Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Сифатлы мәҡәләләргә кандидат
22 юл:
1928 йылдың йәйендә рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдиев, [[Блюменталь Юлий Юльевич|Юлий Блюменталь]], [[Тюлькин Александр Эрастович|Александр Тюлькин]] республика буйлап ижади сәфәргә сығалар. Улар Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге [[Белорет районы]]ның) [[Инйәр]] ҡасабаһына киләләр, өс саҡрымда ғына урынлашҡан [[Уҫманғәле]] ауылында уҡытыусы Зәйнулла Хажиәхмәтовҡа фатирға төшөләр. Зәйнулла Хажиәхмәтов ауылдың беренсе уҡытыусыһы, педагогия институтын тамамлаған юғары белемле кеше була. Ҡасим Дәүләткилдиевтың «Башҡорт йортоноң болдоро» тигән әҫәре — тап ошо йортҡа ҡарап яҙылған да инде.
 
Ҡасим Дәүләткилдиев бер нисә портрет әҫәре лә яҙа. Шулар араһында — «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һүрәте<ref>ИСТОРИЯ КАРТИНЫ ДЕВЛЕТКИЛЬДЕЕВА «ДЕВОЧКА-БАШКИРКА В ГОЛУБОМ» [http://ufa-gid.com/ocherki/istoriya-kartiny-devletkildeeva-quotdevochkabashkirka-v-golubomquot.html]</ref>. Ул юғары сәнғәт кимәлендә ижад ителгәнлеге менән айырылып тора. Әҫәр 1929 йылдың башында [[Мәскәү]]ҙәге Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелгән. Шулай уҡ 1929 йылда [[АҠШ]]-та Сан-Диегола «Милли төбәктәр рәссамдары» тип аталған Бөтә донъя күргәҙмәһенә Юлий Блюменталь, Василий Сыромятников , Александр Тюлькин, Ҡасим Дәүләткилдиевтың әҫәрҙәре ҡатнаша Улар араһында «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һәм «[[Һунарсы башҡорт]]» әҫәрҙәре була.
 
Әҫәрҙең героиняһы — ошо ауыл ҡыҙы, Йомағолова Мәрйәм Йомағол ҡыҙы. Уларҙың ғаиләһе хәлле йәшәгән, малды күп тотҡан. Тау-ташлы, урманлы [[Инйәр]] төбәгендә бесән эшләү еңелдән түгел, шуға ата-әсәһе һуңлап ҡына ҡайта торған булған, ә ҡыҙыҡай өйҙә донъя көтөп ҡалған. Ул саҡта Мәрйәмгә 12 генә йәш булған.
 
Мәрйәмдәрҙең өйөнә ике кеше килеп инә, улар башҡортса һөйләшәләр. Оҙон, ҡаҡсаһы Дәүләткилдиев була ла инде. Өйҙә яңғыҙ ғына ултырған ҡыҙҙың ҡурҡып төшкәнен күреп, шаяртып һөйләшә, тынысландыра.