Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
87 юл:
Башҡортостан территорияһы аҡтарҙан азат ителгәндән һуң, ул [[Үҫәргән кантоны]] ревкомына урындағы власть органдарын ойошторорға ярҙам итә. 1920 йылдың көҙөндә [[Стәрлетамаҡ]] ҡалаһында [[АСБР|Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһы]] юстицияһының халыҡ комиссары була. Артабан «[[Башкиропомощь]]» ойошмаһында эшләй<ref name="Ярмуллин А. Ш." />.
 
1920—1930 йылдарҙа [[Йылайыр кантоны]]нда халыҡ судьяһы вазифаһын үтәй<ref name="Бикбаев Р. Ә., Исхаҡов С. М."/>. 1930 йылдың 22 мартында ҡулға алына һәм 5 йылға хөкөм ителә<ref>Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 1. — Уфа, 1997. — С. 287.</ref>. Улдары Рауил (1918—?), Салауат (1921—?) һәм Эрес та(1927—?), шулай уҡ ағаһы Искәндәр (1876—?) һәм уның улы Зәйни (1910—?) репрессияға репрессияланатарттырыла<ref>[http://lists.memo.ru/d4/f288.htm Жертвы политических репрессий СССР]</ref>. Юныс Бикбов Аҡ диңгеҙ—Балтика каналы төҙөлөшөнә ебәрелә. 1933 йылда азат ителә.
 
1933 йылда ғаиләһе менән [[Ташкент]]ҡа күсә, башта мәктәптәрҙә, ә артабан университетта уҡытыусы булып эшләй<ref name="Ярмуллин А. Ш." />.