Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[File:Азнабаева Зиля Рамазановна.jpg|thumb|Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре З.Р. Аҙнабаева]]
[[File:Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.jpg|thumb|"Әсә яланы" спектакленән Толғонай]]
[[File:Башҡорт дәүләт филармонияһы тамашаһынан һуң.jpg|thumb|Башҡорт дәүләт филармонияһында тамаша ҡуйғандан һуң]]
[[File:Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы Башҡортостан. Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.jpg|thumb| Зилә Рамаҙан ҡыҙы коллективы менән]]
'''Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы''' - [[17 апрель]] [[1954 йыл]] - [[БАССР]]-ҙың [[Белорет районы]] [[Арышпар]] ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, [[Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы]]ның Нефтекама бүлексәһен ойоштороусы (1995), әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр Бөтә башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" тигән миҙалы менән бүләкләнгән.
 
== Биографияһы ==
[[File:Азнабаева Зиля Рамазановна.jpg|thumb|Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре З.Р. Аҙнабаева]]
1961 йылда [[Белорет районы]] [[Йөйәк]] мәктәбенә һабаҡҡа төшә. Унда 8 класты тамамлағас, [[Белорет]] педагогия училищеһына уҡырға инә. Педучилищела уҡыған йылдарында Белорет ҡала мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ театры ҡуйған спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡара.Ошо мауығыу уны сәнғәт юлына килтерә. Ҡыҙҙың уңыштарын күреп, училищены тамамлаусылар мотлаҡ 3 йыл эшләргә тейеш булһа ла, педагогия училищеһынан уға сәнғәт институтына йүнәлтмә бирәләр.