Кинйә Арыҫланов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
өҫтәмә мәғлүмәт
6 юл:
|имя при рождении =
|род деятельности =
|дата рождения = 1723билдәһеҙ
|место рождения = [[Өфө провинцияһы]], [[Нуғай даруғаһы]], [[Ҡыпсаҡ|Бошман-Ҡыпсаҡ улусы]], [[Арыҫлан (Мәләүез районы)|Арыҫлан (Танып)]] ауылы (хәҙер [[Башҡортостан|Башҡортостан Республикаһы]]ның {{ТУ|Мәләүез районы}})
|гражданство =
|подданство = {{Рәсәй империяһы}}
|дата смерти = 1774-?билдәһеҙ
|место смерти = билдәһеҙ
|отец = [[Арыҫлановтар|Арыҫлан Аҡҡолов]] (Арыҫлан батыр)
|мать =
|супруг =
|супруга =
|дети = Хужәхмәт (1745—1816), Рәхмәтулла (1747—1823), Сәғит (1750—1820), Сөләймән, [[Һеләүһен Кинйин|Һеләүһен]]
}}
{{фамилиялаш|Арыҫланов}}
'''Кинйә Арыҫланов'''  — [[башҡорт]] старшинаһы, абыҙ<ref name=hrono>[http://www.hrono.ru/biograf/bio_k/kinzya.php Кинзя Арсланов (Арасланов)]</ref>, [[1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы]]нда ҡатнашыусы һәм уны [[Башҡортостанда Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775)|Башҡортостанда]] ойоштороусыһы, [[Пугачёв Емельян Иванович|Е.  И.  Пугачёвтың]] баш полковнигы.
 
[[Файл:Кинйәабыҙ-ҡурсаулығы.jpg|thumb|right|[[Туғай Кинйәһе (Беренсе Кинйәабыҙ) ауылы тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы]]]]
 
== Биографияһы ==
Фараз буйынса Кинйә Арыҫлан улы 1720-се йылдарҙа (йәки иртәрәк) [[Нуғай даруғаһы]] [[Ҡыпсаҡ|Бошман-Ҡыпсаҡ улусы]] (хәҙер [[Башҡортостан|Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Мәләүез районы]]) [[Арыҫлан (Мәләүез районы)|Арыҫлан (Танып)]] ауылында тыуған. Сығышы менән [[Арыҫлановтар]] нәҫеленән. Шәжәрәһе: ''Бошман бей<ref>Бошман (Бачман) — Түбәнге [[Волга]]ла илбаҫар-[[монголдар]]ға ҡаршы көрәште ойошторған [[ҡыпсаҡтар]]ҙың бейе. Бының тураһында башҡорт халыҡ риүәйәттәрендә һәм фарсы тарихсыһы Джувейниҙың әҫәрендә һүрәтләнә.</ref> → Борондоҡ бей → Һөйөндөк бей → Аҡбулат бей → Һарыбайсал тархан → Дәүләтҡол → Миңлеғол → Аҡҡош (Аҡҡол) → Арыҫлан → Кинйә''<ref>{{книга |автор= [[Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы|Асфандияров А. З.]]|заглавие=История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий|ответственный=|место=Уфа|издательство=Китап|год=2009|том=|страниц=744|страницы=67, 76|isbn=978-5-295-04683-4}}</ref>. Ә [[башҡорттар]]ҙың [[Ҡыпсаҡ|ҡара ҡыпсаҡ]] ырыуының шәжәрәһенә ярашлы: ''[[Бабсаҡ бей]] → Борондоҡ бей → Һөйөндөк бей → Һарыбайсал тархан → Дәүләтҡол → Миңлеғол → Аҡҡош → Арыҫлан тархан → Кинйә абыҙ''<ref name="Кинзя-абыз и его дети">{{статья|автор =[[Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы|Кулбахтин Н. М.]]|заглавие =Кинзя-абыз и его дети|ссылка = http://vatandash.ru/index.php?article=1238|издание = [[Ватандаш (журнал)|Ватандаш]]|год = 2005|номер = 1|страницы=46—72|issn = 1683-3554}}</ref>.
[[Өфө провинцияһы]]ның [[Нуғай даруғаһы]] [[Ҡыпсаҡ|Бошман-Ҡыпсаҡ улусы]] [[Арыҫлан (Мәләүез районы)|Арыҫлан (Танып)]] ауылында (хәҙер [[Башҡортостан|Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Мәләүез районы]]) тыуған. [[Арыҫлановтар]] нәҫеленән.
 
