Әхмәҙиев Риф Барый улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
ә clean up, replaced: урыҫ → рус (4) using AWB
31 юл:
 
== Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Риф Барый улы Әхмәҙиев 1954 йылдың 13 февралендә [[Башҡорт АССР-ы]] [[Ҡыйғы районы]] [[Әбдрәзәк]] ауылында тыуған. [[Арыҫлан (Ҡыйғы районы)|Арыҫлан]] урта мәктәбен тамамлағас, совхозда, унан һуң мәктәптә эшләй. 1972—1974 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә, һуңынан [[Ҡыйғы районы]] «Киров» совхозының ВЛКСМ комитеты секретары була. 1975 йылда [[Башҡорт дәүләт университеты]] филология факультетының [[башҡорт]] — [[урыҫрус теле|урыҫрус]] бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында факультеттың комсомол ойошмаһын етәкләй. Уҡыуын тамамлап, университетта эшкә ҡалдырылғас, [[Башҡорт дәүләт университеты|БДУ]]-ның ВЛКСМ комитеты (район комитеты хоҡуҡтары менән) секретары итеп һайлана, ситтән тороп тел ғилеме буйынса аспирантурала уҡый.
 
Йәштәр ойошмаһы етәксеһе булараҡ, күп башланғыстар менән сығыш яһай, студент төҙөлөш отрядтары эшмәкәрлеге, йәштәрҙең уҡыуы, ялы һәм көнкүреше менән әүҙем шөғөлләнә.
43 юл:
Бер үк ваҡытта Риф Әхмәҙиев XX быуаттың 80-се йылдарынан ныҡлап оло әҙәбиәткә килгән нескә хисле лирик шағир булып та [[Башҡортостан]]дан ситтә лә киң танылыу алды. Тәүге шиғырҙары республиканың [[Башҡортостан пионеры (гәзит)|«Башҡортостан пионеры»]] ([[Йәншишмә (гәзит)|хәҙер «Йәншишмә»]]), [[Ленинсы (гәзит)|«Ленинсы»]] ([[Йәшлек (гәзит)|хәҙер «Йәшлек»]]), [[Башҡортостан (гәзит)|«Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан»)]] гәзиттәрендә, 1981 йылда нәшер ителгән «Йәш көстәр» альманахында донъя күрһә, 1982 йылда әҙип ''«Күк йөҙө»'' тип исемләнгән тәүге шиғри йыйынтығын уҡыусы хөкөмөнә тапшыра.
 
Артабан уның шиғриәт һөйөүселәр йылы ҡабул иткән әҫәрҙәре һаналған һәм башҡа гәзиттәрҙә, [[Башҡортостан ҡыҙы (журнал)|«Башҡортостан ҡыҙы»]] һәм [[Ағиҙел (журнал)|«Ағиҙел»]] журналдарында, шулай уҡ [[татар теле|татар]] һәм [[урыҫрус теле|урыҫрус]] телдәрендә баҫылып тора. 1992 йылда сыҡҡан ''«Тәҙрәләр»'' тип аталған икенсе йыйынтығы тиҙ арала шиғыр һөйөүселәр араһында таралып бөтә. Авторҙың артабанғы йылдарҙа донъя күргән ''«Сәскә моңо»'' һәм ''«Һөйөү рухы»'' [[китап]]тары ла шул уҡ яҙмышҡа дусар була. Риф Әхмәҙиев [[шиғриәт]]ендә тыуған илгә һәм үҙебеҙҙең хозур тәбиғәткә һөйөү, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт темаһы менән бергә фәлсәфә лирикаһы ла ныҡлы һәм һиҙелерлек урын алып тора. Шағир мәңгелек булған пробламалар — йәшәү рәүеше һәм тормош мәғәнәһе, изгелек һәм яманлыҡ тураһында тере һәм сағыу образдар аша фекерҙәрен асып ҡына ҡалмай, был турала уҡыусыны ла етди уйлланырға мәжбүр итә. Юҡҡа ғына композиторҙар Айрат Кәримов, [[Айрат Ҡобағошов]] һәм башҡаларҙың Риф Әхмәҙиев шиғырҙарына яҙылған тиҫтәләгән йырҙары радио һәм телевизор аша даими яңғырап тормай. Әҙип 1994 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы]] һәм [[Рәсәй Федерацияһы]] яҙыусылар союздары ағзаһы.
 
== Ғилми хеҙмәттәре ==