Ифтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
30 юл:
Башта емеш ҡабып, һыу ғына эсеп ҡуйырға ла [[аҡшам намаҙы]]н уҡып алырға тәҡдим ителә. Был ашҡаҙанға стресс эшләмәү өсөн кәрәк. [[Намаҙ]]ҙан һуң ғына башҡа ризыҡ ҡабул итә башлау яҡшы. Ойоған һөт, ҡатыҡ кеүектән башламаҫҡа кәңәш ителә, был ашҡаҙанға ауыр буласаҡ.
 
Ҡурылған, ныҡ майлы, үткер тәмле, ныҡ боросло ризыҡ ашамаҫҡа тәҡдим ителә. Ыҫланған ашамлыҡтар, консервалар ҙа файҙалы түгел, етмәһә, улар һыуһатыусан да була. Ифтарға диеталы ашамлыҡтар: һимеҙ тбулмағанбулмаған тауыҡ һурпаһынан аш, быҡтырылған йәшелсә, рагу иң ҡулайы.
 
Ҡамыр аштарын, газлы һыуҙарҙы бик сикле ҡулланырға кәңәш ителә. Һыуҙы ла ашағандан һуң күпмелер ваҡыт үткәс эсеү яҡшыраҡ, сөнки ашҡаҙан һутын шыйығайтып, ризыҡ эшкәртелеүгә ҡамасаулаясаҡ. Иң яҡшыһы - [[тәрәүих]] намаҙ ваҡытында бүлеп-бүлеп эсеү. Һыу яйлап үҙләштереләсәк һәм көндөҙ һыуһамаҫҡа ярҙам итәсәк. <ref>Ифтар как праздник для постящегося [https://islam.global/verouchenie/post/iftar-kak-prazdnik-dlya-postyashchegosya/]</ref>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ифтар» битенән алынған