София Венгерская: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
8 юл:
'''София Венгерская''' ({{Lang-hu|Zsófia}}) ― венгр короле Бела Икенсенең ике ҡыҙының олоһо. Ул Конрад Өсөнсөнөң улы Генрих Беренгар менән йәрәшелгән була. [[Австрия]]ның Адмонт бенедикт аббатлығында монахиня булып вафат була.
 
== ТормошоБиографияһы ==
София, Бела II менән [[Илона СербскаяныңСербская]]ның тәүге ҡыҙы булып, 1135 йылдар тирәһендә тыуа{{Sfn|Kristó|Makk|pp=177, Appendix 3|1996}}. Тәүге тапҡыр 1139 йыл хроникаһында, атаһы уны король Конрад III (1138―1152 йылдарҙа хакимлыҡ итә) улы Генрих менән йәрәшкәндә телгә алына. Ошонан һуң күп тә үтмәй, София Венгриянан Изге Рим империяһына юллана, күрәһең, унда ул [[немец теле]]н һәм никахҡа инеү өсөн һарай ғәҙәттәрен өйрәнгән{{Sfn|Lyon|2012|p=58}}. Әммә тиҙҙән Генрих вафат була һәм уларҙың никахы тормошҡа ашмай ҡала{{Sfn|Kristó|Makk|pp=177, Appendix 3|1996}}.
 
Атаһы, Һуҡыр Бела, 1141 йылда вафат була һәм артабанғы йылдарҙа уның вариҫы Геза II менән Конрадом III араһындағы мөнәсәбәттәр киҫкенләшә. 1140 йылдар уртаһында Конрад хатта бер ни тиклем ваҡыт власть өсөн көрәштә көнрәкше һәм Внгрия тәхетенә дәғүә итеүсе Борис Коломановичты яҡлай. Был көсөргәнеште хәл-торошта София менән Генрих араһындағы никах пландары тормошҡа ашырылмай. Шуға ҡарамаҫтан, София немец короллегендә була һәм артабанғы бер нисә йылда ла шунда йәшәй. Артабан ул [[Австрия]]лағы Адмонт монастыренә монахиня булып китә{{Sfn|Lyon|2012|p=58}}.