Ҡараһаҡал: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
41 юл:
 
[[1740]] йылдың июнендә Ҡараһаҡал яралана һәм уны ҡаҙаҡ далаларына алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Карательдәр ғәскәре етәксеһе Урусов, 300-гә яҡын башҡорт әсиренән һорау алып, Ҡараһаҡал ысынында иһә — [[НүғайНуғай даруғаһы]] [[Юрматы]] ырыуы башҡорто тигән һығымтаға килә.
 
Яңғыҙ рәсми хисаптарға ҡарағанда ла был боланы баҫҡанда һәм баҫҡас, барлығы 696 башҡорт ауылы таланып, яндырылып, 16634 башҡорт үлтерелеп, 4 меңдәре төрлө ерҙәргә урыҫ араларына каторгаға ебәрелгән, 9200 ҡатын-ҡыҙ һәм балалары эске Рәсәйҙәге урыҫ баярҙарына таратылған; башҡорттарҙан 20 меңләп йылҡы-һыйыр һәм байтаҡ аҡса штраф итеп түләнгән. Был хисаптар бары рәсми ҡағыҙҙарға кергәндәре генә һаналып, былай талау һәм үлтереүҙәр менән байтаҡ артыҡ булһа кәрәк. Быларҙан тыш, боласыларҙан бик күп меңдәр менән халыҡ Себергә оҙатылып, түрә, купец һәм урыҫ крәҫтиәндәренә ҡол ителеп һатылды.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡараһаҡал» битенән алынған