Юзыкайн Александр Михайлович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎top: clean up, replaced: Вафат булыу урыны → Вафат булған урыны using AWB
ә →‎Ижады: clean up, replaced: урыҫ → рус (5) using AWB
23 юл:
 
== Ижады ==
Әҙәби ижад менән Александр Юзыкайн 1947 йылда шөғөлләнә башлай. Бәләкәй жанрҙағы тәүге әҫәрҙәре — шиғыр, хикәйә һәм очерктарында ул тирә-яҡ тормошҡа үҙ ҡарашын белдерергә ынтыла. Милли-патриотик хистәре ташып торған йәш автор мари халҡының данлы тарихына мөрәжәғәт итә, төрлө ваҡиғаларҙы үҙ күңеле аша үткәреп уҡыусыға еткерегә ынтыла. 1955 йылда донъя күргән «Ямбатыр» исемле тарихи поэмаһында автор мари халҡы вәкилдәренең Степан Разин еткселегендәге ихтиллалда ҡатнашыуын һүрәтләй. Йәш әҙиптең тәүге ижад өлгөләре мари әҙәбиәте тарихында лайыҡлы урын алған. Тормош тәжрибәһе арта барған ижадсы артабан әхләк һәм мораль темаларға мөрәжәғәт итә. Тыуған илгә һөйөү, ололарға ихтирам һәм хөрмәт менән ҡарау, кешеләр араһындағы яҡшы һәм юғары мөнәсәбәттәр яҙыусының артабанғы әҫәрҙәрендә төп темаларға әйләнә бара. 1957 йылда уның «Юл сатында» (урыҫсарусса «На перепутье») тигән пьесаһы [[М. Шкетен исемендәге Мари драма театры]] сәхнәһендә ҡуйыла, һәм был әҫәр бөтөн мари драматургияһы өсөн көнүҙәк проблемаларҙы сәхнәлә һынландырыу буйынса өлгө алырлыҡ матур үрнәккә әүерелә. Әҙип 1964 йылда ижад иткән «Изий» (урыҫсарусса «Малышка») шиғри әкиәт мари балаларынан тыш илебеҙҙең төрлө ҡитғаларында йәшәгән төрлө милләт кескәй уҡыусыларының яратҡан әҫәре. Шулай ҙа яҙыусының тәүге оло уңышы булып 1967 йылда баҫылған «Кугызан вуй» (урыҫсағаруссаға тәржемәлә «На царской горке») романы һанала. Артабан ул 1972 йылда «Маска вынем» («Медвежья берлога»), 1978 йылда «Тулото» («Костёр», урыҫсағаруссаға тәржемәлә «Дубравы»), 1979 йылда «Эльян» романдарын баҫтыра. Был әҫәрҙәрҙә яҙыусының ижади яҡтан өлгөрөп еткәнлеге бик асыҡ сағыла. Үҙ халҡының тарихын һәм бөгөнгөһөн бай буяуҙар менән күп ҡырлы итеп һүрәтләп, әҙип геройҙарының юғары кимәлдәге эске донъяһын матур тел менән уҡыусыға еткерә, тирә-яҡ ваҡиғаларына үҙ ҡарашын тулы асып һала, яңы милли характерҙар тыуҙыра. Уҡыусы һәм әҙәби тәнҡит тарафынан бик йылы ҡабул ителгән ошо романдар серияһы өсөн Александр Юзыкайн Мари АССР-ының Дәүләт премияһына лайыҡ була. Яҙыусының ошондай юғары баһа алған әҫәрҙәре Йошкар-Ола һәм Мәскәү китап нәшриәттәрендә урыҫрус телендә лә донъя күргән, күпселектәре авар, әзербайжан, башҡорт, венгр, ҡаҙаҡ, латыш, сыуаш, татар, тыва, үзбәк, эстон һәм саха телдәренә тәржемә ителгән. Александр Юзыкайн үҙе лә тәржемә өҫтөндә эшләй. И. Василенконың «Звездочка» повесын һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәрен мари телендә уҡыусыға еткерә. Әҙип шулай уҡ очерк жанрына ҙур иғтибар бүлә. Ул үҙе йәшәгән республиканың ғына түгел, бөтөн илдең күп ҡала һәм ауылдары буйлап әүҙем йөрөй. Был ижад сәфәрҙәре һөҙөмтәһендә тыуған әҫәрҙәрендә ул хеҙмәт кешеләренә дан йырлай. Александр Юзыкайн үҙенең тыуған яҡтарында — Башҡортостандың Краснокама районы ерҙәрендә лә йыш була. Күп һанлы осрашыуҙар һөҙөмтәһендә ул Арлан нефтселәре тураһында «Яңған һыу» («Горящая вода») исемле очерктар китабы баҫтыра. Ғөмүмән, халыҡ яҙыусыһы халыҡ тормошо менән ҡайнап йәшәй һәм халыҡ өсөн ижад итә. Александр Юзыкайн 1996 йылда вафат була һәм васыятына ярашлы тыуған ауылы Янаҡтайҙа ерләнә.
 
== Хәтер ==