Ҡаршы (ҡала): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
65 юл:
 
== Географияһы ==
Ҡаршы Памир-Алай тау системаһының көнбайыш сигендә, Ҡаршы оазисында, [[Ҡашҡадаръя]] йылғаһы буйында урынлашҡан. Кунгуртау итәгендә, көнсығышында - — Ҡаршы далаһы. Климаты ҡоро, яуым-төшөм йылына  — 200—400  мм <ref name="bse">по [http://bse.sci-lib.com/article059647.html БСЭ]</ref>.
1970-се йылдар башында [[Амударъя]]нан ирригация каналы үткәрелгән.
 
[[Ташкент]]тан 400  км (520 - — юл буйлап). Ҡаршынан 10 км көнсығыштараҡ Ҡаршы-Ханабад хәрби-һауа базаһы .
 
== Тарихы ==
Ҡаланың атамаһы бик боронғо сығанаҡтарҙа бар.
Хәҙерге [[Үзбәкстан]]да ҡала 2700 йыл элек барлыҡҡа килгән тип һанайҙар. 2006 йылдың 27 октябрендә илдә Ҡаршы ҡалаһының 2700 йыллығын үткәрҙеләр.
[[FileФайл:Мост Амира Темура.jpg|thumb|Ҡаршыла Әмир Тимер (Аҡһаҡ Тимер) күпере]]
; Манғыттар династияһы осоро (1756—1920)
 
[[Бохара ханлығы]]нда әштәрхәниҙәрҙе манғыт династияһы<ref>Манкытская династия // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.).  — СПб., 1890—1907.</ref> алмаштыра (әсәй яҡлап [[Сыңғыҙхан]] улы Джучи туғаны), улар Рәсәйҙәге революцияға тиклем Бохарала хакимлыҡ итә.
 
Манғыт аристократияһының [[Бохара ханлығы]]нда көс йыя башлауы XVII быуатҡа тура килә. 1712 йылда манғыт Хоҙаяр бей аталыҡ вазифаһына ҡуйыла, ул 1715—1716 йылдарҙа вазифаһынан төшөрөлә. 1719—1720 йылдарҙа уны төшөргән Ибраһим бей Бохаранан ҡасып киткәс, Хоҙаяр бейгә хакимлыҡҡа ҡайтырға рөхсәт итәләр. Уның ҡарамағына [[Ҡаршы (ҡала)|Ҡаршы]] ҡалаһын бирәләр. 1721 йылда улы Хәким бейҙе аталыҡ итеп ҡуялар.
 
1740 йылда Персия башлығы Нәдир шаһ Мәүерәннәһргә һөжүм итергә килгәс, Хәким бей уның менән һөйләшеп, дәүләтен һуғыштан һаҡлап ҡала. Уның биш улы була. Өсөнсө улы Мөхәммәд Рәхимбей Нәдир шаһҡа ҡушылып яуҙарында ҡатнаша.
 
1747 йылда хан үлтерелгәс, бар хакимлыҡ Мөхәммәд Рахимбей ҡулына күсә. Мөхәммәд Рәхимбей Әбүлфәйез хандың ҡыҙына өйләнә. Рәхимбей хан осоронда Бохара ханлығына [[Бохара]], [[Сәмәрҡәнд]], Миәнкәл, Кермине, [[Ҡаршы (ҡала)|Ҡаршы]], [[Гузар]], Атамурат, Чарджоу, Шәһрисәбез ҡалалары инә. Гиссар менән [[Ташкент]] үҙаллы биләмәләр булып ҡала. Мөхәммәд Рахимхан [[Сыңғыҙхан]] тоҡомо булмаһа ла, ҡатынҡы сәйәсәте, яҡшы ойоштора белеүе менән хатта хан титулына эйә булыуға өлгәшә.
 
== Зәки Вәлидиҙең табышы ==
Ҡалала бөйөк башҡорт ғалимы [[Зәки Вәлиди]] булып киткән.
 
