Аҡһаҡ Тимер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
30 юл:
[[Сыңғыҙхан]] нәҫеленән булмағас, Тимер бөйөк [[хан (дәрәжә)|хан]] исемен йөрөтә алмаған, үҙен тик әмир тип кенә атаған. Ләкин 1370 йылда сыңғыҙиҙар менән туғанлашып, ''Тимер Гурган'' исемен алған<ref>Султанов Т. И., Поднятые на белой кошме. Потомки Чингиз-хана. Алматы: Дайк-пресс, 2001, с.97</ref> (''Timūr Gurkānī'', (''تيموﺭ گوركان''), Gurkān — ''күрүгән'' йәки ''хүргән'', «кейәү»; [[Монгол теле|монголсанан]] [[Фарсы теле|фарсылашҡан]] вариант. Бынан һуң Тимер, хан нәҫеле [[сыңғыҙиҙар]] менән туғанлашып, уларҙың йорттарына иркен инә һәм теләгәнен эшләй алған<ref name=autogenerated5>''Ибн Арабшах.'' История амира Темура. Т., 2007</ref>.
Фарсы телендәге күп кенә сығанаҡтарҙа ''Тимур-э Лянг'' (Tīmūr-e Lang, تیمور لنگ) «Аҡһаҡ Тимер» тип аталғаны күренә, мыҫҡыллы ҡараш булғандыр инде<ref>[http://www.britannica.com/EBchecked/topic/596358/Timur Статья о Тимуре в энциклопедии Britannica]</ref> Был көнбайыш телдәргә (''Tamerlan'', ''Tamerlane'', ''Tamburlaine'', ''Timur Lenk'') һәм рус теленә лә ингән,әммә исемдә кире ҡараш сағылмай һәм «Тимер» исеме менән ҡатар йөрөй.
 
== Аҡһаҡ Тимер һәм башҡорттар ==
 
Аҡһаҡ Тимер тарихи башҡорт ерҙәрендә байтаҡ эҙҙәр ҡалдырған. Шуларҙың береһе - бөгөн Варна тип аталған ҡала янындағы кәшәнә.
 
Шулай уҡ ул бөгөнгө Шишмә районының үҙәге янындағы Хөсәйенбәк кәшәнәһен төҙөтөүе менән билдәле.
1393 йылдарҙа Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың артынан төшкән Аҡһаҡ Тимер Башҡорт иленә килеп инә.Дим йылғаһы буйына ғәскәре менән килеп еткәс, Хөсәйенбәктең ҡәберен күрә, уға мөһабәт кәшәнә төҙөтөр өсөн ун ике дөйә менән Төркөстандан яҙыулы ҡәбер ташы килтертә. <ref>Һәр башҡорт күрергә тейешле урындар бар [http://mail.rihll.ru/obshestvo/23332-r-bashort-krerg-teyeshle-uryndar-bar.html]</ref>.
Кәшәнә тиҙ үк төҙөтөлә.
Кәшәнә тураһында легендалар төрлө. Мәҫәлән, кәшәнә һалдырған йылы Аҡһаҡ Тимер ҡайтып китеп өлгөрмәй, башҡорттар араһында ҡышлап ҡалырға мәжбүр була. Билдәһеҙ сәбәптәр менән, ғәскәренән бер нисә кеше үлеп ҡала. Кәшәнә янында алты ғәскәр башы ерләнгән тип һанайҙар. Тап шул ҡәберҙәрҙән боронғо Аҡзыярат (Аҡзират) барлыҡҡа килгән. Бында әле лә боронғо яҙыулы ҡәбер таштары тора <ref>Бында Тамерландың эҙе һаҡлана[http://kitap.bashkort.org/bashvest/1009.html].</ref>
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡһаҡ_Тимер» битенән алынған