Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
ә clean up, replaced: урыҫ → рус using AWB
17 юл:
}}
{{фамилиялаш|Юнысов}}
'''Эльвира Юнысова, Эльвира Әхтәм ҡыҙы Юнысова ''' ([[4 ғинуар]] [[1960]]) — [[башҡорт]] театр һәм кино актёры, йәмәғәт эшмәкәре. [[Башҡортостан Республикаһы]] дүртенсе саҡырылыш [[Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай|Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай]] депутаты.[[Рәсәй Федерацияһы]]ның атҡаҙанған (2007), [[Башҡортостан Республикаһы]]ның халыҡ артисы (1992).
 
== Тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге ==
Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы 1960 йылдың 4 ғинуарында [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Сибай]] ҡалаһында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәп менән бер рәттән музыка мәктәбен тамамлаған.
 
Урта белем алғас, [[Өфө сәнғәт училищеһы]]ның фортепиано бүлегенә уҡырға инә һәм уның өс курсынан һуң уҡыуын [[Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы|Өфө дәүләт сәнғәт институты]]ның (2003 йылдан [[Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы]]) театр факультетында (профессор [[Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы|Рәфҡәт Исрафилов]] курсы) дауам итә. Институттың өсөнсө курсында уҡығанда уҡ [[Башҡорт дәүләт академия драма театры|Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры]] спекталдәрендә уйнарға саҡырыла. Шул иҫәптән билдәле режиссер [[Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы|Рәфҡәт Исрафилов]] сәхнәләштергән [[Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы|Әнғәм Атнабаевтың]] «Хушығыҙ, хыялдарым…» драмаһында (1981) Гөлнариса, [[Мостай Кәрим]]дең «Йәйәүле Мәхмүт» комедияһында (1983) Зәмзәгөл кеүек төп ролдәрҙе башҡара. «Апалы-һеңлеле өсәү» драмаһындағы ([[Чехов Антон Павлович|Антон Чехов]], урыҫсарусса — «Три сестры») Маша роле йәш актрисаның, 1983 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағанда, диплом эше була, икенсе йылына ул республикабыҙҙың төп драма театры сәхнәһендә күрһәтелә башлай.
 
1983—2008 йылдарҙа Эльвира Юнысова [[Башҡорт дәүләт академия драма театры|Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры]] актрисаһы һәм бер үк ваҡытта 1988—1995 йылдарҙа — [[Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы|Өфө дәүләт сәнғәт институты]] (2003 йылдан [[Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы]]) уҡытыусыһы. Театрҙа эшләү дәүерендә ул үҙен оҫта актриса итеп танытты һәм бер нисә быуын тамашасыларының ныҡлы һөйөүен яуланы.