Кинйәабыҙ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
123 юл:
== Билдәле шәхестәре ==
* [[Кинйә Арыҫланов]] — [[Башҡорт ихтилалдары|Пугачев яуы]] полковнигы, башҡорт дворяны, старшина. Халыҡ уны ҙурлап абыҙ тип йөрөткән. Крәҫтиәндәр һуғышы ҡыйратыла башлағас, ҡаҙаҡтар менән уртаҡ тел табыр өсөн ҡаҙаҡ далаларына йүнәлә. Шунда ҡартая. Халыҡ (боронғо риүәттәр буйынса) уны үлер алдынан ауылға ҡайтарғандар, ауылда ерләнгән тип иҫкә ала ине.
* [[Һеләүһен Кинйин]] — Кинйә Арыҫлановтың улы. [[Башҡорт ихтилалдары|Пугачев яуы]]да ҡатнашыусы. Хәҙерге Хәлиловтарҙың, Һабансиндарҙың ҡарт олаталары.
* Хәлил Һабансин — [[1812 йылғы Ватан һуғышы]]нда полк муллаһы булып ҡатнаша.
* [[Үзбәк Аҡмырҙин]] — хәрби эшмәкәр. 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
* {{МиҙалБ}} [[Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы|Ғәфиәт Арыҫланов]] — башҡорттар араһында беренсе [[Советтар Союзы Геройы]]. 1939 йылғы фин уғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн бүләкләнгән. Ул шулай уҡ [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ла ҡатнаша. Батырҙарса һәләк була.
* [[Арыҫланов Ибәтулла Йәғәфәр улы]] (1891—1938) — совет партия-дәүләт эшмәкәре, юрист. Башҡортостан АССР-ының Баш суды рәйесе (1932—1935).
* {{МиҙалБ}} [[Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы]] — [[Советтар Союзы Геройы]].
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Кинйәабыҙ» битенән алынған