Атаһы [[Арыҫлановтар|Арыҫлан Аҡҡолов (Аҡҡошов)]] — батыр, тархан, Бошман-Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы, [[Башҡорт ихтилалы (1704—1711)|1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы]] тоҡаныуына сәбәпсе булған [[Өфө]] чиновниктары башбаштаҡлыҡтары буйынса 1708—1722 йылдарҙа башҡа старшиналар менән бергә батша [[Пётр I]] бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә, суд процессында ҡатнашып ғәйеплеләрҙе хөкөм итеүгә ирешә<ref>{{БЭ|1339|Арыҫлановтар|автор=[[Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы|Арыҫланов Н. Ғ.]], [[Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы|Әсфәндиәров Ә. З.]]}}</ref><ref name="Кинзя-абыз и его дети"/>.
Ул бик ихтирамлы кеше булған, рус, ғәрәп, фарсы, немец телдәрен белгән. 1760 йылдарҙа — Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуының старшинаһы. Беренселәрҙән булып, Пугачев яуына ҡушылыусы старшина. Емельян Пугачёв уға бригада генералы титулы бирә. Ул рус булмаған барлыҡ хәрби ойошмалар менән командалыҡ итә. Башҡа милләт вәкилдәре менән аралашҡанда Емельян Пугачёвтың советнигы (кәңәшсеһе) була<ref name=hrono/>. Күтәрелештә башҡорттарҙың, татарҙарҙың, ҡалмыҡтарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың күпләп ҡатнашауы — Кинйә Арыҫлановтың эшмәкәрлек һөҙөмтәһе<ref name=hrono/>. Төрки телендә указдар, манифестар һәм башҡа мөрәжәғәтнамәләр яҙа. Пугачев менән берлектә Башҡортостанда барған халыҡ күтәрелештәренә етәкселек итә. [[1774 йыл]]да хәбәрһеҙ юғала.
 
Кинйә ихтирамлы абыҙ булған, рус, ғәрәп, фарсы, немец телдәрен белгән.
 
Община башҡорттары мәнфәғәтен яҡлап (йөкләмәләрҙе арттырыуға, поход старшинаһы Вәлиша Шәриповтың башбаштаҡлығына һ.б. ҡаршы) [[Ырымбур губернаһы]] һәм [[Өфө провинцияһы]] хакимиәте алдында бер нисә тапҡыр сығыш яһай. 1954 йылдың 9 июлендә Өфө провинция канцелярияһында Нуғай даруғаһының 5 улусының 147 вәкиле һәм завод хужалары И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников араһында 483 рудник аҫтына ер биреү тураһында килешеү төҙөлә, башҡорт делегацияһы составында буласаҡ ихтилал башлыҡтары Кинйә Арыҫланов, [[Яманһары Яппаров]], [[Ҡотлогилде Абдрахманов]], [[Ҡасҡын Һамаров]]тар ҙа була<ref name="Кинзя-абыз и его дети"/>.
 
Бошман-Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы итеп һайлана. Фараз буйынса 1761 йылда [[Санкт-Петербург]]та [[Пётр III]] таж кейҙереү церемонияһында ҡатнаша<ref name="Кинзя-абыз и его дети"/>.
 
