Екатерина II: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
61 юл:
 
Ире тәхеттә баш тартҡандан һуң, Екатерина Алексеевна тәхеткә Екатерина II исеме аҫтында килә, манифестында Петрҙың дәүләт динен һәм Пруссия менән килешеүҙе үҙгәртеү ниәте тәхеттән төшөрөү сәбәбе итеп күрһәтелә. 1762 йылдың 22 сентябрендә (3 октябрь) [[Мәскәү|Мәскәүҙә]] тәхеткә ултыра. Шулай итеп, В. О. Ключевский фекеренсә, Екатерина икеләтә захват эшләй: иренән хакимлыҡты тартып ала һәм улына ла, атаһының вариҫына, хакимлыҡты тапшырмай.
 
=== Екатерина II һәм Пугачев ихтилалы ===
[[1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы|1773 — 1775 йылғы Пугачев ихтилалы]] тураһында хәбәрҙе алыу менән Екатерина 1773 йылдың октябрь айында ихтилалды баҫтырыуҙы ойоштороу буйынса Дәүләт хәрби коллегияһына тейешле бойороҡ бирә һәм ил халҡына мөрәжәғәт итә. Екатерина Хәрби коллегияһының эшмәкәрлеген тулыһынса үҙенең контроле аҫтында тота, шулай уҡ ғәскәрҙәр менән генералдар В. А. Кар, [[Бибиков Александр Ильич|А. И. Бибиков]], П. М. Голицын, Ф. Ф. Щербатов, П. И. Паниндарҙың командалыҡ итеү, Ҡаҙан һәм Ырымбур йәшерен комиссиялары шефы генерал-майор П. С. Потемкиндың, Ырымбур губернаторы генерал-поручик И. А. Рейнсдорптың эшмәкәрлеге уның ҡарамағында була. Пугачевҡа ҡаршы манифестар баҫтырып сығара (1773 йылдың 29 ноябренән һәм 23 декабренән, 1774 йылдың 15 мартынан). 1774 йылдың ғинуарында [[Пугачёв Емельян Иванович|Е. И. Пугачёвтын]] указдарын һәм манифестарын, башҡа ихтилал документтарын юҡ итеү мәьәләһе менән Сенатҡа мөрәжәғәт итә; үҙ сиратында, Сенат указы менән (1774 йылдың 10 ғинуарынан) бөтә учреждениеларға, хәрби командаларға Пугачевтың һәм ихтилалдың башҡа етәкселәренең өндәмәләрен, манифестарҙы, указдарҙы йыйып, кеше алдында үртәргә бойорола.
 
=== Башҡортостандағы ихтилал ===
 
=== Екатерина II һәйкәле ===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Екатерина_II» битенән алынған