Башҡорт ихтилалдары (1735—1740): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
45 юл:
 
=== 1-се этабы ===
Ырымбур экспедицияһы әҙерләнгәнлеген башҡорттар 1734 йылда [[Килмәк Нурышев]]ҡа — Нуғай даруғаһының күренекле бейенә Петербургтан башҡорт старшинаһы һәм муллаһы ''Туҡсура Алмаҡовтан'' килгән хаттан белгән. 1734 йылдың һуңында һәм 1735 йылдың яҙында бөтә 4 даруға вәкилдәре [[ҒазиҠазый мәсете]]нә ҡоролтайға йыйылған. Пётр Иванович Рычков раҫлағанса, ерҙәренән һәм азатлығынан мәхрүм ҡалыу ҡурҡынысы янағанлыҡтан<ref>''Жуковский П. В.'' Дополнения к «Истории Оренбургской» П. И. Рычкова //Труды Оренбургской ученой архивной комиссии. Вып.33. Оренбург.1916. С.102-103; РГАДА. Ф.248. Кн.1236. Л.34-35.</ref>, башҡорттар <blockquote>«…бөтөнләй иректән яҙҙырырҙар, тип һөйләшеп, Ырымбур ҡалаһын (хәҙерге Орск ҡалаһы) төҙөүгә бөтөн көстәре менән ҡаршы торорға ҡарар иткән».</blockquote> 1735 йылдың май һуңында — июнь башында Өфө эргәһендә Килмәк Нурышев һәм [[Аҡай Күсемов]] етәкселегендә йыйылған башҡорттар, Ырымбурҙы төҙөү тураһындағы ҡарарҙан баш тартыуҙы талап итеп, [[Кирилов Иван Кириллович|Иван Кириллович Кириловҡа]] ике вәкил ебәргән. Хөкүмәт кешеләре, ебәрелгән вәкилдәрҙе язалаған, береһе хатта үлтерелгән. 1735 йылдың 15 июнендә Кирилов экспедицияһының Өфөнән Ыр йылғаһына табан хәрәкәте ихтилал тоҡаныуын белдергән. Тәүге бәрелеш 1-6 июлдә булған: Килмәк Нурышевтың 3 меңлек отряды, экспедицияны һаҡлап уның артынан килгән, Вологда полкының роталарына һөжүм иткән.
 
1735 йылдың йәйендә күмәк кеше йәлеп иткән башҡорт хәрәкәте Башҡортостандың европа өлөшөндә йәйелдерелә. Өфө янындағы рус ауылдарына, Табын ҡәлғәһенә һөжүм иткәндәр, [[Минзәлә]] һәм башҡа тораҡтар ҡамауҙа ҡалған. Августа Тенис биҫтәһенән Ырымбурға сыҡҡан аҙыҡ-түлек ылауы ҡыйратыла. Баш күтәреүселәрҙең төп көстәре Ағиҙел йылғаһы бөгөлөндә һәм Дим йылғаһы буйында туплана. Баш ҡалаға ихтилал башланыуы тураһындағы хәбәр июль һуңында барып етә. Баш күтәреүселәргә ҡаршы торор өсөн Башҡорт эштәре комиссияһы булдырылған. Комиссия етәксеһе һәм Башҡортостандағы хәрби көстәр командиры итеп 1735 йылдың 13 авгусында генерал-лейтенант [[Румянцев Александр Иванович|Александр Иванович Румянцев]] тәғәйенләнгән. Уның ҡарамағына 3 регуляр полк, 500 яйыҡ казагы, 3000 ҡалмыҡ булған. Баш күтәреүселәргә ҡаршы 20 меңдән ашыу кешенән торған бер нисә каратель экспедицияһы ойошторолған.
57 юл:
Хөкүмәттең 1736 йылғы 11 февраль бойороғо һәм 1736 йылғы 16 февраль бойороҡтары Башҡортостандағы үҙидара системаһын контролдә тотоуға йүнәлтелә. Башҡорттарҙа бойороҡтоң ер фондының аҫабалығын юҡҡа сығарыу тураһындағы положениелары айырата нәфрәт тыуҙыра. Ихтилалдың үҙәге Башҡортостандың Себер даруғаһына яҡын ятҡан буласаҡ Иҫәт провинцияһы территорияһында формалаша. 1736 йылдың яҙында башҡорттар Утятский, Крутихинский биҫтәләренә, Окуневский төрмәһенә (острог), Полевской заводына һөжүм итә. Был райондағы баш күтәреүселәрҙе Татищев Василий Никитичтың хәрби командаһы баҫтырған.
 
Нуғай даруғаһында, Дим йылғаһы буйында, 1736 йылдың март ахырынан үҙенең ғәскәрҙәре менән 200 ауылды һәм Башҡортостандың төп мәсете — [[ҒазиҠазый мәсете]]н яндырыусы И. К. Кирилов торған<ref>''[[Витевский, Владимир Николаевич|Витевский В. Н.]]'' И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 г. Казань, 1897. Т. 1. с.146</ref>. И. К. Кириллов, майор Б. Л. Останков һәм генерал-лейтенант А. И. Румянцев командалары тарафынан барлығы 500-гә яҡын ауыл юҡ ителгән (3 мең кеше үлтерелгән), Мартта Сыбаркүл ҡәлғәһенә нигеҙ һалынғанлыҡтан, уның гарнизоны яҡын-тирә территорияны контролдә тоторға тейеш булған. Хәрби команда баш күтәреүселәрҙең баҫымын бер аҙ ҡаҡшатҡан, [[Силәбе]] ҡәлғәһенә ихтилалдың 1-се тулҡыны түбәнәйеүе шарттарында нигеҙ һалынған.
 
=== 2-се этабы ===