Кинйә Арыҫланов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
40 юл:
1770 йылда Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусында Кинйә ауылына (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Көйөргәҙе районы]] [[Кинйәабыҙ]] ауылына) нигеҙ һала.
 
1773 йылда [[Пугачёв Емельян Иванович|Е. И. Пугачёвтың]] етәкселегендә [[1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы|Крәҫтиәндәр һуғышы]] тоҡанғас, 30 сентябрҙә Ҡарғалы (Сәйет) биҫтәһенә Пугачёв ставкаһына Кинйә Арыҫлановтан туғаны [[Ҡотлогилде Абдрахманов]] етәкселегендә алты кешенән торған делегация килә. Улар Пугачёв менән осрашып уның менән бергәләшеп башҡорт халҡына мөрәжәғәтнамә яҙалар, Иҙеркәй Баймәков мөрәжәғәтнамәләрҙең береһен Кинйә Арыҫлановҡа алып бара.
 
1773 йылдың 5 октябрендә<ref>Башҡа мәғлүмәттәр буйынса 9 йәки 10 октябрҙә.</ref> Кинйә Арыҫланов 300 йәки 700 кешенән торған отряды менән Берда баш күтәреүселәр үҙәгенә килә һәм уны обороналауҙы ойоштора. Пугачёв бөтә халыҡ — Яйыҡ казактары һәм башҡорттар алдында Кинйәгә ошолай итеп мөрәжәғәт итә: «Нимә, Кинйә, һин таныйһыңмы мине?», ул тиҙ яуап ҡайтармағас атаман осрашыу деталдәрен һанап үтә, бынан һуң Кинйә Арыҫланов артабанғыса яуап бирә: «Эйе, ғәли йәнәптәре, хәҙер хәтерләйем һәм һине таныйым». Тиҙҙән Кинйә «батша Пётр III» — Емельян Пугачёвтың Йәшерен советы составына инә, манифестар һәм указдар яҙыуҙа ҡатнаша. Башҡортостан халҡын баш күтәреүселәр отрядына мобилизациялай. Уның артынса күп кенә башҡорттар баш күтәреүселәр яғына күсә — 1773 йылдың декабрь аҙағына уларҙың иҫәбе 12 меңгә яҡын кешегә барып етә (был Төп ғәскәрҙең яртыһын тәшкил иткән), шулай итеп локаль ихтилалдан ҙур һуғышҡа әйләнеп китә. Агитация эшенә улы [[Һеләүһен Кинйин]]ды һәм туғаны Ҡотлогилде Абдрахмановты йәлеп итә. Буласаҡ ихтилалдың лидерҙары [[Ҡасҡын Һамаров]] һәм [[Ҡаранай Моратов]]ты Пугачёв менән таныштыра, ә [[Ҡәнзәфәр Усаев]] «полковник» булыр алдынан Кинйә Арыҫлановтың штабында писарь булып хеҙмәт итә. 1773 йылдың 17 октябрендә Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы старшинаһы [[Әлибай Мырҙағолов]]ҡа, 20 октябрҙә башҡа башҡорт старшиналарына «беҙгә ирек бирәсәк батшаның» ғәскәренә ҡушылырға саҡыра. Күтәрелештә башҡорттарҙың, һәм шулай уҡ артабан татарҙарҙың, мишәрҙәрҙең типтәрҙәрҙең, сыуаштарҙың, мариларҙың, ҡалмыҡтарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың күпләп ҡатнашыуы — Кинйә Арыҫлановтың эшмәкәрлек һөҙөмтәһе<ref name=hrono/>.
48 юл:
[[Силәбе]] янында еңелеүгә дусар булғас, Емельян Пугачёв Башҡортостандың төньяҡ улустары аша [[Ҡазан]]ға табан йүнәлә. Кинйә Арыҫланов [[Уҫы даруғаһы]] башҡорттарын, шул иҫәптән Уложенный комиссия депутатын [[Туҡтамыш Ишбулатов]] баш күтәреүселәр яғына күсеүенә булышлыҡ итә. Ҡазан янындағы алышта ихтилалсылар еңелгәс, башҡорттар туған яҡтарына әйләнеп ҡайта, әммә Кинйә Арыҫланов Пугачёв менән бергә [[Царицын]]ға табан йүнәлә һәм уның иң тоғро көрәштәше булып ҡала.
 
1774 йылдың 24 авгусында Солеников ватагаһы янындағы Михельсонға ҡаршы алышта Иҙеркәй Баймәков хәбәрһеҙ юғала һәм Емельян Пугачёв менән бергә [[Волга]]ның һул ярына башҡорттарҙын тик Кинйә сыға. Творогов, Чумаков һәм башҡа казактар Пугачёвты тотоп властарға тапшырырға ниәтләй, әммә улар Кинйә Арыҫлановтан ҡурҡҡандар. Шулайҙа 15 сентябргә ҡарай төндә заговор ойоштороусы казактар тарафынан Емельян Пугачёв ҡулға алына һәм властарға тапшырыла, ә Кинйә Арыҫланов хәбәрһеҙ юғала. Ҡайһы бер тарихсыларҙың фекере буйынса, ул Пугачёвты ҡулға алған саҡта үлтерелә, ә башҡорт халыҡ риүәйәтенә ярашлы, үҙе нигеҙ һалған Кинйәабыҙ ауылында ерләнә. Батша хөкүмәте оҙаҡ ваҡыт дауамында Кинйә Арыҫлановты эҙләүҙе дауам итә. Ҡазан йәшерен комиссияһы начальнигы генерал П. С. Потёмкин үҙенең 1774 йылдың 10 ноябрендәге императрица [[Екатерина II]] рапортында хәбәр итеүенсә, был осорҙа билдәле башҡорт баш күтәреүселәрҙең етәкселәре араһынан тик 5 кеше ҡалған — Кинйә, [[Салауат Юлаев|Салауат]], [[Ҡаранай Моратов|Ҡаранай]], Ханикей һәм [[Илсеғол ИтҡоловЭтҡолов|Илсеғол]]. 1774 йылдың көҙөндә Төп ғәскәр тар-мар ителеп, Пугачёв ҡулға алынғас, Башҡортостанда йәнәһе Пугачёв [[Мәскәү]]ҙе алған, ә Кинйә Арыҫланов Ырымбур губернаторы итеп тәғәйенләнгән тигән имеш-мимештәр таралған. Шулай итеп, инде тик башҡорттар тарафынан алып барылған ихтилалдың 3-сө этабында, башҡорт етәкселәре Кинйәнең оло абруйлығы менән файҙаланып баш күтәреүселәр хәрәкәтен көсәйтергә ҡарар иткәндәр.
 
== Хәтер ==