Бөйөк депрессия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
13 юл:
Хатта 1929 йылдағы Уолл-Стрит ваҡиғаһынан һуң да күпмелер ваҡыт иҡтисади хәлдең яйланыуына ышаныс һаҡлана. Фонд биржаларының эшмәкәрлеге [[1930]] йылдарҙың башында тергеҙелә һәм 1929 йылдың апреле кимәленә әйләнеп ҡайта, был 1929 йылдың сентябре кимәленән 30 процентҡа тиерлек ҡайтыш була. Килемдәрен акцияларҙа тотҡан кешеләр байтаҡ аҡса юғалта. Улар артынса банктар юҡҡа сыға башлай - уларҙан аҡса алып тороп акция һатып алыусылар бурыстарын ҡайтара алмай. Бынан тыш, банктарҙың ябылыуынан ҡурҡҡан халыҡ депозиттарҙа һаҡлаған аҡсаларын кире ала башлай, был банктарҙың артабан юҡҡа сығыуына килтерә. Банктарҙың ярҙамынан яҙған ойошмалар ябыла, кешеләр күпләп эшһеҙ ҡала башлай. Халыҡтың һатып алыу мөмкилеге ҡырҡа кәмей, ауыл хужалығы, сәнәғәт тауарҙары һәм башҡа төр тауарҙарға хаҡтар төшә. 1930 йылдың аҙағынан [[иҡтисад|иҡтисади]] хәл туҡтауһыҙ насарая, был [[1933]] йылдың мартына тиклем дауам итә.
== Сәбәбтәре ==
[[Рецессия]] - баҙарға сығарылған тауарҙар һәм уларҙы һалыпһатып алыу күләме араһында булған тигеҙһеҙлек арҡаһында ғәҙәттә була торған хәл. Башлыса тыныс һәм ҡыҫҡа үтеүсән рецессияның ни сәбәптән тәрән һәм оҙайлы депрессияға әйләнеүе ҡыҙыҡһыныу һәм бәхәстәр нигеҙе булып тора. Был депрессияның башланыу сәбәптәрен эҙләү буласаҡ депрессияларҙы нисек булдырмаҫҡа тигән һорау менән тығыҙ бәйле. Төп һорауҙарҙың береһе – депрессия башланыныуына нығыраҡ [[ирекле баҙар]] сәйәсәтеме, әллә банктар һәм аҡса әйләнешен дәүләт ҡарамағына алыу өсөн үткәрелгән саралар йоғонто яһағанмы? Дәүләттең иҡтисад үҫешендә роле ҙур булыуына ышаныусылар ирекле баҙарҙы, ә ирекле баҙарға ышаныусылар хакимиәтте ғәйепле итеп күрә.
 
Йәшәп килгән теориялар өс төп төргә бүленә ала. Беренсеһе - [[Монетаризм|монетаристар]], улар улар Бөйөк депрессия ғәҙәти рецессия булараҡ башлана, әммә яңылыш монетар сәйәсәт арҡаһында ҡулланыуҙа булған аҡса күләме кәмей һәм был рецессияның тәрәнәйенеүенә килтерә, тип иҫәпләй. Был ҡараш буйынса, әгәр Американың [[Федераль резерв система]]һы ваҡытында банктарға ярҙам күрһәтһә, улар күпләп банкротҡа әйләнеүҙән туҡтар ине.
20 юл:
 
Ахырҙа, был ике теорияның аңлатмаһын тулыһынса ҡабул итмәгән йә иһә бөтөнләй кире ҡаҡҡан төрлө теориялар йәшәп килә. Мәҫәлән, [[Яңы классик макроэкономика теорияһы|яңы классик макроэкономистар]] дәүләттең иҡтисадты үҙ ҡарамағы аҫтына алыуы баҙарҙың ирекле үҫешенә ҡамасаулай, был депрессияның оҙаҡҡа һуҙылыуына килтерә, ә профсоюздар барлыҡҡа килеүе эшһеҙлек үҫешенә булышлыҡ итә, тип иҫәпләй. [[Марксизм|Марксистар]] көрсөк башланыуында [[Капитализм|капиталистик ҡоролоштоң]] үҙен ғәйепләй.
 
== [[Алтын стандарт]] ==
Ул ваҡытта әйләнештәге аҡса күләме алтын запастарына бәйле була, был монетар система [[Алтын стандарт]] тип атала. Аҡса күләмен арттырыу өсөн, депрессияға ҡаршы сара итеп Алтын стандарттан баш тарталар. Төрлө ил төрлө ваҡытта был монетар системаны ҡулланыуҙан туҡтай, һәм төрлө илгә был төрлөсә йоғонто яһай.