Исмәғил пәйғәмбәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
 
== Ҡәғбәтулла - тәүге мәсет ==
Ғибәҙәтхананы [[Ибраһим - Ислам пәйғәмбәре|Ибраһим пәйғәмбәр]] менән уның улы, нәҫеленән данлы мосолман милләте барлыҡҡа килгән Исмәғил ғәләйһиссәләм һалған. Ҡәғбәтулла тап ошо урында Атабыҙ Әҙәм һәм Инәбеҙ Һауа тарафынан уҡ төҙөлөп, туфан ваҡытында батҡаҡҡа күмелеп ҡалғас, Аллаһы Тәғәлә яңы быуын Пәйғәмбәрҙәргә тәү мәсет мәҡамын яңынан күрһәткән, тиелә риүәйәттәрҙә. Уларға туфан ваҡытынан ҡалған ожмах ташын - Ҡара ташты - Ябраил фәрештә табышып биргән. Хажиҙар тап бына шул ташҡа ҡағылып, теләк әйтергә тырыша ла инде. Был, ҡайһы берәүҙәр уйлағанса, ташҡа табыныу, унан хикмәт көтөү түгел, ә ихластан Аллаға, унан ингән дингә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләмгә инаныуҙы белдереү ғәмәле.
Әйткәндәй, хәҙер Ҡара ташты көпләп, тапҡырына ҡара бау тағып ҡуйғандар. Мосафирҙар шуға ҡағылыу менән генә мөрхәтһенә.
Ҡара таш ишеге яғындағы мөйөштә [[Ибраһим пәйғәмбәрҙең- Ислам пәйғәмбәре|Ибраһим пәйғәмбәр]]ҙең ташта уйылып ҡалған эҙҙәре быяла ҡалпаҡ эсенә ҡуйылған - тауаф ҡылыусылар уға яҡын уҙырға тырыша.
 
== Сафа-Мәрүә риүәйәте==
Ғәрәп риүәйәттәрендә [[Ибраһим пәйғәмбәрҙең- Ислам пәйғәмбәре|Ибраһим пәйғәмбәр]]ҙең бик оло йәшкә тиклем балаһы булмаған тип бәйән ителә. Уға кәнизәге Һәжәр улы Исмәғилде тапҡас, ҡатыны Сара көнләшеп, уларҙы сүлгә алып барып ташлата.Хажда Сафа һәм Мәрүә ҡалҡыулыҡтары араһында сәғи ҡылыу - улар яҙмышының сағылышы..
 
Исмәғил затының тәү инәһе Һәжәр, ире Ибраһим килтереп ташлағас, сабыйы менән ҡыяҡ та үҫмәгән яланғас, шөҡәтһеҙ тауҙар араһында япа-яңғыҙ ҡалған, һыу эҙләп ошо аралыҡта йүгереп йөрөгән. Етенсе тапҡырына йүгереп төшкәнендә Исмәғиле эргәһендә Ябраил фәрештәне һәм балаһының уң аяғы аҫтынан шишмә урғылып сығыуын күрә. Һыу тиҙ генә эргә-тирәне баҫа башлағас, Һәжәр: «Зәм-зәм, зәм-зәм (беҙҙеңсә «сеү-сеү» һымағыраҡ)», - тип тыя-тыя, балсыҡ менән ҡоймалап ала. Исмәғил әсәһе ағымды шулай туҡтатмаһа, һыу бар донъяны баҫыр ине, тиелә риүәйәттә.
17 юл:
 
== Ҡорбан килтереү ==
Риүәйәттәрҙә [[Ибраһим - Ислам пәйғәмбәре|[[Ибраһим - Ислам пәйғәмбәре|Ибраһим пәйғәмбәр]]]] Аллаһы тәғәләнән ялбарып бала һораған, бер бала бирһәң, һиңә ҡорбан итер инем, тип һораған тигән бәйән бар. Улы үҫмер сағында [[Ибраһим пәйғәмбәрҙең- Ислам пәйғәмбәре|Ибраһим пәйғәмбәр]]ҙең төшөнә шул вәғәҙәһе инә, һәм уны үтәргә ваҡыт еткәнен аңлай.
 
[[Ибраһим - Ислам пәйғәмбәре|Ибраһим пәйғәмбәр]] үҙе биргән вәғәҙәгә ярашлы улы Исмәғилде Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбанға килтерергә китеп барғанында Мөздәлифә үҙәненән уҙған, ти. Кеше рәүешенә ингән шайтан Ибраһимдың ҡаршыһына сыҡҡан да:
- Улыңды салып енәйәт эшләйәсәкһең, һин бит төш күреп һаташҡанһың да шуға ышанып ҡына киләһең, - тип күңеленә шик һалып маташҡан. Өс тапҡыр шулай юлына сыҡҡан, әммә пәйғәмбәр уны таш менән бәреп ҡыуып ебәргән (Хажда шайтанға таш ташлау йолаһы шуның сағылышы).
 
25 юл:
 
Былар тыңламағас, Иблис Һәжәрҙе ҡоторторға маташҡан. Изге әсә лә, Аллаһ ризалығы өсөн икән, мин нисә улым булһа ла ҡорбан ителеүенә риза булыр инем, тип шайтанды ҡыуып ебәргән.
Тауға килеп еткәс, улы иҫ киткес тәҡүәлек менән ташҡа башын һалған.Әммә үткер бысаҡ ҡапыл киҫмәҫ була, ә [[Ибраһим - Ислам пәйғәмбәре|Ибраһим пәйғәмбәр]] асыуланып уны ергә атып бәргәс, ҡапыл телгә килгән дә, мин дә бит Аллаға буйһонам, ә Уның улыңды салырға миңә рөхсәте юҡ, тигән.
Күктән ошо мәлдә Аллаһы Тәғәлә ергә бер һарыҡ (ҡусҡар) төшөргән. Шунан бирле Хаж мәлендә, зәлхизә айының 10-сы көнөндә, Ҡорбан байрамы үткәрелеп, унда айыра тояҡлы берәй мал салалар.
Ибраһим һәм улы Исмәғил тураһындағы риүәйәттәрҙә пәйғәмбәрҙәрҙең иман ныҡлығы бәйән ителә.
32 юл:
 
== Ғаиләһе ==
Атаһы - [[Ибраһим - Ислам пәйғәмбәре|Ибраһим пәйғәмбәр]], әсәһе - Мысыр сығышлы Һәжәр.
 
Исмәғилдең улдары: Нәбит, Ҡидар ({{lang-ar|قیدار}}), Әдбәил, Мибшам, Мишмә, Дүмә, Мишә, Худуд, Йатмә, Йатур, Нәфис һәм Ҡидман. Ғәрәп тарихнамәһендә Нәбит менән Ҡидар нәҫелдәре генә билдәле.