Сурхандаръя: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
13 юл:
 
== Урынлашҡан ере ==
Сурхандаръя ике йылға - Тупалаңдарья (Тупалаң) һәм Ҡаратағ - ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән. Ул йылғалар Гиссәр һыртынан ағып төшә. Сурхандаръяның оҙонлоғо 175 км тәшкил итә (Ҡаратағ башынан иҫәпләһәң  — 287 км), бассейнының майҙаны 13 500 км². Ташҡан ваҡыты [[июнь|июндән]] [[август]] айына тиклем, яуым-төшөмдән тулылана. Тамағында һыу 6 км аралыҡта ( Мангузар ауыҙы) уртаса 65,8 м³/с күләме тулылығында. Был йылғала Көньяҡ Сурхан һыуһаҡлағысы төҙөлгән.
 
== Ҡулланылышы ==
Йылға үҙәнендә арыҡтар менән һуғарып юғары сортлы мамыҡ үҫтерәләр. Һыуҙы күпләп ҡулланыу һөҙөмтәһендә йылғаның түбән ағымына, тамағына табан ныҡ минералләшә һәм 1 г/л күрһәткесенә барып баҫа. Көньяҡ Сурхан һыуһаҡлағысы бассейнында дөйөм алғанда – 6 ГЭС, дөйөм ҡеүәте 2,3 млн. кВт-ҡа етә. Йылға Денау, Джаркурган, Термез ҡалаларын һыу менән тәьмин итә.
 
== Иҫкәрмәләр ==