Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
24 юл:
}}
 
'''Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллин''' ([[1 июнь]] [[1968]]) — тарихсы-журналист, телепроекттар авторы, [[Башҡортостан]]дың һәм [[Рәсәй]]ҙең Журналистар союздары ағзаһы (2000), тарих фәндәре кандидаты. [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы|Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт]] (2012) һәм [[журналистика]] өлкәһендәге [[Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия|Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге]] (2000) премиялар лауреаты, [[Башҡортостан]]дың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре (2009)
 
== Биографияһы ==
Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллин 1968 йылдың 1 июнендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]]) [[Стәрлетамаҡ]] ҡалаһында тыуған. [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның тарих факультетын тамамлаған. 1991—92 йылдарҙа «Истоки» газетаһы хәбәрсеһе. 1991 йылдан Башҡортостан дәүләт радио-телекомпанияһында: телевидениеның йәштәр редакцияһы мөхәррире, «Йәшлек» ИБ етәксеһе, «Яңылыҡтар» редакцияһы хәбәрсеһе, «Ғилем» ИБ мөхәррире, ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар ИБ мөхәррире, танып-белеү һәм тарихи тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе, ТВ студияһының танып -белеү тапшырыуҙары редакцияһы етәксеһе.
 
«Историческая среда» һәм «КЛИО» телепроекттары авторы һәм етәксеһе<ref>[http://tv-rb.ru/about/inform_istorsreda «Историческая среда»]</ref>.