Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы — версиялар араһындағы айырма

ә
clean up, replaced: урыҫ → рус (2) using AWB
(күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу)
ә (clean up, replaced: урыҫ → рус (2) using AWB)
Мөхтәр Әхтәмовтың хеҙмәттәре башҡорт тел ғилеме мәсьәләләренә арналған, күбеһе лексикография һәм лексикология менән тығыҙ бәйле.
 
«Башҡортса-урыҫсарусса омонимдар һүҙлеге» (1966), «Башҡорт телендәге омонимдарҙың аңлатмалы һүҙлеге» (1986), «Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге» (1973, 1987), «Башҡорт теленең морфемалар һүҙлеге» (1992), «Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге» (1994), «Башҡорт теленең кире һүҙлеге» (1999), «Татар теленең кире һүҙлеге» (1999), «[[Башҡорт теле]]нең грамматика һүҙлеге» (2007) һәм башҡа китаптары беҙҙә генә түгел, барлыҡ төркиәттә киң билдәле.
 
Юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы булараҡ, М. Х. Әхтәмов дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары яҙыуҙа әүҙем эш алып бара.
1986 йылда — «Хәҙерге башҡорт теле. [[Лексикология]]» исемле, 2000 йылда иһә — «Хәҙерге башҡорт теле. Ялғауҙар ярҙамында һүҙьяһалыш» тигән, юғары уҡыу йорттары студенттарына тәғәйенләнгән дәреслектәре донъя күрә. Был эшендә ғалим һүҙьяһалыштың тел ғилеменең айырым бүлеге булыуын иҫбатлай.
 
Мөхтәр Әхтәмов ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы һәм улы, математика фәндәре докторы, БДУ профессоры [[Әхтәмов Азамат Мөхтәр улы|Азамат]] менән берлектә «Урыҫсарусса-башҡортса математика терминдары» һүҙлеген төҙөп баҫтыра (1982, 1993 йылдар).
 
Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге"н төҙөүҙә лә ҡатнаша. Ул 1981 йылда Мәскәүҙә «Наука» нәшриәтендә баҫылған «Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы» тигән ҙур хеҙмәт авторҙарының береһе лә. Был эше өсөн уға СССР Халыҡ мәғарифы буйынса дәүләт комитетының премияһы бирелә.
* {{БЭ2013У|9604-akhtyamov-mukhtar-khusnulkhakovich.html |автор= М.В.Зайнуллин}} {{ref-ru}}
* http://www.uchbash.ru/attachments/491_Uch.Bash_935_30_12_13.pdf
 
 
[[Категория:Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаусылар]]
42 487

үҙгәртеү