Ырымбур экспедицияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
11 юл:
[[Рәсем:Orenburg_XVIII_vek.jpg|thumb|250px|right|[[Ырымбур]], XVIII быуат]]
 
[[XVIII]] быуаттың 30 — 50-се йылдарында Башҡортостанды уратып һәм илебеҙҙең эсендә 53 ҡәлғә һәм заводтар һалыу дауам итә. Экспедиция ойошторолғанға тиклем Башҡортостанда барлығы 10 завод булһа, XVIII быуат уртаһында уларҙың һаны 32-гә етә, Ырымбур экспедицияһы империяның көнсығыш сиктәрен [[Урал (Яйыҡ)|Яйыҡ]] йылғаһынаса күсереу маҡсатын ҡуя. Ошо маҡсатта Ырымбур сик буйы линияһы төҙөлә. Уны төҙөү тормошҡа ашһа, Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғо тамам юҡҡҡа сыға икәнен [[башҡорт]]тар бик яҡшы аңлаған. «Әгәр ҙә батша хөкүмәте уйлаған эшенән баш тартмаһа, башҡорттар үҙҙәренең хоҡуктарын ҡорал менән һаҡлаясаҡ», — тигән улар. Хөкүмәт иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалмағас, ҡоралға тотонорға мәжбур булғандар.
 
=Ырымбур экспедицияһының начальниктары=
22 юл:
=Башҡорт ихтилалдары=
[[1735]]—[[1736]] йылдарҙа [[Башҡорт ихтилалдары|ихтилалалға]] [[Килмәк]] абыҙ, [[1737]] — [[1738]] йылдарҙа [[Бәпәнәй]] батыр, [[1739]]—[[1740]] йылдарҙа [[Ҡараһакал]] етәкселек итә. Көстәр нисбәте тиң булмағас, еңеү хөкүмәт ғәскәре яғында була, әлбиттә. [[1735]]—[[1740]] йылдарҙа Башҡортостандың азатлығын һаҡлап ҡалыу өсөн күтәрелгән оло яуҙа халҡыбызҙың өстән бер өлөшө һәләк була. Шулай итеп, Рәсәйгә килешеү менән ҡушылған Башҡортостан, ике быуат үткәс, империяның колонияһына әүерелә. Америка тарихсыһы Үолтер Коларз «Рәсәй һәм уның колониялары» (1955) исемле китабыyда былай тип яҙа: «[[Ырымбур]] ҡалаһына нигеҙ һалыу Рәсәй тарихындағы иң күренекле ваҡиғаларҙың береһе булған. Ул ваҡиға үҙенең әһәмиәте буйынса [[Ҡазан|Ҡазан]] яулап алыуға тиң».
[[1744]] йылда Ырымбур экспедицияһы (комиссияһы) урынына [[Ырымбур губернаһы]] төҙөлә. [[1865]] йылға тиклем Ырымбур ҡалаһы Башкортостандың хәрби административ үҙәге була. 1865 йылдан Башҡортостандың төньяҡ өлөшө[[Өфө губернаһы| Өфө губернаһына]] бирелә, ә көньяҡ өлөшө [[Ырымбур губернаһы]] составында ҡала.
 
==Сығанаҡтар==