Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
15 юл:
 
== Рәсемдең тарихы ==
{{main|Дәүләткилдиев Ҡасим Сәлиғәсҡәр улы}}
1928 йылдың йәйендә рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдиев, [[Блюменталь Юлий Юльевич|Юлий Блюменталь]], [[Тюлькин Александр Эрастович|Александр Тюлькин]] республика буйлап ижади сәфәргә сығалар. Улар [[Белорет районы]]ның [[Инйәр]] ҡасабаһына киләләр, өс саҡрымда ғына урынлашҡан [[Уҫманғәле]] ауылында уҡытыусы Зәйнулла Хажиәхмәтовҡа фатирға төшөләр. Зәйнулла Хажиәхмәтов ауылдың беренсе уҡытыусыһы, педагогия институтын тамамлаған юғары белемле кеше була. Ҡасим Дәүләткилдиевтың "Башҡорт йортоноң болдоро" тигән әҫәре - тап ошо йортҡа ҡарап яҙылған да инде.