары [[XIX быуат]] башында һүтелә.
 
Китайгородский стеналары (бәләкәй генә өлөшөнән башҡа) [[1934 йыл]]да һүтелә. Боронғо ҡала стеналары һәм нығытмаларынаннығытмаларының бары тик Революциябер майҙанындаучасткаһы ғына берхәҙерге участкаһыРеволюция майҙанында тора. Шулай уҡ Варвара манараһының аҡ ташлы нигеҙенигеҙенең бер киҫәге «Ҡытай-ҡала» метроһының ер аҙтыаҫты үткәүелендә һаҡланған. [[1990 йыл]]дар аҙағында Воскресенский ҡапҡаһы һәм Театр майҙаны районы менән Третьяков үткәүеле (проезы) райондарында диуарҙың айырым участоктары тергеҙелә.
[[Файл:Kitay-Gorod_Panorama.jpg|центр|мини|800x800пкс|<center>Ҡытай - ҡала панорамаһы, 1887 йыл</center>]]
 
== Тарих ==
Кремль менән бер рәттән, Ҡытай-ҡала — боронғо [[Мәскәү]] районы (был бигерәк тә Зарядьеға ҡағыла), ул Бөйөк посад булараҡ билдәле. Уның өлөшө хәҙерге Кремль биләмәһендә урынлашҡан , әммә Иван Калита һәм Дмитрий Донской ваҡытында Кремлде киңәйткән саҡта, посад Кремлдән ҡыҫырыҡлап сығарыла, бының һөҙөмтәһендә посад хәҙерге Ҡытай-ҡала территорияһына табан көнсығышҡа үҫешә.
 
[[XVI быуат]]а Кремлдәге тығыҙлыҡтан абрйлыабруйлы халыҡ Ҡытай-ҡалаға күсә һәм ул аристократтар йәшәгән райондың сифаттарына эйә була, ә ундағы сауҙагәрҙәр Замоскворечьегә, күскән,ә һөнәрселәр йыл да һыу баҫа торған, шунлыҡтан аристократтар күҙе төшмәй торған Зарядьегә күскән. [[Иван Грозный]] Ҡытай-ҡаланан баярҙарҙы һәм дворяндарҙы ҡыуып сығарған һәм сауҙагәрҙәргә Ҡытай-ҡалала йәшәргә ҡушҡан. Ул үлгәндән һуң, моғайын, баярҙар һәм дворяндар сауҙагәрҙәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарған, уларға [[XVII быуат|XVII быуаттың]] аҙағында Кремль приказынан күсерелгән приказныйҙар өҫтәлгән.
[[Файл:Alexeev_Novaya_plocshad.jpg|слева|мини|250x250пкс|XVII быуатта Яңы Черкассы тыҡрығы.]]
[[1701 йыл]]да халыҡ иҫәбен алғанда Ҡытай-ҡалала 272 йорт була, шуларҙың 152-һе руханиҙар, 54 — дворяндар һәм баярҙар, 24 — дьяктар, 6 — һарай хеҙмәткәрҙәре, 29 — сауҙагәрҙәр, 6 — ҡала хеҙмәткәрҙәре һәм 1— крепостной кеше ҡарамағында булған. Шул уҡ ваҡытта һәр йорт ихатаһы уртаса 1100 м2 тәшкил иткән. Ләкин, Ҡытай-ҡала Мәскәүҙең сауҙа үҙәге (бында Каруанһарай (Гостиный двор) һәм Сауҙа рәттәре) булып торғанлыҡтан, ул ХVIII— XIX быуатта яңынан сауҙагәрҙәр районы характерын ала. [[XIX быуат]]та был районда эре күмәртәләп һатыу барған; бында ҡала биржаһы, банктар һәм конторҙар барлыҡҡа килә; [[ХХ быуат]] башында ул «Мәскәү Сити» данын ала.
 
Бында шулай уҡ Петр заманына тиклем рус китап баҫыу үҙәге (Матбуғат йорто, артабан Никольскийҙәге Синод типографияһы) һәм мәғрифәтселек (Заиконоспасский монастыры мәктәбе, артабан Славян-грек-латин академияһы, шунда уҡ) үҙәге булған; ошонда уҡ Елизавета батшалыҡ иткәндә [[Мәскәү дәүләт университеты|университет]] (Земский приказ бинаһы, хәҙерге Тарих музейы урынында) урынлашҡан. Революция йылдары алдынан Никольскийҙағы «Славян баҙары» рестораны ҡалала дан тотҡан.
 