1763 йылда Нуғай даруғаһының 22 башҡорт тарханы һәм старшинаһы менән бергә Ырымбур губернаторы Д. В. Волковҡа [[Тарихи Башҡортостан]]да игенселекте үҫтереү буйынса тәҡдимдәр яҙа, улар араһында тимерлектәрҙе тергеҙеүгә рөхсәт биреү талп ителә, һалымдарҙың һәм йөкләмәләрҙең артыуының ауырлығы билдәләнә, провинция канцелярияларының һүлпән эшләүе тәнҡитләнә, шулай уҡ завод хужаларынан башҡорттарҙың аҫаба биләмәләрен ҡурсалау тураһында һорау күтәрелә. Был хаттар Волков тарафынан Сенатҡа ебәрелә. Сенат тик 1765 йылда яуап ебәрә, бында яңы Ырымбур губернаторы кенәз А. А. Путятинға башҡорттар араһында игенселекте үҫтереүгә булышлыҡ итергә бойора, әммә шул уҡ ваҡытта тимерлек ойошторорға ҡәтғи тыйыла, ә кәрәкле игенселек ҡоралдарын Ҡазан губернаһынан алып килергә тәҡдим ителә. Башҡорттарҙың Волковҡа яҙылған башҡа талаптары һәм һорауҙары иғтибарһыҙ ҡала<ref name="Кинзя-абыз и его дети"/>.
 
Нуғай даруғаһының баш старшинаһы [[Әлибай Мырҙағолов]] һәм комиссия депутаты [[Туҡтамыш Ишбулатов]] аша 1767—1768 йылғы Уложенный комиссияһына Өфө провинцияһы башҡорттарынан наказды төҙөүҙә ҡатнаша. Башҡортарҙан сыҡҡан отставкалағы Яйыҡ казагы [[Иҙеркәй Баймәков]] менән дуҫ була.
 
1770 йылда Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусында Кинйә ауылына (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Көйөргәҙе районы]] [[Кинйәабыҙ]] ауылына) нигеҙ һала.
 
1773 йылда [[Пугачёв Емельян Иванович|Е. И. Пугачёвтың]] етәкселегендә [[1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы|Крәҫтиәндәр һуғышы]] тоҡанғас, 30 сентябрҙә Ҡарғалы (Сәйет) биҫтәһенә Пугачёв ставкаһына Кинйә Арыҫлановтан туғаны Ҡотлогилде Абдрахманов етәкселегендә алты кешенән торған делегация килә. Улар Пугачёв менән осрашып уның менән бергәләшеп башҡорт халҡына мөрәжәғәтнамә яҙалар, Иҙеркәй Баймәков мөрәжәғәтнамәләрҙең береһен Кинйә Арыҫлановҡа алып бара.
 
1773 йылдың 5 октябрендә<ref>Башҡа мәғлүмәттәр буйынса 9 йәки 10 октябрҙә.</ref> Кинйә Арыҫланов 300 йәки 700 кешенән торған отряды менән Берда баш күтәреүселәр үҙәгенә килә һәм уны обороналауҙы ойоштора. Пугачёв бөтә халыҡ — Яйыҡ казактары һәм башҡорттар алдында Кинйәгә ошолай итеп мөрәжәғәт итә: «Нимә, Кинйә, һин таныйһыңмы мине?», ул тиҙ яуап ҡайтармағас атаман осрашыу деталдәрен һанап үтә, бынан һуң Кинйә Арыҫланов артабанғыса яуап бирә: «Эйе, ғәли йәнәптәре, хәҙер хәтерләйем һәм һине таныйым». Тиҙҙән Кинйә «батша Пётр III» — Емельян Пугачёвтың Йәшерен советы составына инә, манифестар һәм указдар яҙыуҙа ҡатнаша. Башҡортостан халҡын баш күтәреүселәр отрядына мобилизациялай. Уның артынса күп кенә башҡорттар баш күтәреүселәр яғына күсә — 1773 йылдың декабрь аҙағына уларҙың иҫәбе 12 меңгә яҡын кешегә барып етә (был Төп ғәскәрҙең яртыһын тәшкил иткән), шулай итеп локаль ихтилалдан ҙур һуғышҡа әйләнеп китә. Агитация эшенә улы [[Һеләүһен Кинйин]]ды һәм туғаны Ҡотлогилде Абдрахмановты йәлеп итә. Буласаҡ ихтилалдың лидерҙары [[Ҡасҡын Һамаров]] һәм [[Ҡаранай Моратов]]ты Пугачёв менән таныштыра, ә [[Ҡәнзәфәр Усаев]] «полковник» булыр алдынан Кинйә Арыҫлановтың штабында писарь булып хеҙмәт итә. 1773 йылдың 17 октябрендә Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы старшинаһы [[Әлибай Мырҙағолов]]ҡа, 20 октябрҙә башҡа башҡорт старшиналарына «беҙгә ирек бирәсәк батшаның» ғәскәренә ҡушылырға саҡыра. Күтәрелештә башҡорттарҙың, һәм шулай уҡ артабан татарҙарҙың, мишәрҙәрҙең типтәрҙәрҙең, сыуаштарҙың, мариларҙың, ҡалмыҡтарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың күпләп ҡатнашыуы — Кинйә Арыҫлановтың эшмәкәрлек һөҙөмтәһе<ref name=hrono/>.
 
