Яҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы — версиялар араһындағы айырма

ә
→‎Ижады: clean up, replaced: урыҫ → рус using AWB
ә (→‎Ижады: clean up, replaced: урыҫ → рус using AWB)
Был трилогия "Ҡыҙ бала","Бер һөйгәнем өсөн","Кесе йыһан - Оло йыһан" романдарынан тора.Трилогияһында яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар тормошон тотош ил-ҡәүем, ил яҙмышы, үҙе йәшәгән мәле һәм боронғо тарихтарға ялғап, сикһеҙ Йыһан менән бәйләндереп, фәлсәфәүи тәрән һығымталар яһаған. "Ҡатындар" трилогияһы - илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың, уның айырым вәкилдәренең ХХ быуаттағы үткән юлын, ХХI быуатҡа аяҡ баҫҡандағы сағыу тормошон эҙмә-эҙлекле күрһәтә алған, эпик һулышлы әҙәби панорамаға әйләнгән әҫәр. Трилогияның теле - зауыҡлы, нәфис, ситуацияға ярашлы, сюжет һыҙығына урынлы. Ул китап уҡыусыларҙа яҡтылыҡ, сафлыҡ, матурлыҡ тыуҙырыусы, юғары зауыҡ тәрбиәләүсе тел. Гөлнур Яҡупованың китабы тормошсан, ҙур ышандырыу көсөнә эйә, сөнки унда энциклопедик характерҙағы көнкүреш, сәнғәт, мөхәббәт, сәйәси, хәрби, мәғариф, медицина, география,тарих, экология һәм башҡа өлкәләргә ҡараған материалдар китап геройҙарының тормош картиналары менән органик бәйләнештә бирелгән. Шулай уҡ был трилогияла үҙҙәре айырым хикәйәттәр, повестар булырлыҡ тарихтар һүрәтләнгән. Көнкүрештең атрибуттары яҙыусы әҫәрендә бөтә илдең, халыҡтың нисек йәшәүен күрһәтеүсе әҫәр. Ул атрибуттар әҫәрҙе байытып, яҙыусының маһирлығын дәлилләүсе бер күренеш булып тора.
 
Гөлнур Яҡупова уҡыусыларҙың ҙур һөйөүен яулаған мауыҡтырғыс хикәйәләү оҫтаһы, хис һәм аҡыл эйәһе. Уның был тормошсан, халыҡсан трилогияһы ҡуйы һутлы, матур, шуға күрә уны Башҡортостанда ғына түгел, ә унан ситтәге төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ, күрше Татарстан халҡы ла уҡыған һайын йышыраҡ уҡыйҙар, яҙыусыны был трилогияның дауамын яҙыуҙы һорайҙар. Һуңғы өс йыл эсендә яҙыусының "Ҡыҙыл китап аманаты" китабы урыҫрус телендә "Заветы Красной книги" тигән исемдә, ә трилогияһының беренсе томы "Ҡыҙ бала" "Бельские просторы" журналында "Девчоночка" исемендә тәржемә ителеп сыҡты. Хәҙерге көндә Республикабыҙҙың төрлө гәзиттәрендә шағир үҙенең шиғырҙарын яҙып сыға, ижадының тағы ла бер төрөнөң йүнәлеше булған тәржемәселекте лә онотмай.
 
«Ҡатындар» трилогияһы [[Китап (нәшриәт)|Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте]] тарафынан 2016 йыл өсөн [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]]на тәҡдим ителде. [[Башҡортостан Республикаһы Башлығы]] ҡарамағындағы [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы|Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия]] конкурста ҡатнашыуға алты дәғәүәсе менән бер рәттән Гөлнур Яҡупованы ла индерҙе<ref>[http://ufatime.ru/news/2016/07/25/komissiya-utverdila-spisok-nominantov-na-premiyu-salavata-yulaeva/ «UfaTime.ru» сайты, 25.07.2016. Комиссия утвердила список номинантов на премию Салавата Юлаева]{{ref-ru}}{{V|11|08|2016}}</ref>.
42 487

үҙгәртеү