Әбелмәних Ҡарғалы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Хаталар төҙәтеү, аныҡлаштырыу. Морат Солтан.
Һылтанмалар өҫтәү. Морат Солтан.
1 юл:
'''Әбелмәних Ҡарғалы''' (1782—1833) — [[Суфыйсылыҡ|суфый шағир]].
 
Әбелмәних бине Ғәбделфәйез бине Ғәбдессәләм 1782 йылда [[Ырымбур]] Ҡарғалыһында тыуған. Олатаһы Ғәбдессәләм ахун заманында танылған шәхес, шағир булған. 1754—1755[[Башҡорт ихтилалы (1755—1756)|1755—1756 йылдарҙағы ихтилал]] етәксеһе [[Батырша]] үҙенең батшаға яҙған хатында башҡорт халҡын көрәшкә саҡырыусы өндәмәне төҙөүгә бер ни тиклем илһамландырыусы булараҡ Ғәбдсссәләмдең исемен телгә ала. Тәүге белемде Әбелмәних Ҡарғалы мәҙрәсәһендә ала, һуңыраҡ [[Урта Азия|Урта Азияға]] китә һәм [[Бохара|Бохаралағы]] Ныязҡолой Төркмәниҙең билдәле мәҙрәсәһендә уҡый, Көнсығыш мәҙәниәтен, [[Ғәрәп теле|ғәрәп]], [[Фарсы теле|фарсы]] телдәрен өйрәнә. 1815—1816[[1815]]—[[1816]] йылдарҙа Мөхәммәтйософ тигән бәктең етәкселегендә [[Төркиә|Төркиәгә]] барған илселектең секретары итеп билдәләнә. [[Истанбул|Истанбулда]] ике ай булғандан һуң, Әбелмәних Хиджазға, [[Ҡаһирә|Ҡаһирәгә]] юллана, [[Мысыр]] солтаны Мөхәммәт Ғәли тарафынан ҡабул ителә. [[Мәккә]], [[Мәҙинә]] ҡалаларында булғандан һуң, кире Истанбул аша Бохараға китә, 1817—1818[[1817]]—[[1818]] йылдарҙа [[Ырымбур губернаһы|Ырымбур яҡтарына]] әйләнеп ҡайта. Сәйәхәттән алған тәьҫораттар нигеҙендә ул «Тәржемәи хажи Әбелмәних әл-Бистәүи әс-Сәғиди» китабын яҙа, уның биографияһына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙең барыһы тип әйтерлек тик ошо китап аша билдәле. Ҡарғалыға ҡайтҡас, урындағы байҙарҙы («Хажи Мөхәммәт байға». «Ғөбәй байға») фашлаған шиғырҙар, Бүкәй урҙаһы Йыһангир ханға арналған мәҙхиә һәм башҡа шиғырҙар яҙа, уның артабанғы тормошон асыҡлаған факттар юҡ дәрәжәһендә. Хатта шағирҙың вафат булыу ваҡыты һәм урыны хәҙергә тиклем бәхәсле булып ҡала.
 
Уның әҙәби мираҫы ла ваҡытында йыйылмаған һәм бергә тупланмаған. Бөгөнгө көндә ҡулъяҙмаларҙа һәм [[Октябрь революцияһы|инҡилапҡа]] тиклем нәшер ителгән баҫмаларҙа дөйөм күләме 2 мең юлдан ашыуыраҡ егерме шиғыры билдәле. Әбелмәних Ҡарғалының иң күләмле «Тәржемәи хажи…» әҫәре [[Ҡазан|Ҡазанда]] [[1845]], [[1889]] йылдарҙа баҫыла. Әҫәрҙең ҡулъяҙма текстарының береһе Р.[[Ризаитдин Фәхретдинов|Ризаитд Фәхретдинов]] коллекцияһында китапта, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең ғилми китапханаһында/р/б/3740/, [[Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)|Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының]] ҡулъяҙмалар бүлегендә /а/35/40/ һаҡлана.
 
== Әҙәбиәт ==