Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: урыҫ → рус using AWB
45 юл:
Ғәбитов Хәбибулла Габделҡаһир улы [[1886]] йылдың май айында [[Ырымбур губернаһы]]ның [[Орск өйәҙе]] [[Әбделкәрим (Баймаҡ районы)|Әбделкәрим]] ауылында (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Баймаҡ районы]]) тыуған.
 
[[Троицк (Силәбе өлкәһе)|Троицк]] ҡалаһының [[Рәсүлиә мәҙрәсәһе]]ндә, 1909—1912 йылдарҙа [[Өфө]]лә [[Ғәлиә мәҙрәсәһе|«Ғәлиә»]] мәҙрәсәһендә уҡый. «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң Верхотурск, [[Иркутск]], [[Верхнеуральск]] ҡалаларында мәҙрәсәлә уҡыта. Был йылдарҙа шиғри ижад менән шөғөлләнә башлай. Уның тәүге әҫәрҙәре [[Ырымбур]]ҙа нәшер ителгән «Мөғәллим», «Шура», «Тормош» журналдарында баҫылып сыға.
 
1917 йылдың май айында [[Мәскәү]]ҙә I Бөтә Рәсәй мосолмандарының съезында Башҡортостан милли хәрәкәтенең территориаль автономияһы өсөн ойошторолған эшендә ҡатнаша. 1917 йылдың май айында [[Башҡорт милли хәрәкәте]]нең беренсе баҫма органы — [[Башҡорт (гәзит)|«Башҡорт»]] гәзитен баҫтырып сығарыу менән шөғөлләнә<ref name="У истоков Башкирской республики">{{книга | автор = [[Ярмуллин Азат Шакирйән улы|Ярмуллин А. Ш.]] | заглавие = У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского нацио­нального движения (1917—1920 гг.)| ссылка= | ответственный = | место = Уфа| издательство =Китап| год = 2017| том = | страниц = 232| страницы = 59–61| isbn = 978-5-295-06659-7| ref=}}</ref>.