Татарстан башҡорттары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
60 юл:
Тел һәм этник ассимиляция сәбәптәре тип, ҡағиҙә булараҡ, түбәндәгеләр атала:<ref>Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. Асфандияров А. 3., Абсалямов Ю. М., Роднов М. И. — Уфа, Китап, 2001. — 712 с.</ref>
* '''башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың тел һәм мәҙәни-көнкүреше оҡшашлығы'''. Ассимиляцияға килтергән төп сәбәп булып тел оҡшашлығы, татар телендә уҡытылыу, татар әҙәбиәте таратылыу арҡаһында башҡорттарҙың татар мәҙәниәте һыҙаттарын үҙләштереүе тора. Былар башҡорттарҙа ике яҡлы этник үҙаңды формалаштыра.
* '''керҙәшҡәрҙәш татарҙар һәм керҙәшҡәрҙәш башҡорттар төркөмдәрендә социаль-иҡтисади мөнәсәбәттәр оҡшашлығы.''' [[Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы|Ә. З. Әсфәндиәров]] билдәләгәненсә, Өфө губераһының көнбайыш өйәҙҙәрендә 36 % керҙәшҡәрҙәш башҡорт йәшәй. Уларҙың керҙәшҡәрҙәш татарҙар менән бергә аҫаба башҡорттарға бойондороҡлолоғо йылдам ассимиляцияға сәбәп була. Бер типлы хужалыҡ итеү ҙә ассимиляцияны арттыра. Көнбайыш башҡорттар, татарҙар кеүек үк, ултыраҡ тормошта йәшәй, ер эшкәртеү менән шөғөлләнә.
* '''дин берлеге'''. Башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа мосолман динле булғанлыҡтан ассимиляцияға ҡамасаулай торған дини ҡаршылыҡ булмай.
* '''сәйәси шарттар'''. Элекке Бөгөлмә, Минзәлә, Алабуға һәм Сарапул өйәҙҙәрен Татар АССР-ына индереү, артабан ваҡытлы матбуғатты, мәктәптә уҡытыуҙы тик татар телендә алып барыу.
* '''демографик шарт'''. КерҙәштәрҠәрҙәштәр һанын арттырыу. Ҡайһы бер өйәҙҙәргә мишәрҙәр һәм типтәрҙәр күпләп күсенә, шунлыҡтан, мәҫәлән, 1863 йылда уҡ 100 кешегә Минзәлә өйәҙендә — 39 күскенсе, ә Бөгөлмә өйәҙендә 36,5 күскенсе тура килә.
* '''татарҙарҙы һәм башҡорттарҙы территориаль яҡтан ҡатнаштырыу'''. XIX быуат башына уҡ башҡорттар менән бергә ҡазан татарҙары, [[Мишари|мишәрҙәр]], [[типтәрҙәр]] йәшәгән ҡатнаш ауылдар һаны арта. Бөгөлмә өйәҙендә ундай ауылдар һаны — 89,7 %, ә Минзәлә өйәҙендә 58,7 % тәшкил итә.
* '''татарҙар менән башҡорттар араһында ҡатнаш никахтар күбәйеү'''. Эндогамияның боҙолоуы. Д. М. Исхаҡов билдәләүенсә, ХХ быуаттың беренсе тиҫтә йылында төньяҡ-көнбайыш зонала әсәһе башҡорт булмаған (күп осраҡта татар) башҡорттар һаны 60 %-ҡа етә<ref>''Исхаков Д. М.'' Татары: перепись и политика. — Казань, 2010, С.27.</ref>.