Сәхәбәләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
18 юл:
Әсхәбтәр Исламдың нығыныуына айырата ҙур өлөш индергән кешеләр, сөнки Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан уның эштәре, ҡылыҡтары һәм ниәттәре тураһында һөйләп ҡалдыралар (хәдистәр). Улар әле лә Исламдағы төп сығанаҡтар булып ҡала һәм шәриғәтте аңлатыуҙа ҡулланыла.<ref name="Исламист" />. Сөнниҙәрҙең фекере буйынса, диндә иң лайыҡлы кешеләр — Пәйғәмбәрҙәр, уларҙан ҡала — сәхәбәләр. Һуңғылары араһында иң лайыҡлылары 4 хәлиф — хаҡ имам: [[Әбү Бәкер]], [[Ғүмәр ибн әл-Хәттаб]], [[Усман ибн Әффан|Усман]] һәм [[Али ибн Әбү Талип]]; улар артынан Мөхәммәт Пәйғәмбәр ожмахҡа инәсәктәрен әйтеп ҡалдырған 6 сәхәбә һәм Пәйғәмбәребеҙҙең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйен<ref name=autogenerated4 />
 
Ҡатындар араһынан тәүге булып Ислам ҡабул итеүсе -Пәйғәмбәрҙең беренсе хәләл ефете [[Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡатындары|Хәҙисә]]<ref name=autogenerated1 />; ирекле ирҙәр араһынан беренсе булып [[Әбү Бәкер]] иман килтерә, балалар араһынан — Али ибн Әбү Талиб, ҡолдарҙан — [[Зәйд ибн Харис]].<ref name=autogenerated5 /><ref>[http://www.islam.ru/book/export/html/645 Праведные халифы] // Islam.Ru</ref> Рисаләт ингәндең тәүге 3 йылында Пәйғәмбәр дәғүәтте йәшерен алып бара, Мәккәлә бары 40 кешене иманға килтерә. Бәдр һуғышында инде 313 сәхәбә ҡатнаша. Мосолман ғалимы әл-Куртуби (вафаты 1071) китабында 2770 сәхәбә телгә алына. Мәккәне алғас,10 000-гә етә .<ref name=autogenerated4 />
 
Сәхәбәләр араһында мөһәжирҙәр (һижрәт яһаусылар) менән ансарҙар айырым урын тота — [[Ғәрәп хәлифәте]]ндә улар хәлиф һайлауға йоғонто яһай, юғары вазифаларҙы биләй<ref name="Исламист" />.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Сәхәбәләр» битенән алынған