Башҡортостан (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл:
}}
 
'''Башҡортостан''' — ижтимағи-сәйәси гәзит. [[Башҡортостан Республикаһы]]ның дәүләт телдәренең береһе булған [[башҡорт теле]]ндә [[Өфө]] ҡалаһында нәшер ителә. Гәзитте ойоштороусылар — [[Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай]], [[Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте]]. Гәзит 1917 йылдың 14 июненән «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» тигән исем менән башлап сыға.
 
Баҫма республиканың район һәм ҡалаларындағы көндәлек ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙе яҡтырта, башҡорт халҡының [[тарих]]ы, [[мәҙәниәт]]е һәм [[башҡорт әҙәбиәте|әҙәбиәте]] буйынса материалдар сығара, шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән [[Рәсәй]] төбәктәренән төрлө характерҙағы материалдарҙы даими биреп бара. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында очерктар һәм һүрәтләмәләр һәр ваҡыт донъя күрә. Бынан тыш гәзиттә көнитмештең төрлө яҡтарына ҡағылған һәм сәнәғәт, иҡтисад, хоҡуҡ, әхлаҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, тирә-яҡ мөхит, спорт өлкәләрен яҡтыртҡан һәм башҡа темаларға ла, уҡыусылар хаттарына ла күпләп урын бирелә.
 
[[ХХ быуат]]тың һуңғы һәм ХХI быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында гәзит аҙнаһына биш мәртәбә, ҡайһы бер йылдарҙа 30 меңдән дә артҡан тираж менән баҫылһа, һуңғы йылдарҙа аҙнаға дүртөс тапҡыр сыға. Йома көн һаны икеләтә күләмдә «Башҡортостан» — «Йома» исеме менән донъя күрә, һәм уға үҙаллы индекс менән айырым яҙылыу ойошторолаойошторолған. 2014 йылдың тәүге яртыһында 13 мең 073 дана баҫылһа, 2015 йылдың тәүге яртыһында дөйөм тираж 11 мең 581 дана тәшкил итте.
 
== Тарихы ==