Дөйөм алғанда Кинйә Арыҫланов Пугачёвтың Төп ғәскәре составында [[Ырымбур]], Ырымбур провинцияһының Татищев ҡәлғәһе һәм [[Һаҡмар (Ырымбур өлкәһе)|Һаҡмар ҡаласығы]], [[Троицк (Силәбе өлкәһе)|Троицк ҡәлғәһе]], [[Иҫәт провинцияһы]]ның Лягушино, [[Себер даруғаһы]]ның [[Тырнаҡлы]] улусы [[Үрге Ҡыйғы]] һәм Ураҙмәт ауылдарын, [[Пермь провинцияһы]]ның [[Әшит]] ҡәлғәһе янындағы һуғыштарҙа, [[Уҫы]]ны алыуҙа, [[Ҡазан]] янындағы алыштарҙа, [[Саранск]], [[Пенза]], [[Һарытау]] һ.б. ҡалаларҙы баҫып алыуҙа, Солеников ватагаһы янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1774 йылдың 22 мартында Төп ғәскәр Татищев ҡәлғәһе янында ҡыйратылғандан һуң 3 меңгә яҡын кеше йыйып уны тергеҙеүендә хәл иткес өлөш индерә (ул ваҡытта дөйөм ғәскәрҙең һаны 5 мең кеше була). 1774 йылдың 1-2 апрелендә [[Һаҡмар (Ырымбур өлкәһе)|Һаҡмар ҡаласығы]] янында ҡаты алыш була. Татищев һәм Һаҡмар алыштарында ихтилалсыларҙың 2895 кеше һәләк була һәм 6813 кеше әсиргә алына, һөҙөмтәлә ҡалған ғәскәрҙең яртыһын Кинйә Арыҫлановтың полкы тәшкил итә һәм Пугачёв артабанғы мәсьәләләрҙе һәм маршрутты уның кәңәше буйынса билдәләй. Ҡайһы бер тарихсыларҙың фекеренсә, был ваҡиғаларҙан һуң атаман Емельян Пугачёв карателдәрҙең эҙәрлекләүенән Кинйәнең йортонда йәшенә. Тиҙҙән Кинйә Арыҫлановтың агитация эше арҡаһында ихтилалсыларҙың ғәскәре йәнә тергеҙелә башлай. Май башында [[Белорет|Белорет заводында]] һәм [[Магнитогорск|Магнит ҡәлғәһендә]] булғанда, Кинйә Арыҫланов [[ҡаҙаҡтар]]ҙы ихтилалға йәлеп итеү маҡсатында уларҙың хандарына һәм старшиналарына бер нисә тапҡыр илселәрҙе ебәреүҙе ойоштора. 1774 йылдың 19 майында 12 мең кешелек Төп ғәскәр [[Троицк (Силәбе өлкәһе)|Троицк ҡәлғәһенә]] килгәндә, ул тулыһынса тиерлек башҡорттарҙан һәм өлөшләтә завод крәҫтиәндәренән торған.
 
