Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы''' - — башҡорт [[СССР|совет]] рәссамы, 1937 йылдан СССР Художниктар союзы ағзаһы, башҡорт рәссам сәнғәтенә нигеҙ һалған [[Дәүләткилдиев Ҡасим Сәлиғәсҡәр улы]] әҫәре <ref>Касим Девлеткильдеев - — первый художник из башкир (К 130-летию со дня рождения выдающегося мастера живописи)[http://www.bashinform.ru/news/983982-kasim-devletkildeev-pervyy-khudozhnik-iz-bashkir-k-130-letiyu-so-dnya-rozhdeniya-vydayushchegosya-ma/.]</ref>.
 
[[FileФайл:Девлеткильдеев Девушка-башкирка в голубом.jpg|thumb|Ҡасим Дәүләткилдиев. Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы]]
 
== Рәссәмдың биографияһынан ==
{{main|Дәүләткилдиев Ҡасим Сәлиғәсҡәр улы}}
Дәүләткилдиев Ҡасим Сәлиғәсҡәр улы 1887 йылдың 11 апрелендә [[Өфө губернаһы]]нда [[Күгел]] ауылында (хәҙерге [[Благовар районы]]) донъяға килгән. Йәшләй етем ҡалып, Өфө ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнә. [[Петербург]]та Юғары художество-сәнәғәт училищеһын тамамлап, Художество академияһына уҡырға инә, әммә уны тамамлай алмай. .
 
1917 йылда Өфөгә ҡайта һәм ғүмеренең ахырынаса (1947 йылғаса) Өфөлә йәшәй.Ҡайтыу менән, Өфө художество түңәрәгендә әүзем эшләй, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Октябрь революцияһынан һуң, [[Өфө]]лә революцион Рәсәй рәссамдары берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе була. М. В. Нестеров Өфө художество музейы ойошторолғас, Ҡ. Дәүләткилдиев унда эшләп ала һәм ғүмеренең ахырынаса музей менән бәйләнешен өҙмәй.
 
1926 йылда Өфөлә сәнғәт училищеһы асыла һәм Ҡ. Дәүләткилдиев унда эшләй башлай, ул башҡорттарҙан беренсе рәсем сәнғәте уҡытыусыһы була.
 
20-се һәм 30-сы йылдарҙа ул халыҡ сәнғәте әҫәрҙәрен йыйыу маҡсаты менән республика буйлап экспедицияларҙа йөрөй. Шул сәфәрҙәренең береһендә, 1928 йылда, ул Белорет, Учалы райондарында булып китә.
27 юл:
Мәрйәмдәрҙең өйөнә ике кеше килеп инә, улар башҡортса һөйләшәләр. Оҙон, ҡаҡсаһы Дәүләткилдиев була ла инде. Өйҙә яңғыҙ ғына ултырған ҡыҙҙың ҡурҡып төшкәнен күреп, шаяртып һөйләшә, тынысландыра.
 
Рәссам баҫалҡы, инсафлы, һөйкөмлө, өркәк кенә ҡыҙҙың портретын эшләргә була. Көн буйына ҡуҙғалмай ултырырға мәжбүр булған ҡыҙ һуңынан, атай-әсәйем ҡайтып, өй эштәрем эшләнмәй ҡалғанына асыуланыр инде, тип ҡурҡып бөттөм, тип иҫләй торған була<ref>Касим Девлеткильдеев писал свою знаменитую картину с 12-летней девочки из Белорецкого района[https://www.ufa.kp.ru/daily/26563/3579062/].</ref>.
 
Һүрәттәге шул тиклем тәбиғи матурлыҡҡа эйә, тартынсаҡ, иманлы, шул уҡ ваҡытта эске рухи көскә эйә икәне күренеп торған ҡыҙ бала, Инйәр-ҡатай йортондағы яҫтыҡ-ҡаралды, килен бирнәһе, көнкүреш әйберҙәре фонында һынландырылып, шул осор тарихында мәңгеләштереп ҡалдырылған. Был — шул осор башҡорт ҡыҙҙары образы ла, ҡатай көнкүрешенең бер сатҡыһы ла булып һүрәтләнеп ҡалған.
45 юл:
 
== Сығанаҡтар ==
* Илдар Шәрипов. Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы. — - "«Тамаша"», 2014, №4№ 4
 
== Иҫкәрмәләр ==