Йәйғор: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
31 юл:
 
== Тәбиғәттә йәйғор күренеше ==
[[Физика]] дәрестәрендә был мөғжизәнең атмосфералагы оптик күренеш булыуы, ҡояш яҡтыһының һыу тамсыһында һынып, спектрҙың ете төҫөнә тарҡалыуы тип аңлаттылар. Төрлө оҙонлоҡтағы тулҡынды һыу тамсыһы төрлөсә һындырып, аҡ төҫ спектрға тарҡала — иң кескенә һыныу мөйөшө ҡыҙыл төҫтөҡө, ә иң ҙурыһы —– миләүшәнеке. Был күренеш дисперсия тип атала.
 
Йәйғорҙы күреү өсөн, ҡояшка арт менән, ә һыу тамсыларына йөҙ менән баҫырға кәрәк. Әммә йәйғор берәү генә түгел, уның янында икенсеһе, өсөнсөһө лә күренергә мөмкин. Тимәк, һыу тамсыһында нур ике йәки өс тапҡыр һына. Былары, билдәле, тоноғораҡ була. Иғтибарлы кеше икенсе йәйғорҙа төҫтәрҙең тәртибе төп күперҙәгегә ҡапма-ҡаршы булыуын да күрер. Әгәр төп күперҙә ҡыҙыл төҫ дуғаның тышында булһа, икенсеһендә ул эсендә булыр.
46 юл:
* Скандинавтарҙа ул — тәңреләр торағын ер менән тоташтырыусы күпер.
* Боронғо һинд мифологияһында — күк күкрәү һәм йәшен аллаһы Индраның йәйәһе.
* Әрмән мифологияһында йәйғор — Тирҙың билбауы (Тир — тәүҙә ул ҡояш аллаһы, аҙаҡтан яҙма, сәнғәт, фән аллаһы).
* Славяндарҙың ышаныуҙары буйынса, йәйғор күл, йылға һәм диңгеҙҙәрҙән һыу эсә, был һыу аҙаҡтан ямғыр булып яуа. Ҡайһы берҙә ул һыу менән бергә балыҡтарҙы һәм тәлмәрйендәрҙе лә йота, шуға күрә улар ҙа күктән төшөү осраҡтары бар. Йәйғор ҡалҡыу бәхетһеҙлекте иҫкәрткән, әгәр инде кеше йәйғор аҫтынан үтә алһа, ир-егет ҡатын-ҡыҙға, ә ҡатын-ҡыҙ — ир-егеткә әйләнгән.
* Байтаҡ африкалы ҡабиләләрҙең ышаныуы буйынса, йәйғор ергә тоташҡан ерҙә хазина (ҡиммәтле таштар, ҡабырсаҡтар йәки ынйы) табырға мөмкин  
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Йәйғор» битенән алынған