[[Силәбе]] янында еңелеүгә дусар булғас, Емельян Пугачёв Башҡортостандың төньяҡ улустары аша [[Ҡазан]]ға табан йүнәлә. Кинйә Арыҫланов [[Уҫы даруғаһы]] башҡорттарын, шул иҫәптән Уложенный комиссия депутатын [[Туҡтамыш Ишбулатов]] баш күтәреүселәр яғына күсеүенә булышлыҡ итә. Ҡазан янындағы алышта ихтилалсылар еңелгәс, башҡорттар туған яҡтарына әйләнеп ҡайта, әммә Кинйә Арыҫланов Пугачёв менән бергә [[Царицын]]ға табан йүнәлә һәм уның иң тоғро көрәштәше булып ҡала.
 
1774 йылдың 24 авгусында Солеников ватагаһы янындағы Михельсонға ҡаршы алышта Иҙеркәй Баймәков хәбәрһеҙ юғала һәм Емельян Пугачёв менән бергә [[Волга]]ның һул ярына башҡорттарҙын тик Кинйә сыға. Творогов, Чумаков һәм башҡа казактар Пугачёвты тотоп властарға тапшырырға ниәтләй, әммә улар Кинйә Арыҫлановтан ҡурҡҡандар. Шулайҙа 15 сентябргә ҡарай төндә заговор ойоштороусы казактар тарафынан Емельян Пугачёв ҡулға алына һәм властарға тапшырыла, ә Кинйә Арыҫланов хәбәрһеҙ юғала. Ҡайһы бер тарихсыларҙың фекере буйынса, ул Пугачёвты ҡулға алған саҡта үлтерелә, ә башҡорт халыҡ риүәйәтенә ярашлы, үҙе нигеҙ һалған Кинйәабыҙ ауылында ерләнә. Батша хөкүмәте оҙаҡ ваҡыт дауамында Кинйә Арыҫлановты эҙләүҙе дауам итә. Ҡазан йәшерен комиссияһы начальнигы генерал П. С. Потёмкин үҙенең 1774 йылдың 10 ноябрендәге императрица [[Екатерина II]] рапортында хәбәр итеүенсә, был осорҙа билдәле башҡорт баш күтәреүселәрҙең етәкселәре араһынан тик 5 кеше ҡалған — Кинйә, [[Салауат Юлаев|Салауат]], [[Ҡаранай Моратов|Ҡаранай]], Ханикей һәм [[Илсеғол Итҡолов|Илсеғол]]. 1774 йылдың көҙөндә Төп ғәскәр тар-мар ителеп, Пугачёв ҡулға алынғас, Башҡортостанда йәнәһе Пугачёв [[Мәскәү]]ҙе алған, ә Кинйә Арыҫланов Ырымбур губернаторы итеп тәғәйенләнгән тигән имеш-мимештәр таралған. Шулай итеп, инде тик башҡорттар тарафынан алып барылған ихтилалдың 3-сө этабында, башҡорт етәкселәре Кинйәнең оло абруйлығы менән файҙаланып баш күтәреүселәр хәрәкәтен көсәйтергә ҡарар иткәндәр.
 
