Кинйә Арыҫланов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
19 юл:
}}
{{фамилиялаш|Арыҫланов}}
'''Кинйә Арыҫланов''' (1723, [[Өфө провинцияһы]]ның [[Нуғай даруғаһы]] [[Ҡыпсаҡ|Бошман-Ҡыпсаҡ улусы]] [[Арыҫлан (Мәләүез районы)|Арыҫлан (Танып)]] ауылы (хәҙер [[Башҡортостан|Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Мәләүез районы]]) — ?) — [[башҡорт]] старшинаһы, абыҙ<ref name=hrono>[http://www.hrono.ru/biograf/bio_k/kinzya.php Кинзя Арсланов (Арасланов)]</ref>, [[1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы]]нда ҡатнашыусы, [[Пугачёв Емельян Иванович|Е. И. Пугачёвтың]] баш полковнигы.
 
[[Файл:Кинйәабыҙ-ҡурсаулығы.jpg|thumb|right|[[Туғай Кинйәһе (Беренсе Кинйәабыҙ) ауылы тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы]]]]
== Биографияһы ==
[[Өфө провинцияһы]]ның [[Нуғай даруғаһы]] [[Ҡыпсаҡ|Бошман-Ҡыпсаҡ улусы]] [[Арыҫлан (Мәләүез районы)|Арыҫлан (Танып)]] ауылында (хәҙер [[Башҡортостан|Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Мәләүез районы]]) тыуған. [[Арыҫлановтар]] нәҫеленән.
 
Ул бик ихтирамлы кеше булған, рус, ғәрәп, фарсы, немец телдәрен белгән. 1760 йылдарҙа — Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуының старшинаһы. Беренселәрҙән булып, Пугачев яуына ҡушылыусы старшина. Емельян Пугачёв уға бригада генералы титулы бирә. Ул рус булмаған барлыҡ хәрби ойошмалар менән командалыҡ итә. Башҡа милләт вәкилдәре менән аралашҡанда Емельян Пугачёвтың советнигы (кәңәшсеһе) була<ref name=hrono/>. Күтәрелештә башҡорттарҙың, татарҙарҙың, ҡалмыҡтарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың күпләп ҡатнашауы — Кинйә Арыҫлановтың эшмәкәрлек һөҙөмтәһе<ref name=hrono/>. Төрки телендә указдар, манифестар һәм башҡа мөрәжәғәтнамәләр яҙа. Пугачев менән берлектә Башҡортостанда барған халыҡ күтәрелештәренә етәкселек итә. [[1774 йыл]]да хәбәрһеҙ юғала.