[[1913 йыл]]да [[Зәки Вәлиди]] [[Ҡазан]] университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең ағзаһы итеп һайлана. Шул уҡ йылда профессор Н.  Ф.  Катанов тәҡдиме буйынса Зәки Вәлиди [[Фирғәнә]] өлкәһенә ғилми сәфәргә ебәрелә. Бер йылдан ул [[Бохара ханлығы]]нда тарихи эҙләнеүҙәр үткәрә һәм [[Санкт-Петербург]]та Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй императоры археология һәм тарих йәмғиәтендә эше тураһында доклад менән сығыш яһай. Сығышын юғары баһалайҙар, шуға күрә ул [[Урта Азия]]ла ғилми тикшеренеүҙәрҙе дауам итергә рөхсәт һорай. Әммә бының өсөн аҡса бүлә алмайҙар <ref>Салихов А. Г. Научная деятельность А. Валидова в России. — Уфа: Гилем, 2001, С.100-103.</ref>. Шуға ҡарамаҫтан, йәш ғалимға В. В. Бартольд фатихаһы менән Рәсәй Урта һәм Шәрҡи Азияны өйрәнеү комитеты һәм Император Фәндәр академияһы юлға сығырға рөхсәт бирә. 1914 йылдың 23 июнендә ул Бохаранан Шәһрисәбез ҡалаһы аша [[Сурхандаръя]] үҙәнендәге ҡалаларға йүнәлә, боронғо ҡулъяҙмалар, ҡомартҡылар эҙләй. Инде кире ҡайтып барғанда 1914 йылдың 16 июлендә Ҡаршы ҡалаһында туҡтай. Был сәфәрендә Зәки Вәлиди ҡиммәтле табышҡа юлыға. Баҙарҙа бер һатыусының ниндәйҙер ҡулъяҙмалараға төрөп дарыу һатыуын күреп ҡала. Вәлиди ҡағыҙҙы һатып ала. Ҡулъяҙма боронғо [[Ҡөрьән]] тәфсире булып сыға. Вәлиди Ҡаршынан 1914 йылдың 23 июлендә Бохараға юл тота. Йәш ғалим барлығы 23 ҡулъяҙма табып, бер нисә китап һатып алып ҡайта.
 
В.  В.  Бартольд ҡулъяҙманы XI быуаттан алда яҙылған тип иҫәпләй. А.  К.  Боровков XII—XIII быуаттарға ҡайтарып ҡалдыра. Шулай ҙа Тәбәриҙең төркисә тәфсиренән алынған тип фараз иткәндә, ул X быуат аҙағына ҡарауы ихтимал <ref>Салихов А. Г. Научная деятельность А. Валидова в России. — Уфа: Гилем, 2001, С.103-105.</ref>.
 
== Халҡы ==
2014 йылдың 1 ғинуарына халҡы 254,6 мең кеше тәшкил итә<ref name="uz.2014">[http://www.stat.uz/upload/str2.jpg Статистический буклет “О«О населении языком цифр”цифр»]{{Недоступная ссылка|date=Октябрь 2017 |bot=InternetArchiveBot }}</ref>.
 
{|class="wikitable" width="100%" border="2" cellpadding="4" cellspacing="0" style="margin: 1em 1em 1em 0; background: white; border: 1px #aaa solid; border-collapse: collapse; font-size: 95%;" style="border: 1em solid white")
114 юл:
 
== Иҡтисады ==
Төбәктә тәбиғи газ сығарыла (Шуртан һәм Мөбәрәк газ ятҡылығы), [[мамыҡ]] һәм иген культуралары үҫтерелә.
 
== Ҡомартҡылары ==
* боронғо Ерҡорған нығытмаһы
* мәсеттәр — Күк Көмбәҙ (XVI быуат аҙағы), Бекмир (XVI), Киличбой, Хужа ҡорбан , Мәғзон һәм Чармгар (XIX—XX)
* [[XIX]] быуат]] мәҙрәсә бинаһы.
 
== Билдәле кешеләр ==
 
=== Ҡалала тыуғандар ===
* Нәжмүддин ән-Нәсәфи (1068—1142) — дин ғалимы, хәҙистәр белгесе, хәнәфи мәҙһәб шәриғәте белгесе.
* Зыя әд-Дин Нәхшәби́ ( 1350 вафат) — табиб һәм яҙыусы. Фәлсәфә һәм медицинатрактаттары авторы, «Тутый-намә» китабы менән мәшһүр.
* Бардина Ольга Васильевна ([[1932]]—[[2001]]) — опера йырсыһы, СССР|-ҙың халыҡ артисткаһы ([[1981]])
* Ишбүләков Идеал Дәүләт улы (1926—1998)  — опера йырсыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
* [[Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы]] ([[16 март]] [[1934]] — [[14 сентябрь]] [[2005]]) — [[Башҡорттар|башҡорт]] телсе-ғалимы, филология фәндәре докторы ([[1992]]), профессор ([[1995]]), [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ([[1987]]). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2003).
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{примечания}}
 
== Һылтанмалар ==
141 юл:
* [http://www.orexca.com/rus/karshi.shtml Город Карши]
* [http://www.qashqadaryo.uz/ Официальный сайт администрации Кашкадарьинского вилоята, информация об организациях, регионах вилоята, статистические данные,…]
 
 
 
[[Категория:Үзбәкстан]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡаршы_(ҡала)» битенән алынған