== Хәтер ==
* Башҡортостандың [[Көйөргәҙе районы]]нда Кинйә Арыҫлaнов исемендәгеисеме ауылбуйынса аталған [[Кинйәабыҙ]] ауылы һәм мәмерйә бар, ул ерләнгән урын менән «Әүлиә ҡәбере» топонимы бәйле.
* Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ ауылында [[Кинйә Арыҫланов музейы]] эшләй.
* [[Мәләүез]] ҡалаһында уның исемен [[Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы|9-сы башҡорт гимназияһы]] йөрөтә.
* Башҡортостандың [[Көйөргәҙе районы]]нда Кинйә Арыҫлaнов исемендәге ауыл һәм мәмерйә бар.
* Кинйә Арыҫланов музейы эшләй.
* [[Күмертау]] һәм [[Сибай]] ҡалаларында урамдар уның исеме менән аталған.
* Көйөргәҙе районының [[Кинйәабыҙ]] (ерләнгән тип фараз ителгән урында) һәм [[Ермолаевка (Көйөргәҙе районы)|Ермолаевка]] ауылдарында — һәйкәл, Сибай ҡалаһында барельеф ҡуйылған.
* Башҡорт яҙыусыһы [[Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы|Ғәли Ибраһимов]] өс томлыҡ тарихи «Кинйә» тарихи романын яҙған.
* «Кинйә» художестволынәфис фильмы төшөрөлгән ([[Башҡортостан (киностудия)|«БашкортостанБашҡортостан»]] киностудияһы, реж. [[Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы|Ә. Ғ. АбдразаковАбдразаҡов]])
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
== Һылтанмалар ==
* Кинзя Арсланов и его потомки {{YouTube|P5G80a5UqOU}}
* [http://www.vostlit.info/Texts/Dokumenty/Russ/XVIII/1760-1780/Pugachev/Dokumenty_stavki/101-200/139.htm 8 февраля 1774 г.— Отпускное письмо атамана Кинзи Арсланова об отправке Азамата Тумтаева за лошадьми. Перевод с татарского]
* [http://www.vostlit.info/Texts/Dokumenty/Russ/XVIII/1760-1780/Pugachev/Dokumenty_stavki/101-200/149.htm Июнь 1774 г.— Рапорт есаула Абузяра Абулгаирова атаману Кинзе Арсланову о наборе башкир в повстанческие отряды, действиях карателей под Авзяно-Петровскими заводами и у Орской крепости. Перевод с татарского]
* [http://www.vostlit.info/Texts/Dokumenty/Russ/XVIII/1760-1780/Pugachev/Dokumenty_stavki/101-200/126.htm 17 октября 1773 г.— Письмо полковника, башкирского старшины Бушмас-Кипчакской волости Ногайской дороги Кинзи Арсланова старшине Ногайской дороги Алибаю Мурзагулову с призывом присоединиться к войску Е. И. Пугачева. Перевод с татарского]
* [http://www.vostlit.info/Texts/Dokumenty/Russ/XVIII/1760-1780/Pugachev/Dokumenty_stavki/101-200/127.htm 20 октября 1773 г.— Указ главного полковника Кинзи Арсланова башкирским старшинам и полковникам с уверением о милостивом отношении Е. И. Пугачева к нему и другим старшинам. Перевод с татарского]
* [http://www.vostlit.info/Texts/Dokumenty/Russ/XVIII/1760-1780/Pugachev/Dokumenty_stavki/101-200/131.htm Ноябрь 1773 г.— Ордер атамана Кинзи Арсланова башкирским старшинам-повстанцам Канбулату Елдашеву и Худенезеру Теливбердину об истреблении неприятельских команд, дворян и конфискации их имущества. Перевод с татарского]
* [http://kraeved.opck.org/biblioteka/bashkortostan/kinzya_abiz/kinzya_abiz.php Доктор исторических наук Назир Кулбахтин: Кинзя-абыз и его дети]
 
== Әҙәбиәт ==
* ''[[Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы|Гали Ибрагимов]].'' «Кинзя». — Уфа,: башкирскоеБашкирское книжное издательство, 1988. ISBN 5-295-00183-0
* Усманов А. Н. Кинзя Арсланов — выдающийся сподвижник Пугачева, в сборнике: Исторические записки, т. 71, М., 1962.
* ''[[Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы|Ғәли Ибраһимов]].'' КиниәКинйә: Тарихи роман. — ӨФӨӨфө, 2009. ISBN 978-5-295-04951-4.
* Кинзя Арсланов — статья из Большой советской энциклопедии
* ''[[Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы|Кулбахтин Н. М.]]'' Башкирские вожди Крестьянской войны 1773—1775 годов. Ч.1. — Уфа, 2005.
* Гали Ибрагимов «Кинзя» Уфа, башкирское книжное издательство, 1988 ISBN 5-295-00183-0
* {{книга
* Ғәли Ибраһимов Киниә Тарихи роман ӨФӨ 2009 ISBN 978-5-295-04951-4
| автор = [[Ҡотошов Рамаҙан Нурғәле улы |Кутушев Р. Н.]]
| заглавие = Кинзя Арсланов // Башкортостан: краткая энциклопедия
| ссылка =
| ответственный =
| место = Уфа
| издательство =Башкирская энциклопедия
| год = 1996
| том =
| страниц = 672
| страницы = 334—335
| isbn = 5-88185-001-7
| ref =
}}
* {{книга |автор= Панеях В. М.|часть= Кинзя Арсланов и Салават Юлаев|ссылка часть=http://historic.ru/books/item/f00/s00/z0000189/st006.shtml|заглавие=Пугачев и его сподвижники|место= {{М.}}-{{Л.}}|издательство= [[Наука (издательство)|Наука]]|год= 1965|страниц= 138|ref= Панеях — Арсланов и Юлаев}}
* {{книга
|автор = [[Таймаҫов Салауат Усман улы|Таймасов С. У.]]
|заглавие = Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане
|ссылка =
|ответственный =
|место = Уфа
|издательство = Китап
|год = 2000
|том =
|страниц = 376
|страницы =
|isbn = 5-295-02163-7
}}
* ''[[Усманов Әбүбәкир Нурийән улы|Усманов А.  Н. ]]'' Кинзя Арсланов — выдающийся сподвижник Пугачева, в сборнике:// Исторические записки,. тТ. 71,. — М., 1962.
 
