Ырымбур экспедицияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Рәсем:Louis_Caravaque,_Portrait_of_Empress_Anna_Ioannovna_(1730).jpg|thumb|200px|left|Императрица Анна Иоанновна]]
 
'''Ырымбур экспедицияһы''' — [[1734]] йылдың [[1 май|1 майында]]ында императрица [[Анна Иоанновна| Анна Иоанновнаның]] Империя сиген Башҡортостан сигенә еткереү, башҡорт ерҙәрен үҙләштереү өсөн комиссия төҙөү тураһындағы ҡарары (указы). Экспедицияның бурыстары түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:
* Ур йылғаһының [[Яйыҡ|Яйыҡҡа]] ҡушылған ерендә нығытылған ҡәлғә төҙөү һәм Башҡортостанды көньяҡтан һәм көнсығыштан ҡәлғәләр теҙмәһе менән уратып алыу.
* Башҡорт ихтилалдарын туҡтатыу.
* Империя сиген Башҡортостан сигенә еткереп, артабан Ҡаҙағстан аша Урта Азияға үтеп инеү.
 
Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа өcөy [[Ырымбур]] ҡалаһы төҙөлөргә тейеш булған. Был пландың начальнигы Сенаттың обер-секретары [[Кирилов Иван Кириллович|И.  К.  Кирилов]] былай тигән: «Ырымбур Башҡортостандың сигендә төҙөлә. Ул башҡорттарҙы буйһондороу өсөн кәрәк. Башҡорттар йәшәгән ерҙәр стена менән уратылып алынған кеүек була».
Экспедиция начальнигы итеп И.  К.  Кирилов үҙе тәғәйенләнә. Уға ошо уңай менән статский советник титулы бирелә. Был дәрәжә хәрбиҙәрсә бригада генералы тигән исемгә тиң. Кириловтың урынбаҫары итеп православие диненә күскән, суҡынмыш татар мырҙаһы [[Тәвкилев Ҡотломөхәмәт Мәмеш улы|А.  И.  Тевкелев]] билдәләнә. Башҡорттар был палачты [[Тәфтиләү]] тип атаған. [[1734]] йылдың [[15 июнь|15 июнендә]] экспедиция Петербургтан юлға сыға, [[10 ноябрь|10 ноябрҙә]] И.  К.  Кириловтың 3,5 меңлек отряды [[Өфө|Өфөгә]] килеп етә, [[1735]] йылдың[[15 август|15 авгусында]] И.  К.  Кирилов Ур йылғаһының (урыҫса  — Орь) [[Яйыҡ]]ҡа ҡойған урынында Оренбург ҡәлғәһенә ([[Башҡорт теле|башҡортса]]  — [[Ырымбур]]) нигеҙ һала. Ырымбур [[1740]] йылда Красная Гора тигән икенсе урынға, ә [[1743]] йылда өсөнсө (хәҙерге) урынға, [[Һаҡмар (йылға)|Һаҡмар]] йылғаһының [[Урал (Яйыҡ)| Яйыҡҡа]] ҡушылған еренә күсерелә. Тәүге [[Ырымбур]] [[Орск]] ҡәлғәһе тип атала башлай, хәҙер  — ҡала.
 
[[Рәсем:Orenburg_XVIII_vek.jpg|thumb|250px|right|[[Ырымбур]], XVIII быуат]]
 
[[XVIII]] быуаттың 30  — 50-се йылдарында Башҡортостанды уратып һәм илебеҙҙең эсендә 53 ҡәлғә һәм заводтар һалыу дауам итә. Экспедиция ойошторолғанға тиклем Башҡортостанда барлығы 10 завод булһа, XVIII быуат уртаһында уларҙың һаны 32-гә етә, Ырымбур экспедицияһы империяның көнсығыш сиктәрен [[Яйыҡ]] йылғаһынаса күсереу маҡсатын ҡуя. Ошо маҡсатта Ырымбур сик буйы линияһы төҙөлә. Уны төҙөү тормошҡа ашһа, Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғо тамам юҡҡҡа сыға икәнен [[башҡорт]]тар бик яҡшы аңлаған. «Әгәр ҙә батша хөкүмәте уйлаған эшенән баш тартмаһа, башҡорттар үҙҙәренең хоҡуктарын ҡорал менән һаҡлаясаҡ»,  — тигән улар. Хөкүмәт иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалмағас, ҡоралға тотонорға мәжбур булғандар.
 
