Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
25 юл:
Мәрйәмдәрҙең өйөнә ике кеше килеп инә, улар башҡортса һөйләшәләр. Оҙон, ҡаҡсаһы Дәүләткилдиев була ла инде.Өйҙә яңғыҙ ғына ултырған ҡыҙҙың ҡурҡып төшкәнен күреп, шаяртып һөйләшә, тынысландыра.
 
Рәссам баҫалҡы, инсафлы, һөйкөмлө ҡыҙҙың портретын эшләргә була. Көн буйына ҡуҙғалмай ултырырға мәжбүр булған ҡыҙ һуңынан, атай-әсәйем ҡайтып, өй эштәрем эшләнмәй ҡалғанына асыуланыр инде, тип ҡурҡып бөттөм, тип иҫләй торған була <ref>Касим Девлеткильдеев писал свою знаменитую картину с 12-летней девочки из Белорецкого района[https://www.ufa.kp.ru/daily/26563/3579062/].</ref>
 
Һүрәттәге шул тиклем тәбиғи матурлыҡҡа эйә, тартынсаҡ, иманлы, шул уҡ ваҡытта эске рухи көскә эйә икәне күренеп торған ҡыҙ бала, Инйәр-ҡатай йортондағы яҫтыҡ-ҡаралды,килен бирнәһе, көнкүреш әйберҙәре фонында һынландырылып, шул осор тарихында мәңгеләштереп ҡалдырылған. Был - шул осор башҡорт ҡыҙҙары образы ла, ҡатай көнкүрешенең бер сатҡыһы ла булып һүрәтләнеп ҡалған.