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ|6479|Кинйә Арыҫланов|автор=[[Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы|Ҡолбахтин Н. М.]]}}
* {{статья|автор =[[Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы|Кулбахтин Н. М.]]|заглавие =Кинзя-абыз и его дети|ссылка = http://vatandash.ru/index.php?article=1238|издание = [[Ватандаш (журнал)|Ватандаш]]|год = 2005|номер = 1|страницы=46—72|issn = 1683-3554}}
 
;документтар
* [http://www.vostlit.info/Texts/Dokumenty/Russ/XVIII/1760-1780/Pugachev/Dokumenty_stavki/101-200/139.htm 8 февраля 1774 г.— Отпускное письмо атамана Кинзи Арсланова об отправке Азамата Тумтаева за лошадьми. Перевод с татарского]
* [http://www.vostlit.info/Texts/Dokumenty/Russ/XVIII/1760-1780/Pugachev/Dokumenty_stavki/101-200/149.htm Июнь 1774 г.— Рапорт есаула Абузяра Абулгаирова атаману Кинзе Арсланову о наборе башкир в повстанческие отряды, действиях карателей под Авзяно-Петровскими заводами и у Орской крепости. Перевод с татарского]
* [http://www.vostlit.info/Texts/Dokumenty/Russ/XVIII/1760-1780/Pugachev/Dokumenty_stavki/101-200/126.htm 17 октября 1773 г.— Письмо полковника, башкирского старшины Бушмас-Кипчакской волости Ногайской дороги Кинзи Арсланова старшине Ногайской дороги Алибаю Мурзагулову с призывом присоединиться к войску Е. И. Пугачева. Перевод с татарского]
* [http://www.vostlit.info/Texts/Dokumenty/Russ/XVIII/1760-1780/Pugachev/Dokumenty_stavki/101-200/127.htm 20 октября 1773 г.— Указ главного полковника Кинзи Арсланова башкирским старшинам и полковникам с уверением о милостивом отношении Е. И. Пугачева к нему и другим старшинам. Перевод с татарского]
* [http://www.vostlit.info/Texts/Dokumenty/Russ/XVIII/1760-1780/Pugachev/Dokumenty_stavki/101-200/131.htm Ноябрь 1773 г.— Ордер атамана Кинзи Арсланова башкирским старшинам-повстанцам Канбулату Елдашеву и Худенезеру Теливбердину об истреблении неприятельских команд, дворян и конфискации их имущества. Перевод с татарского]
 
== Видеояҙмалар ==
* Кинзя Арсланов и его потомки {{YouTube|P5G80a5UqOU}}
 
{{вс}}
[[Категория:Башҡорт ихтилалдары етәкселәре]]
[[Категория:Башҡорт батырҙары]]
[[Категория:МәләүезШәхестәр:Көйөргәҙе районында тыуғандаррайоны]]
[[Категория:Көйөргәҙе районы]]
[[Категория:Арыҫлановтар]]
[[Категория:Пугачёв ихтилалы]]