Ифтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
4 юл:
== Ифтар (ауыҙ асыу) тәртибе ==
[[Файл:Iftar-tur.jpg|thumb|240px|[[Истанбул]] мәсетендә ифтар ]]
Ифтар ҡояш байыу менән башлана. Уны һуңғараҡҡа ҡалдырырға ярамай. Хаҡ хәҙистә әйтелеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр аҡшам намаҙын уҡыр алдынан яңы бешкән йәки киптерелгән хөрмә емеше (финик) менән ауыҙ асҡан, ул булмаһа - ябай һыу эскән.
Хәҙис шәриф:
<blockquote>Ауыҙ асырға йыйынһағыҙ, хөрмәнән башлағыҙ, әгәр хөрмә тапмаһағыҙ, һыу эсегеҙ, ул ысынлап та таҙарта <ref>Хадис от Анаса; св. х. Абу Дауда, ат-Тирмизи. хадис № 7120</ref> <ref>аль-Кардави Ю. Аль-мунтака мин китаб «ат-таргыб ват-тархиб» лиль-мунзири. Т. 1. С. 314, хадис № 565, 566</ref> <ref>аз-Зухайли В. Аль-фикх аль-ислами ва адиллятух. В 8 т. Т. 2. С. 632.</ref>. </blockquote>
 
Шуға күрә ифтарҙы хөрмә йә һыуҙан башлау сөннәт һанала.
 
== Башҡорт халҡындағы үҙенсәлектәр ==
 
Башҡорт халҡында тоҙ йәки хөрмәнән (финик) башҡа берәй емеш менән ауыҙ асыу ҙа ғәҙәти хәл булып тора <ref>"Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993. - 93-сҡ бит</ref>.
 
Шулай уҡ башҡорт халҡында ауыҙ асыу ваҡытында ҡышҡы юлда булып, ҡул аҫтында башҡа ризыҡ булмағанда ҡар ҡабып булһа ла ауыҙ асырға ҡушылған, сөнки ураҙанан сығыуҙы һуңлатыу ярамай.
 
== Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ифтар» битенән алынған