Совет заманында Ҡытай-ҡалала партия-дәүләт учреждениеһы, шул иҫәптән КПСС Үҙәк Комитеты биналары комплексы (хәҙер Президент хакимиәте) районы булған. [[2011 йыл]]дың көҙөндә бында ҡоймалар ҡуйыу башлана, был «Архнадзор»ҙы һәм башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәрен бик ныҡ хәүефкә һала, сөнки ҡоймалар Ҡытай-ҡаланың тарихи иҫтәлекле урындарына, 17 сәғәттә хакимиәт учреждениеларының эш көнө тамамланғандан һуң, инеү мөмкинлеген сикләтә. Федераль һаҡлау хеҙмәте чиновниктары фекеренсә, ҡойма «кешеләрҙе Ҡытай-ҡаланан ситкә сығарыуҙың бер символы булып тора».
95 юл:
* ВВедение во храм Пресвятой Богородицы «Златоверхая» сиркәүе, Каруанһарай(Гостиный двор) янында (1790 йылда һатыуға һүтелгән)
 
== Бәләкәй сиркәүҙәр (часовнялар) ==
== Часовнялар ==
* Владимир ҡапҡаһы янындағы Владимир сиркәүенең Владимирская Богоматерь часовняһы (1934 йыл һүтелгән)
* Варварҙар ҡапҡаһы янындағы Боглюбская икона Божьей Матери часовняһы (1928 йыл һүтелгән)
137 юл:
Элек-электән Ҡытай-ҡала территорияһында сауҙа гөрләп сәскә атҡан. Юҡҡа ғына борон «Мәскәүҙә ата-әсәңдән башҡа бөтә нәмәне лә һатып алып була» —тип әйтмәгәндәр. Мәскәү өсөн посадтың әһәмиәте шул тиклем ҙур булған, шунлыҡтан, кенәз Иван Данилович Калита үҙенең төп резиденцияһын уға яҡынлатып һалған һәм йөрөр өсөн Кремлдең көнсығыш диуарында яңы төп ҡапҡа уйҙырған.
 
Никольский урамынан алып Варваркаға тиклем һәм артабан мәскәүМәскәү йылғаһы аша «тере» күпер һуҙылған. ХV быуат аҙағындағы көслө янғындан һуң, Кремль диуарының көнсығыш яғында (аныҡлап әйткәндә Кремль соҡоронан ары) йөҙ ҙә ун сажин киңлегендә йорттар һалынмаған майҙан барлыҡҡа килә (ул ХVII быуатта «Ҡыҙыл майҙан» тип атала башлай). Кремль алдындағы бөтә майҙан сауҙа итеүселәрҙең эскәмйәләре менән тулған, һатыусылар, бер кемдән дә тартынмайса, Василий Блаженный соборы янында, Лобное место янында ла, Неглименский күперендә лә ҡысҡырып, һатып алыусыларҙы үҙ тауарҙары янына саҡырып торғандар. Һатыусылар менән күршеләш булыу юғары власть әһелдәренә оҡшамаған, һәм 1596—1598 йылйылда, сауҙа майҙаны зоналарының сиктәрен билдәләйҙәр. Ул урын Никитская, Ильинка, Варварка урамдары меән сикләнгән, унда сауҙагәрҙәрҙең таштан һалынған палаталары барлыҡҡа килгән. Тап шул саҡта Юғары, Урта, Түбәнге Сауҙа рәттәре тип аталған кварталдар барлыҡҡа килгән. Әммә ошондай саралар ҙа һатып-алышты майҙанда ныҡлап туҡтата алмай, сауҙа итеү тағы ла ике йөҙ йыл самаһы Ҡыҙыл майҙанда дауам иткән.
 
Сәйәхәтсе Адам Олеарий Мәскәү сауҙа рәттәрен «урамдар» тип атай.
157 юл:
«''Мәскәүҙә һатып алғанда тауар хаҡын байтаҡ күтәреп һорау һәм уны түбән төшөрөү йолаһы булған. Сауҙагәр кешенең кемлегенә ҡарап үҙ хаҡын ҡуйған һәм бер үк тауарҙы кешеһенә ҡарап ун тапҡырға ла арттырып һатҡан''».
 
Ҡайһы саҡ сауҙагәрҙәр, хаҡты төшөрөргә дәртле кешеләр йыйылған саҡта, «зеленить или краснить» үҙенсәлекле уйынын ойошторғандыр. Кибеткә һатып алыусы инеп, берәй тауар, мәҫәлән, көңгөрт һоро буҫтау һораған саҡта, сауҙагәр бик тыныс төҫ менән ҡыҙыл йәки йәшел буҫтау төргәген сығарып һалған. Сауҙагәр һатып алыусыны уға кәрәкле тауарҙың ошо икәнлегенә ышандырырға тырышҡан. Һатып алыусы, сауҙагәр аҡылдан яҙғандыр тип уйлап, икенсе кибеткәнкибеткә киткән. Был кибеттә лә шул уҡ хәл ҡабатланған: сауҙагәр һоро буҫтау урынына ҡыҙыл йәки йәшел буҫтау килтергән. Бер нисә кибеттә лә шуны күргән меҫкен һатып алыусы үҙенең аҡылы зыянланмаған микән тип шикләнә башлаған.
 
Баш ҡаланы Мәскәүҙән Петербургҡа күсергәс, Ҡытай-ҡала сауҙагәрҙәре күпләп Замоскворечье биҫтәһенә күсеп киткән.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡытай-ҡала» битенән алынған