Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
'''Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы''' ([[1870]] йыл, [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] Ҡамбулат ауылы — 27-28 сентябрь, [[1918]] йыл, [[Стәрлетамаҡ]]) — күренекле уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе, [[XIX быуат]] аҙағы — [[XX быуат]] башындағы йәмәғәт эшмәкәре, [[башҡорт милли хәрәкәте]]н ойоштороусыларҙың береһе.
 
[[Файл:Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы.jpg|250px|thumb|right|Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы]]
== Биографияһы ==
Арыҫланбәк Әлимғоловтың атаһы — уҡытыусы, [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] Аҙнай һәм Ергән волостарының земство эшмәкәре Арыҫланғәле Ғәләүетдин улы Әлимғолов (әсәһе — ?, һеңлеһе — Камилә). Ҡатыны — Фатима Ниғмәтйән ҡыҙы [[Стәрлетамаҡ өйәҙе|Стәрле өйәҙе]] Аллағыуат ауылынан (1874? — 1938). Вариҫтарында һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Арыҫланбәк Әлимғолов Ырымбурҙа линейное училищела уҡып белем алғандан һуң, әлеге [[Шишмә районы]] Сәфәр ауылында уҡытыусы булып эшләй. [[1900]]—[[1910]] йылдар тирәһендә Шишмә районының [[Ҡара Яҡуп]] ауылында земство училищеһы мөдире (директоры) була, һуңынан Стәрлетамаҡта - ҡала училищеһында, Ергәндә земство училищеһында уҡыта. Стәрлетамаҡтан оло улы Мөҡәддәстең Коля исемле дуҫы менән ҡылған шуҡлығы арҡаһында китергә мәжбүр була. Малайҙар бер төндө сиркәүҙең колокольняһына менеп, ҡыңғырау һуға.
12 518

үҙгәртеү