Сурхандаръя: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
34 юл:
 
== [[Зәки Вәлиди]] Урта Азияла ==
Был йылға үҙәне бөйөк башҡорт шәхесе [[Зәки Вәлиди]] эҙҙәрен дә һаҡлай.
 
[[1913 йыл]]да [[Зәки Вәлиди]] [[Ҡазан]] университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең ағзаһы итеп һайлана. Шул йылда профессор Н. Ф. Катанов тәҡдиме буйынса Зәки Төркөстандың [[Фирғәнә]] өлкәһенә ғилми командировкаға ебәрелә. Киләһе йылына ул [[Бохара ханлығы]]на юллана һәм [[Санкт-Петербург]]та Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй императоры археология һәм тарих йәмғиәтендә Төркөстанға ғилми сәйәхәттәре тураһында доклад менән сығыш яһай. Уңышлы сығыш яһап, ул [[Урта Азия]]ла ғилми эҙләнеүҙәрҙе дауам итергә рөхсәт һорай. Әммә бының өсөн финанс булмай сыға <ref>Салихов А. Г. Научная деятельность А. Валидова в России. — Уфа: Гилем, 2001, С.100-103.</ref>. Шуға ҡарамаҫтан, йәш ғалим В. В. Бартольдтың тел ярҙамы менән Рәсәй Урта һәм Шәрҡи Азияны өйрәнеү комитеты һәм Император Фәндәр академияһы уға юлға сығырға рөхсәт бирә. 1914 йылдың 23 июнендә ул Бохаранан Шәхрисәбз ҡалаһы аша аша [[Сурхандаръя]] үҙәнендәге ҡалаларға йүнәлә, Гузар, Байсун һәм башҡа ҡалаларҙа боронғо ҡулъяҙмалар эҙләй. Артабан Ҡаршы ҡалаһына юл тота. Был сәфәренән Зәки Вәлиди ҡиммәтле табыш - Ҡаршы ҡалаһында боронғо [[Ҡөрьән]] тәфсире, барлығы 23 ҡулъяҙма табып, бер нисә китап һатып алып ҡайта <ref>Салихов А. Г. Научная деятельность А. Валидова в России. — Уфа: Гилем, 2001, С.103-105.</ref>.