Исмәғил пәйғәмбәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
19 юл:
 
== Ҡорбан килтереү ==
Риүәйәттәрҙә [[Ибраһим - [[Ислам]] пәйғәмбәре|Ибраһим пәйғәмбәр]] Аллаһы тәғәләнән ялбарып бала һораған, бер бала бирһәң, һиңә ҡорбан итер инем, тип һораған тигән бәйән бар. Улы үҫмер сағында [[Ибраһим - [[Ислам]] пәйғәмбәре|Ибраһим пәйғәмбәр]]ҙең төшөнә шул вәғәҙәһе инә, һәм уны үтәргә ваҡыт еткәнен аңлай.
 
[[Ибраһим - [[Ислам]] пәйғәмбәре|Ибраһим пәйғәмбәр]] үҙе биргән вәғәҙәгә ярашлы улы [[Исмәғил пәйғәмбәр|Исмәғил]]де [[Аллаһ]] ризалығы өсөн ҡорбанға килтерергә китеп барғанында Мөздәлифә үҙәненән уҙған, ти. Кеше рәүешенә ингән шайтан Ибраһимдың ҡаршыһына сыҡҡан да:
- Улыңды салып енәйәт эшләйәсәкһең, һин бит төш күреп һаташҡанһың да шуға ышанып ҡына киләһең, - тип күңеленә шик һалып маташҡан. Өс тапҡыр шулай юлына сыҡҡан, әммә пәйғәмбәр уны таш менән бәреп ҡыуып ебәргән ([[хаж]]да шайтанға таш ташлау йолаһы шуның сағылышы).
 
27 юл:
 
Былар тыңламағас, Иблис Һәжәрҙе ҡоторторға маташҡан. Изге әсә лә, Аллаһ ризалығы өсөн икән, мин нисә улым булһа ла ҡорбан ителеүенә риза булыр инем, тип шайтанды ҡыуып ебәргән.
Тауға килеп еткәс, улы иҫ киткес тәҡүәлек менән ташҡа башын һалған.Әммә үткер бысаҡ ҡапыл киҫмәҫ була, ә [[Ибраһим - [[Ислам]] пәйғәмбәре|Ибраһим пәйғәмбәр]] асыуланып уны ергә атып бәргәс, ҡапыл телгә килгән дә, мин дә бит Аллаға буйһонам, ә Уның улыңды салырға миңә рөхсәте юҡ, тигән.
Күктән ошо мәлдә Аллаһы Тәғәлә ергә бер һарыҡ (ҡусҡар) төшөргән. Шунан бирле [[хаж]] мәлендә, зәлхизә айының 10-сы көнөндә, Ҡорбан байрамы үткәрелеп, унда айыра тояҡлы берәй мал салалар.
Ибраһим һәм улы [[Исмәғил пәйғәмбәр|Исмәғил]] тураһындағы риүәйәттәрҙә пәйғәмбәрҙәрҙең иман ныҡлығы бәйән ителә.