Федерация Советы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
1 юл:
 
{{Ук}}
 
'''Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Федерация Советы ''' (шулай уҡ рәсми булмаған атамаһы  '''  Сенат''') —  Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының   Рәсәй Федерацияһы парламентының  — юғары палатаһы.
 
Федерация Советына, [[Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы]]ның  95-се статьяһы 2-се өлөшөнә ярашлы <ref name="конституция">[https://ru.wikisource.org/wiki/Конституция%20Российской%20Федерации Конституция Российской Федерации] : Принята всенародным голосованием 12 декабря 1993 г. // Собрание законодательства РФ. — 2014. — № 31. — Ст. 4398.</ref>,  Рәсәй Федерацияһының һәр  [[Рәсәй Федерацияһы субъекттары|субъектынан]]  икешәр вәкил  (дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм  башҡарма  органдарынан берәр), шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан тәғәйенләнеүсе һәм Федерация Советы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле)  һәм башҡарма органдарынан  ағза булып торған Федерация Советы ағзалары һанының 10 процентынан артмаған һандағы Рәсәй Федерацияһы вәкилдәре» инә (Рәсәй Федерацияһы вәкилдәре РФ Конституцияһына төҙәтеү яһаған «Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Федерация Советы тураһында»ғы  21.07.2014 №  11-ФКЗ менән индерелә).
 
Рәсәй Федерацияһы Федерация Советы ағзаларының дөйөм һаны  — 170. 
 
Федерация Советы  федераль кимәлдә төбәктәрҙең мәнфәғәттәрен вәкәләтләй һәм Рәсәй дәүләте ҡоролошоноң федератив принцибын сағылдыра.  Төбәктәрҙең интеграцияланыу һәм тупланыу институты булараҡ,  Федерация Советы ил үҫешенең стратегик маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул иткәндә дөйөм федераль һәм төбәктәр мәнфәғәттәренең тигеҙлеген  тәьмин итә.
 
Федерация Советы  партияһыҙлыҡ принцибы буйынса формалаша һәм төҙөлә.    Федерация Советы ағзалары фракциялар һәм партия берекмәләре ойоштормай <ref>{{публикация|статья|автор=|автор имя=|заглавие=Сенатор не должен быть партийным?|подзаголовок=Мнения парламентариев|ссылка=http://regions.ru/news/2480329/|архив=http://web.archive.org/web/20140429080555/http://regions.ru/news/2480329/|архив дата=2014-04-29|издание=Новости Федерации|-язык=ru|год=2013|месяц=10|день=10}}{{v|20|6|2015}}(Проверено 20&nbsp; июня&nbsp; 2015)</ref>.
 
Федерация Советы даими эш итеүсе орган булып тора. Дәүләт думаһынан айырмалы,   Федерация Советы  Президент тарафынан таратыла алмай. Уның ултырыштары ихтыяжға ҡарап үткәрелә, әммә айына икенән дә һирәгерәк түгел. Федерация Советы ултырыштары палата эшенең төп формаһы булып тора.  Улар   [[Дәүләт  думаһы]]  ултырыштарынан айырым үтә.  Палаталар  [[Рәсәй Президенты| Рәсәй  Федерацияһы Президенты]]  мөрәжәғәтнамәләрен, Рәсәй Федерацияһы Конституция суды мөрәжәғәтнамәләрен, сит дәүләттәр етәкселәренең сығыштарын тыңлау өсөн бергә йыйыла ала.    Федерация Советы ағзалары үҙ вәкәләттәрен даими нигеҙҙә үтәй.   
 
Федерация Советы ағзалары вәкәләттәре мөҙҙәтенең бөтә дауамында тейелгеһеҙлеккә эйә.  Улар тотола, ҡулға алына, тентелә алмай  (енәйәт өҫтөндә тотолоу осраҡтарынан тыш),   шулай уҡ, башҡа кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, шәхсән ентекле тикшереүгә дусар ителә алмай.
 
Федерация Советы үҙенең ултырыштарын Мәскәүҙәге  Большая Дмитровка урамындағы төп бинала, ҡағиҙә булараҡ,  25 ғинуарҙан 15 июлгә һәм 16 сентябрҙән 31 декабргә тиклем үткәрә. Ултырыштар асыҡ булып тора. Федерация Советы ҡарары менән ултырыштарҙы үткәреү урыны үҙгәртелә ала, шулай уҡ ултырыштың ябыҡ булыуы ла мөмкин.  
 
== Вәкәләттәре ==
[https://ru.wikisource.org/wiki/Конституция%20Российской%20Федерации#Статья_102 Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 102-се статьяһына]  ярашлы, Федерация Советы вәкәләттәренә түбәндәгеләр инә (1-се пункт):
 
* 1''.''Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһындағы сиктәрҙең үҙгәреүен раҫлау;
* 2''.''  Рәсәй Федерацияһы Президентының ғәҙәттән тыш хәл индереү тураһындағы указын раҫлау;
* 3''.'' Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрен Рәсәй  Федерацияһы территорияһынан ситтә файҙаланыу мөмкинлеге тураһындағы мәсьәләне хәл итеү;
* 4''.''  Рәсәй Федерацияһы президентын һайлауҙы тәғәйенләү;
* 5''.''  Дәүләт думаһы тарафынан Президентҡа ғәйепләү күрһәтелгәндән һуң импичмент тәртибендә Рәсәй Федерацияһы Президентын вазифаһынан баш тарттырыу (ҡарарҙы ҡабул итеү өсөн палата составының өстән ике өлөшө күләмендәге күпселек тауышы кәрәк);
* 6''.''  Президент күрһәтеүе буйынса Рәсәй Федерацияһы  Конституция судының, Рәсәй Федерацияһы Юғары судының судьяларын вазифаға тәғәйенләү;
* 7''.''  Рәсәй Федерацияһы Генераль прокурорын һәм уның урынбаҫарҙарын вазифаға тәғәйенләү һәм вазифанан бушартыу (шулай уҡ Президент күрһәтеүе буйынса);
* 8''.''  Рәсәй Иҫәп палатаһы Рәйесе урынбаҫарын һәм Иҫәп палатаһы составындағы аудиторҙарҙың яртыһын вазифаға тәғәйенләү һәм вазифанан бушатыу.  
 
== Федерация Советының рәсми киң мәғлүмәт саралары ==
Федерация Советы өс парламент киң мәғлүмәт сараһының ойоштороусылашы  (Дәүләт думаһы менән берлектә) булып тора:
 
# Федерация Советының телеканалы  «[http://vmeste-rf.tv Вместе-РФ]» ;
# «Парламентская газета» гәзите;<br />
# «Российская Федерация сегодня» журналы.