Ҡараһаҡал: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
19 юл:
Башҡорт фольклорында (йырҙарҙа, риүәйәттәрҙә) [[Салауат Юлаев]] кеүек киң билдәле.
 
[[1552]] йылда [[Иван IV]] [[Ҡазан ханлығы|Ҡазанды]] алып, уның ханлығын еңгәндән һуң, Иван батша башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын, динен, йолаларын һаҡларға вәғәҙә бирә. Әммә уның заты, [[Рюриковичтар династияһы]] власть башынан китеүе була — [[Романовтар династияһы]] тәхеткә килә ([[1613]] йыл). Шунан башлап башҡорттарҙың [[Иван IV|Аҡ бей батша]] таныған хоҡуҡтары сикләнә бара, ер тәләфләнә, властар башбаштаҡлыҡбаш-баштаҡлыҡ итә, Башҡортостанға башҡа халыҡтар күсереп ултыртыла. Унда заводтар, ҡәлғәләр төҙөй башлайҙар. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡы [[Башҡорт ихтилалдары|ихтилалдарға]] күтәрелә: XVII—XVIII быуаттар буйы Башҡортостанда тынғылыҡ бөтә.
 
Академик [[:ru:Любавский, Матвей Кузьмич|М. К. Любавский]] яҙыуынса,
30 юл:
 
Ҡараһаҡал тураһында танылған урыҫ ғалимы [[:ru:Рычков, Пётр Иванович|П. И. Рычков]]
{{Цитата|«аҡыллы, мауыҡтырғыс һәм дәлилле итеп һөйләүсе, дөрөҫ йәшәүсе, динле»,}}тип яҙа, ә XIX быуатта йәшәгән [[:ru:Игнатьев, Руф Гаврилович|Р. Г. Игнатьев]]{{Цитата| «яҡшы фекерләүсе, ҡыйыу, динле, [[Ҡөрьән]]де һәм ғәрәп телен яҡшы белгән башҡорт»}} тип яҙып ҡалдырған. Ҡараһаҡал — 30-сы йылдарҙа Мәккә менән Мәҙинәгә [[хаж]] ҡылған мосолман.
 
== Ихтилалға күтәрелеү сәбәптәре ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡараһаҡал» битенән алынған