= Ырымбур экспедицияһының начальниктары начальниктары=
# [[Кирилов Иван Кириллович|И.  К.  Кирилов]] [[1734]]-[[1737]] йылдар;
# [[Татищев Василий Никитич|В.  Н.  Татищев]] [[1737]]-[[1739]] йылдар;
# [[Урусов Василий Алексеевич|В.  А.  Урусов]] [[1739]]-[[1741]] йылдар;
# [[Соймонов Леонтий Яковлевич|Л.  Я.  Соймонов]] [[1741]]—[[1742]] йылдар
# [[Неплюев Иван Иванович|И.  И.  Неплюев]] [[1741]] [[1742]] йылдарҙа начальник, ә [[1742]]—[[1758]] йылдарҙа наместник, губернатор.
 
= Башҡорт ихтилалдары =
[[1735]]—[[1736]] йылдарҙа [[Башҡорт ихтилалдары|ихтилалалға]] — [[Килмәк Нурышев|Килмәк]] абыҙ, [[1737]] [[1738]] йылдарҙа — [[Бәпәнәй Төрөпбирҙин|Бәпәнәй]] батыр, [[1739]]—[[1740]] йылдарҙа [[ҠараһакалҠараһаҡал]] етәкселек итә. Көстәр нисбәте тиң булмағас, еңеү хөкүмәт ғәскәре яғында була, әлбиттә. [[1735]]—[[1740]] йылдарҙа Башҡортостандың азатлығын һаҡлап ҡалыу өсөн күтәрелгән оло яуҙа халҡыбызҙың өстән бер өлөшө һәләк була. Шулай итеп, Рәсәйгә килешеү менән ҡушылған Башҡортостан, ике быуат үткәс, империяның колонияһына әүерелә. Америка тарихсыһы Үолтер Коларз «Рәсәй һәм уның колониялары» (1955) исемле китабыyда былай тип яҙа: «[[Ырымбур]] ҡалаһына нигеҙ һалыу Рәсәй тарихындағы иң күренекле ваҡиғаларҙың береһе булған. Ул ваҡиға үҙенең әһәмиәте буйынса [[Ҡазан|Ҡазан]] яулап алыуға тиң».
[[1744]] йылда Ырымбур экспедицияһы (комиссияһы) урынына [[Ырымбур губернаһы]] төҙөлә. [[1865]] йылға тиклем Ырымбур ҡалаһы Башкортостандың хәрби административ үҙәге була. 1865 йылдан Башҡортостандың төньяҡ өлөшө[[Өфө губернаһы| Өфө губернаһына]]на бирелә, ә көньяҡ өлөшө [[Ырымбур губернаһы]] составында ҡала.
 
== Сығанаҡтар ==
# Алтон С. Доннелли. Завоевание Башкирии Россией. 1552-17401552—1740. Уфа, 1995. 284-се бит.
# Рауил Бикбаев, тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан календары 2004 йылға.
 
* [http://www.vatandash.ru/pics/pdf/576.pdf Ғайса Хөсәйенов. Батырша. Тарихи роман]
* [http://www.spsl.nsc.ru/history/descr/orenb.htm Оренбургская экспедиция]
 
[[Категория:Тарих]][[Категория:Рәсәй тарихы]][[Категория:Башҡортостан тарихы]]
[[Категория:Ырымбур өлкәһе]]
[[Категория: Ырымбур губернаһы]]