Зәкәт: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) |
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) |
||
1 юл:
{{Ислам}}
'''Зәкәт''' — йылына бер тапҡыр һәр [[мосолмандар|мөьмин- мосолман]] мөлкәтенән фәҡирҙәр файҙаһына мотлаҡ бирелә торған өлөш. [[Мосолмандар]]ға [[фарыз]] булған биш [[Ғәмәл|ғәмәлдең]] дүртенсеһе.
== Тарихы ==
Зәкәт түләү Исламда Һижрәттең 2-се йылына фарыз итеп индерелә һәм Исламдың 5 төп шартының береһенә әйләнә. Ҡөрьәндә "зәкәт" һүҙе "намаҙ" менән бергә телгә алына һәм мосолман иманының өлөшо тип раҫлана.
{{Коран/Цитата
|Намаҙ тороғоҙ, зәкәт түләгеҙ, рәҡәғәт ҡылыусылар менән рәҡәғәт ҡылығыҙ.
|2|43
|тәржемә=башҡортса}}
== Зәкәт түләү шарттары ==
Исламда мөлкәттең йыл да Аллаһ ризалығы өсөн мохтаждар файҙаһына түләнә торған ҡырҡтан беренсе өлөшө. Зәкәт һүҙе “таҙарыныу” тип тәржемә ителә. Был фарыз ғәмәл. Зәкәтте хәлле кешеләр генә түләй. Хәлле кешеләрҙе билдәләр өсөн “нисәб” төшөнсәһе бар.
Намаҙ Аллаһы тәғәләгә тән менән ғибәҙәт ҡылыу булһа, зәкәт – малың менән.
▲1. Зәкәт түләүсе мосолман булырға, балиғлыҡ йәшенә еткән, ирекле һәм хәлле кеше булырға тейеш.
▲2. Ул диндә ҡаралған тиклем милекле , йәғни, нисәб тип һаналған күләмдә мал-мөлкәтле булырға тейеш.
▲3. Зәкәт түләр өсөн мөлкәт нисәб кимәленә еткән булырға тейеш.
▲4. Зәкәт итеп бирелә торған өлөш кешенеке булырға тейеш түгел, шулай уҡ харам юл менән табылған мөлкәттән дә зәкәт бирелмәй. Зәкәт тапшырғанда ала торған кешегә был хаҡта әйтмәҫкә лә ярай.
= Зәкәт бирелә торған мөлкәт =
|